Табандар | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Табан балыҡ (Carassius gibelio) | ||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Carassius Nilsson, 1832 | ||||||||||||||||
|
Табан (лат. Carassius, рус. Карась) — сазандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы. Кәүҙәһе ҡабырғалар яғынан ҡыҫылған, арҡаһы ҡалын, арҡаһындағы йөҙгөстәре оҙон була. Тәңкәләре эре һәм шыма була.
Табан балыҡ — бик әрһеҙ. Ул башҡа бер генә балыҡ та сыҙай алмаған һыуҙа йәшәргә һәләтле. Һауа етешмәгән, үлән, ләм баҫҡан күлдәрҙә, хатта бәләкәс кенә күләүектәрҙэ лә осрап ҡуя. Табан — әкрен генә йөтөй торған килбәтһеҙ һәм ялҡауыраҡ балыҡ.
Аусылыҡ балыҡтарының береһе булараҡ йылға-күлдәрҙә үрсетелә.
Башҡорттар табанды төрлөсә атап йөрөтәләр. Көньяҡта аҡтабан тип йөрөтәләр. Силәбе яғында аҡтаван тиҙәр. Инйәр буйында — бәрҙе, лопашка, Йүрүҙәндә, Эйектә, Һаҡмарҙа, Димдә, Әйҙә һәм башҡа күп урындарҙа табан балығы тип йөрөтәләр.