Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ:
Сыбаркүл.
Сыбаркүл |
|
Илдәрҙә объекттың бассейны |
Рәсәй |
Бассейн майҙаны |
169 км² |
Дәүләт |
Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек |
Сыбаркүл |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек |
320 метр |
Оҙонлоҡ |
6 km |
Киңлек |
4 km |
Вертикаль тәрәнлеге |
12 метр |
Майҙан |
19,8 км² |
Күләме |
0,154 гектометр кубический |
|
Сыбаркүл Викимилектә |
Сыбаркүл — Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл. Уның янында Сыбаркүл ҡалаһы ҡалҡып сыҡҡан[2].Күлдең майҙаны 19,8 км², бассейны майҙаны — 169 км²[2].
Күлдең атамаһы башҡорт теленән ингән, сыбар (разношёрстный, пёстрый) аңлата.[3].Быны күлдең өҫтө ваҡ тулҡынлы булып тороуы менән дә, төбөндәге батҡаҡтың төрлө төҫтә булыуы менән дә, урауҙар менән сыбарланып тороуы менән дә аңлаталар.
Күлдә күп һанлы урман менән ҡапланған утрауҙар бар.Ярымутрауҙар — Крутик, Марьин, Сосновый, Семерик, Букаевка һәм бер нисә утрау (арал) — Голец, Кораблик, Копейка, Два Брата (два острова), Липовый[4][5]. Күл буйында ял йорттары, шифаханалар бар.
Көньяҡ Уралда Сыбаркүл тигән күлдәр бер нисә, быныһы - иң ҙуры һәм Сыбаркүл күлдәр системаһына исем биргән.
Көньяҡ Урал тауының көнсығышҡа ҡараған итәгендә 319,9 метр бейеклектә урынлашҡан[4]Һыу кимәле күтәрелеүе 1,25 метрҙан ашмай, ноябрь баштарында туңа, май баштарында асыла. Һыуы яуым-төшөм, төбөнән сыҡҡан шишмәләр иҫәбенә тулылана[6]. Минералләшеүе — литрына 0,3679 грамм.
Күлгә Еловка, Кудряшевка, Ҡондорша йылғалары ҡоя [4]. Күлдән Ҡойылға ағып сыға (Обь бассейны). В озере и на берегу есть действующие источники с родниковой водой.
Сыбаркүлдә төрлө балыҡ күп, шуға бында йылдың ҡайһы ваҡытында ла балыҡсыларҙы күрергә була.
2013 йылдың 15 февралендә күлгә метеорит төшә[7].
Метеорит ямғырынан ярҙан саҡрым ярым алыҫлыҡта боҙҙа 8 метр диаметрлы уйым барлыҡҡа килә. Полиция был тирәне уратып ала[8].2013 йылдың 16 февралендә килгән МЧС водолаздары һыу төбөндәге ҡалын батҡаҡ аҫтында бер ни ҙә таба алмай[9].
16 февралдә Сыбаркүлгә Ураль федераль университетынан Метеориттар буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы йүнәлтеүе буйынса киләләр[10] Полиция ебәрмәй тороуға ҡарамаҫтан[10][11][12], Ларионов төркөмө уратылған зонанан тышта 53 метеорит һынығы табалар[10][13][14]. Артабан водолаздар күл төбөндә ҙур киҫәк һәм вағыраҡтарын таба.
2013 йылдың 16 октябрендә күлдән 570 кг тартҡан иң ҙур метеорит киҫәген күтәрәләр, ул Силәбенең Крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана [15].
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Чебаркуль (билдәһеҙ). Государственный водный реестр. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
- ↑ Главный портал города Чебаркуля
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.
- ↑ Карта бите N-41-37-B. Масштаб: 1 : 50 000.
- ↑ [ Чебаркуль (озеро)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Кисә иртәнсәк Силәбе өлкәһе өҫтөндә метеорит шартлаған. Уның күк йөҙөн яҡтыртып осон үткәнен Башҡортостан халҡы ла күргән. 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ На озере Чебаркуль упали метеориты (билдәһеҙ). ГУ МВД России по Челябинской области. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Водолазы не нашли обломков метеорита в озере Чебаркуль 2013 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 На поиски обломков метеорита собирают большую экспедицию из ученых, студентов и туристов Но самый главный уже могли вывезти «черные копатели» (билдәһеҙ) (20 февраль 2013). Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ [=http://ria.ru/science/20130217/923384188.html#ixzz2LCAEh2vk Сыбаркүл янында метеорит фрагменттары табыла] (билдәһеҙ). РИА Новости (17 февраль 2013). Дата обращения: 20 февраль 2013.
- ↑ Пресс-конференция "Угроза из космоса: готовы ли ей противостоять земляне" (билдәһеҙ). РБК (18 февраль 2013). Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Охота за метеоритом (билдәһеҙ). Интерфакс (19.02.13 12:39). Дата обращения: 20 февраль 2013.
- ↑ Елена Сидоренко. «Уже сделали химический анализ» (билдәһеҙ). ВЗГЛЯД.РУ (18 февраль 2013). Дата обращения: 20 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
- ↑ Водолазы подняли из озера Чебаркуль фрагмент метеорита массой 4,8 кг (билдәһеҙ). mail.ru (27 сентябрь 2013). Дата обращения: 27 сентябрь 2013. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Лист карты N-41-37 Миасс. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1986 год. Издание 1997 г.
- [ Чебаркуль (озеро)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Чебаркуль, озеро (билдәһеҙ). Naurale.com. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
|
---|
Өлкәнең майҙаны 10 км²-ҙан ҙурыраҡ күлдәре һәм һыуһаҡлағыстары |
Күлдәр | |
---|
Һыуһаҡлағыстар | |
---|