Такаса́ки (япон. 高崎市Такасаки-си ) — үҙәк ҡала Японияның үҙәк ҡалаһы, Канто төбәгендәге Гумма префектураһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 459,41 км2[1], халҡы — 375 022 кеше (1 июль, 2014)[2], халыҡ тығыҙлығы — 816,31 кеше/км2.
Ҡалала «Nichijou» аниме-сериалы төшөрөлгән.
Такасаки Накасэн стратегик юлында барлыҡҡа килгән, был юл боронғо баш ҡала Киотоны Эдо ҡалаһы менән тоташтырып торған. 1589 йылда Ии Наомаса Такасаки һарайына нигеҙ һала, тау итәгендә шул исемле ҡала төҙөлә. Барлыҡ Эдо дәүерендә (1603—1867) хәҙерге ҡала урынында күп һанлы ауылдар торған, улар Накасэн юлы буйында теҙелеп урынлашҡан була. Отошло урында тороуы арҡаһында, Такасаки Гумма префектураһының административ үҙәге итеп ҡуйыла (1871—1872 йылдарҙа һәм 1876—1876 йылдарҙа).
1900 йылдың 1 апрелендә Такасакиға ҡала статусы бирелә. 2001 йылда ҡала Такасаки айырым ҡала статусын ала. 2006 йылдың 23 ғинуарында Гумма өйәҙенең Мисато, Гумма, Карабути ҡасабалары һәм Тано өйәҙенең Син ҡасабаһы Такасакиға ҡушыла һәм шулай итеп Такасакиҙың майҙаны киңәйтелә. 2006 йылдың 1 октябрендә Гумма өйәҙенең һуңғы ҡасабаһы — Харун — Такасаки ҡалаһы составына индерелә. 2009 йылдың 1 июнендә ҡала составына Тано өйәҙенең Ёсии ҡасабаһы ла индерелә.
Был ҡала Хонсю утрауында/ Канто төбәгенең Гумма префектураһында урынлашҡан. Ҡала менән Маэбаси, Аннака, Фудзиока, Сибукава, Томиока ҡалалары, Тамамура, Хигасиагацума, Наганохара, Канра, Камисато, Каруидзава ҡасабалары һәм Синто ауылы сиктәш[11].
|
Хәҙерге Такасаки иҡтисадының төп өлөшөн электр приборҙары етештереү, машиналар эшләү һәм химия сәнәғәте тәшкил итә. Шулай уҡ ҡалала туҡыу, тегеү, ҡағыҙ сәнәғәте һәм он тартыу сәнәғәт предприятиелары эшләй. Ҡала Гумма префектураһының финанс-коммерция үҙәге булып тора. Традицион етештереү һөнәрҙәре араһында иң билдәлеһе — бәхет символы булған дарума ҡурсаҡтарын эшләү тора. Шулай Такасакиҙа ҡала тимер юлдар системаһы бар, ул ҡаланы күрше Томиока ҡалаһы һәм Синомита ҡасабаһы менән бәйләй.
Ҡалала ҡала тимер юлдар системаһы ғәмәлдә. Шулай уҡ ҡала аша Синкансен тиҙ йөрөшлө линияһы үтә. Такасаки — мөһим тимер юл төйөнө. Ҡала тиҙ йөрөшлө Синкансен поездары линияһы менән Ниигата, Нагано һәм Токио ҡалаларын тоташтыра. Токио — Такасаки — Нагано линияһын тиҙҙән бер аҙ оҙайтасаҡтар.