Сэндвич | |
| |
Авторы | |
---|---|
Милли исеме |
sandwich |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп |
икмәк, эслек, ит, соус, салат һ.б. |
Викимилектә медиафайлдар Сэндвич |
Сэндвич, сандвич (ингл. sandwich — уртаға урынлаштырыу[1]) — ике икмәк киҫәгенән һәм улар араһында ниндәй ҙә булһа эслек булған бутерброд төрө (ябыҡ бутерброд). Инглиз телендә бер киҫәк икмәктан торған бутербром асыҡ сэндвич (ингл. open sandwich) тип атала.
Сэндвичтың француз варианты крок-месье, итальянса панини тип атала.
Хәҙерге ҡиәфәтендә сэндвичтың барлыҡҡа килеүен яҡынса XVII быуат Европаһына индерергә мөмкин. Икмәккә төрөү (йәки уға һалыу) башҡа ингредиенттарҙы алдан уҡ төрлө мәҙәниәттәрҙә барлыҡҡа килгән.
Оксфорд һүҙлеге 1762 йылда «сэндвич» һүҙен аҙыҡ-түлеккә ҡарата иң тәүге ҡулланылыуын билдәләй. Эдуард Гиббон көндәлегендә клуб ағзаларының — «батшалыҡтың иң яҡшы кешеләре» — «һалҡын ит киҫәктәрен, йәки сэндвич» ашауын һүрәтләй. Дөйөм ҡабул ителгән версияға ярашлы, атамаһы Джон Монтегю, 4-се граф Сэндвичский (1718-1792) титулынан, легеда буйынса, тәүлек әйләнәһенә уйын өҫтәле артында ултырған һәм ашауҙан туҡтамаҫ өсөн ике һыныҡ ҡыҙҙырылған икмәк араһында һалҡын һыйыр ите биреүҙе һораған кәртсенән алынған.[2][3][4]
Сэндвич, бигерәк тә инглиз ҙур ҡалаларында, туҡланыу мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө була. Лондонда сэндвичтар менән сауҙа итеүсе бик күп компаниялар бар. Донъяла иң эре сэндвич етештереүселәр булып McDonald’s, Subway, Burger King ресторандар селтәре тора.