Танго (исп. tango) — ирекле композициялы популяр социаль парлы бейеү, энергиялы, аныҡ ритм менән айырылып торған көйгә башҡарыла[6]. 1880 йылдарҙа Уругвай һәм Аргентина сигендәге Ла-Платала, күбеһенсә Көнсығыш һәм Көньяҡ Европа, Африка һәм Латин Америкаһынан килгән эмигранттар менән ҡатнаш йәшәгән ярлы портлы ҡалаларҙа барлыҡҡа килгән. Тәүҙә тик ир-ат ҡына башҡара. XX быуат башында тәүҙә «криольо танго» (tango criollo) тип аталған бейеү тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм Европа менән АҠШ-ҡа тарала. Бөгөн уның күп төрҙәре һәм стилдәре, шул иҫәптән Аргентина тангоһы, Уругвайский тангоһы, бал тангоһы (америка һәм халыҡ-ара стилдә), фин тангоһы һәм боронғо танго бар. Аргентина тангоһын бик йыш төп нөсхә итеп ҡарала, сөнки ул баштан уҡ Аргентина менән Уругвайҙа башҡарылғанына бик яҡын.
2009 йылда IV хөкүмәт-ара ултырышында ЮНЕСКО Уругвай һәм Аргентинаның үтенесен ҡәнәғәтләндереп, тангоны Рио-де-ла-Плата төбәгенең музыка, бейеү, поэзия берлеге булараҡ, Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерә[7].
Танго Буэнос-Айреста Боронғо Африка бейеүҙәре формаһы нигеҙендә африка йәмғиәттәренән тарала[8]. «Танго» атамаһы ла африка сығышлы. Уны Нигерия халҡының ибибио телендәге, «барабан тауышы аҫтында бейеү» тигән аңлатмағы бәйләйҙәр. Был аңлатманы шулай уҡ Европа, Африка һәм Америка музыкаһының төрлө формаһы синтезынан барлыҡҡа килгән көйҙәргә ҡарата ла ҡулланалар. Хорхе Луис Борхес El idioma de los argentinosта былай тип яҙа: «Танго Ла-Платала барлыҡҡа килеп, уругвай милонгаһының „улы“ һәм хабанераның „ейәне“ булып тора». «Танго» һүҙе, күрәһең, тәүге тапҡыр бейеүгә ҡарата 1890 йылдарҙа ҡулланылалыр. Башта был бейеү күп бейеүҙәр араһында әллә ни айырылмаһы, тиҙҙән ул бөтә йәмғиәткә тарала.
XX быуаттың беренсе йылдарында Буэнос-Айрес, Монтевидео оркестрҙары Европаға юллана һәм тангоны беренсе тапҡыр Парижда, һуңынан Лондонда, Берлинда һәм башҡа баш ҡалаларҙа күрһәтәләр. 1913 йыл һуңында бейеү Нью-Йоркка, АҠШ-ҡа һәм Финляндияға эләгә. 1911 йылда ПҠШ-та «танго» бик йыш «бер аҙым»ға 2/4 йәки 4/4 бейеү ритмлы бейеүҙәр өсөн ҡулланыла. Ҡайһы берҙә уны етеҙ темптар менән башҡаралар. Шул осорҙа уға ҡайһы берҙә «Рио де ла Плата тангоһы» менән сағыштырып, «Төньяҡ Америка тангоһы» тип ҡарайҙар. 1914 йылда тангоның аутентик стиле, шулай уҡ Альберт Ньюмандың «Менуэт-танго»һы кеүек варианттары киң тарала.
Бөйөк депрессия булыуына ҡарамаҫтан, 1930—1950 йылдар тангоның «алтын быуат» була. Күп ансамблдәр ойошторола, уның составына бөгөн стиль классиктары булған күренекле композиторҙар һәм танго башҡарыусылар: Аннибал Тройло, Освальд Пульеза, Астор Пьяццолла һәм башҡалар инә.
1977 йылдан башлап, 11 декабрь, йырсы, «танго» короле Карлос Гардель һәм композитор, дирижер Хулио де Кароның тыуған көнө, Аргентинала «Милли танго көнө» булараҡ билдәләнә[9][10].
Танго стилдәре:
Аргентина тангоһы Уругвай һәм Аргентинаның төрлө төбәктәрендә төрлө ваҡытта үҫешкән төрлө стилдәрҙе берләштерә. Аргентина тангоһын матчиш («Бразилия тангоһы») менән бутарға ярамай. Аргентина тангоһы стилдәре:
Музыка буйынса танго бер нисә төргә бүленә: