Пассажда сәскә (төр. Çiçek Pasajı), тәү башта Cité de Péra тип йөрөтөлгән була — Истамбулдың Бейоглу районының Истикләл урамындағы билдәле тарихи пассажд (галерея йәки аркада). Ул Истикләл һәм Сахнә урамдарын тоташтырып тора.
1876 йылда асылған Сәскә пассажы өҫтө ябылған кафе, шарап барҙары һәм ресторандарҙың тарихи рәттәренән торған өҫтө ябыҡ галерея рәүешендә күҙ алдына баҫа.
Хәҙерге Сәскә пассажы урынында элек ағалы-ҡустылы Наумдар театры урынлашҡан була, ул 1870 йылда Перҙа булған янғын ваҡытында зыян күрә[1]</ref>[2][3]. Был театрҙа йыш ҡына солтандар Ғәбделғәзиз һәм Ғәбделхәмит II була, ә Джузеппе Вердиҙың «Трубадур» операһы Париж театрҙарында ҡуйылғанға тиклем үк бында сәхнәгә сығарыла.
1870 йылдағы янғындан һуң, театр урындағы грек банкиры Христаки Зографос тарафынан һатып алына. Уның урынында архитектор Клеантис Заннос проекты буйынса хәҙерге Сәскә пассажының бинаһы төҙөлә, уға тәүге йылдарҙа уға Cité de Péra или Hristaki Pasajı (Христаки пассажы) тигән исем бирелә. Yorgo’nun Meyhanesi Сәскә пассажында асылған иң тәүге шарап барҙарының береһе була. 1908 йылда бөйөк вәзир Мәхмәд Саид паша бинаны һатып ала, һәм ул Sait Paşa Pasajı (Сәйет-паша пассажы) тип йөрөтөлә башлай.
1917 йылдағы рус революцияһынан һуң, бөлгөнлөккә төшкәнен күп кенә рус дворян ҡатын-ҡыҙҙары, шул иҫәптән баронессалары, был пассажда сәскә һаталар. 1940 йылдарға бина, тулыһынса тип әйтерлек, сәскә магазинына әйләнә, һәм шул ваҡыттарҙан алып хәҙерге төрөк атамаһы — Сәскә пассажы тигән исем аҫтында йөрөй.
1988 йылда бинаны төҙөкләндергәндән һуң, Сәскә пассажы барҙар һәм ресторандар галереяһы булараҡ асыла.
Сәскә пассажында үкәрелгән иң һуңғы төҙөкләндереүэштәре 2005 йылдың декабрь айын тура килә.