Тайванда Ислам дине аҙ һанлы төркөмдәрҙең береһе булып тора һәм халыҡтың яҡынса 0,3 процентын тәшкил итә. 2007 йыл иҫәбе буйынса Тайван халҡының яҡынса 45 меңе ислам динендә , ә 88,5 меңе Тайванда эшләгән индонезия мосолмандары[1][2]. Тайванда алты мәсет бар, уларҙың иң билдәлеһе Тайбэй йәмиғ мәсете. Хәҙерге ваҡытта мосолмандарға кейәүгә сығып, яңы дингә күскән ҡатын-ҡыҙҙар,Тайван мосолмандарының күпселеген тәшкил итә.
Ислам дине Тайванда тәүге тапҡыр XVII быуатта теркәлә.Тәү башлап илгә Фуцзян көньяҡ ҡытай провинцияһынан мосолман ғаиләләре килеп урынлаша.Улар 1661 йылда, утрауға, голландия колонистарына ҡаршы көрәшкән Чжэн Чэнгун менән бергә күсеп килә.Күсенеүселәрҙең тоҡомдары урындағы халыҡ менән ассимиляциялана. Тайванда дини үҙенсәлектәрен юғалтҡан,әммә ҡайһы бер йолаларын һаҡлап ҡалған хуэй нәҫелдәре лә бар. Ҡытай мосолмандар ассоциацияһы был кешеләрҙе лә мосолман тип иҫәпләй[3].
XX быуатта Ҡытайҙа граждандар һуғышы башланғас,Тайванда мосолман миграцияһының икенсе тулҡыны була.1949 йылда 20 меңгә яҡын мосолман ғаиләһе коммунистарҙан ҡасып, Тайванға күсенә.Уларҙың күбеһе һалдаттар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре.1980-се йылдарҙа Мьянманан Тайвандҡа күскән мосолмандар ағымы күҙәтелә .
Тайван ҡануниәте буйынса эш биреүселәргә,әгәр улар мосолман эшселәрен сусҡа ите ашарға мәжбүр итһә,штраф һалына[4]..