Сфинкс (һ. б.-греч. Σφίγξ, Σφιγγός, сафинға, собств. «быуыусы»[1]) — зооморф мифик зат.
Боронғо Мысыр сәнғәтендә — арыҫлан тәнле, кеше башлы януар.
Боронғо грек мифологияһында — ҡатын-ҡыҙ башлы, арыҫлан тәнле һәм тәпәйле, бөркөт ҡанатлы, үгеҙ ҡойроҡло ғифрит, Эдип тураһындағы легенданың персонажы.
Сфинкстың өс варианты йыш осрай:
Боронғо гректар сфинксты Мысыр сфинксына ҡарап эшләгәндәрҙер. Грек мифологияһында ҡанатһыҙ мысыр сфинксы грифон ҡанатлы ҡатын-ҡыҙға әүерелә.
Боронғо грек мифологияһында[2][3] «сафинга» хтоник ғифриттәре Тифон һәм Ехиднанан[4][5] (башҡа версия буйынса — Химера һәм Ортра) тыуҙырылған тип һанала. Сфинкс емергес яуыз иблис. Эт тәнле, ҡош ҡанатлы, ҡатын-ҡыҙ башлы һәм йөҙлө[6]. Ҡанатлы ҡыҙ йәш егеттәрҙе үлтергән[7].
Сфинкс Фива батшаһы Лайҙың ситтәге ҡыҙы тигән фараз бар. Лайҙың енәйәте өсөн алиһә Гера сфинксты Фиваға ебәрә.
Лай уйындарҙа Фригия батшаһының улы Хрисиппты оҡшата ла урлай. Егет ғәрлегенән үҙен-үҙе һәләк итә. Ошо енәйәтенә Гера асыулана ла инде. Сфинкс Фикей тауында үтеп барған юлсыларҙы ҡарауыллап ултыра. Сфинкс бөтәһенән дә: «Кем иртән дүрт аяҡта, төшөн ике аяҡта, кисен өс аяҡта йөрөй? Дүрт аяҡта йөрөгән сағында уның көсө башҡа ваҡыттарҙан күпкә кәм була?» тип һорай[8]. Яуабы кеше була. Сабый сағында дүртаяҡланып имгәкләй, ҡартлығында таяҡ менән йөрөй. Һорауға яуап бирмәгән кешеләрҙе сфинкс ашап бара. Лайҙың тотҡон ҡатындарынан улдары күп була. Сфинкстың һорауына яуап бирә алмайынса улар һәләк була[9].
Фива юлында Сфинксты Эдип осрата. Эдип та Лайҙың улы.
Оракул Фива батшаһы Лайға Иокастаға өйләнһәң, үлемең үҙ улыңдан буласаҡ, ти. Лай, оракулды тыңламай, Иокастаға өйләнә[10]. Улы тыуғас, үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып, ул сабыйҙың аяҡтарын үтәнән-үтә тиштереп, Эдипты Киферон тауы итәгендә ташлап китергә ҡуша. Тыуыуына өсөнсө генә көн булғанда, ҡышын[11], Эдип тауҙарҙа, Киферон далаһында ташлап ҡалдырыла. Унда уны Коринф көтөүсеһе таба[12]. Көтөүсе малайҙы Коринф батшаһы Полибҡа алып бара[13]. Батша уны үҙенең улы һымаҡ итеп тәрбиәләй, уға Эдип («шешкән аяҡлы») тигән исем бирә. Эдип үҫеп буй еткергәс, йәштәштәре уны үгәй бала тип ғәйепләйҙәр. Эдип Дельфаға китә[14]. Дельфий күрәҙәсеһе Пифия аша[15] Эдипҡа атаһын үлтереп, үҙ әсәһенә өйләнәсәген әйтә. Быны ишеткәс, Эдип атаһы тип иҫәпләгән Полибтан алыҫыраҡ булырға теләп, Фиваға китә. Дельфаға барған юлда[16], ул ҡырандас осрата. Ҡырандас уның аяғын тапай, ә унда Лай ултырған була. Эдип күсер менән әрләшеп китә лә уны үлтерә, һуңынан ҡырандаста ултырған атаһын үлтерә[17][18].
Эдип сфинкс һорауына яуап биреп, ҡаланы сфинкстан азат итә.