Табышҡа һалым — ойошма (предприятие, банк, страховкалау компанияһы һ. б.) табышынан тотола торған тура һалым. Был һалымды һалыу өсөн табыш предприятие эшмәкәрлегенең килеменән һәм суммаһын алып ташлап билдәләнә (әммә ул бер ҡасан да 15,5 проценттан кәм була алмай).[1]
Ҡайтармаларға түбәндәгеләр инә:
- производство, коммерция, транспорт тотоноуҙары;
- бурыс буйынса проценттар;
- реклама һәм вәкиллек сығымдары, реклама сығымдары ике төргә бүленә:
- һалым һалғанда тулыһынса иҫәпкә алына торған сығымдар ;
- һалым һалғанда төшөмдөң 1 проценты күләмендә иҫәпкә алына торған сығымдар;
- ғилми-тикшеренеү эштәренә сығымдар;
- һалым түләүсе ойошманың хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, һөнәри әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү сығымдары (хеҙмәткәрҙәрҙең дәүләт аккредитацияһы һәм лицензияһы булған Рәсәй белем биреү учреждениелары менән договор нигеҙендә уҡытылыуы шарт, шулай уҡ ойошма менән хеҙмәт договоры булған белгестәр генә уҡытыла ала).
Һалым һалым декларацияһы нигеҙендә (һирәгерәк прогрессив) ставкалар буйынса түләтелә.