Ҡала | |||||
Тарту Tartu | |||||
| |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Өйәҙ | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Урмас Клаас | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Дерпт, Юрьев | ||||
Майҙаны |
38,8 км² | ||||
Халҡы | |||||
Милли состав |
эстондар (79 %), урыҫтар (15,5 %) | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+372 7 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
T | ||||
Рәсми сайт | |||||
Награды | |||||
Та́рту (эст. Tartu; 1030—1224, 1893—1918 йылдарҙа Ю́рьев; 1224—1893 йылдарҙа Дорпат, Дёрпт (нем. Dorpat, Dörpt) — Эмайыги (Омовжа; нем. Embach — Эмбах) йылғаһында урынлашҡан ҡала, Таллиндан һуң халыҡ һаны буйынса Эстонияла икенсе ҡала, өйәҙ үҙәге.
Тарту Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 185 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тарту Эмайыги йылғаһының ике ярында, уның Чуд-Псков күлдәр системаһына ҡушылған еренән 37 километрҙа; йылға буйлап 9 км ята.
Та́рту климаты уртаса диңгеҙҙән уртаса континенталь климатҡа тиклем үҙгәреүсән. Уртаса йыл температураһы — 4,9 °C 1961—1990 йй. һәм 6,5 °C 2000—2010 йй. Уртаса яуым-төшөм кимәле — 637 мм.
Тарту — Балтик диңгеҙе буйындағы илдәрҙең иң боронғо ҡалаһы. Боронғо эсттарҙың был урындағы даими ерлеге V быуатҡа, ҡаласыҡ VI—VIII быуаттарға ҡараған. Ҡаласыҡ Тарбату (tarvas — эст. 'зубр') тип аталған. Ошонан һуң Тарту эстон атамаһы, шулай уҡ Dörpt, Dorpat йәки Дерпт барлыҡҡа килгән[2][3].
1030 йылда Тарбату ҡаласығын Киев кенәзе Ярослав Мудрый отряды баҫып ала. Ярослав ҡаласыҡты үҙенең христиан исеме менән Юрьев тип атаған[4]. Ошо ваҡытта Тарту тәү тапҡыр яҙма сығанаҡтарҙа осрай, шуға ҡалаға нигеҙ һалыу йылы тип 1030 йылды һанайҙар. 1061 йылда ҡала урындағы ҡәбиләләр менән кире ҡайтарыла[5]. 1133 йылда Новгород кенәзе Всеволод Мстиславич яулап ала. 1215 йылда Юрьев ҡалаһын ҡылыслы немец рыцарҙары баҫа, әммә 1223 йылда эсттар баш күтәреү менән ҡала азат ителә. Ниәттәрен ҡалдырмай, немецтар баш күтәреүселәрҙе һәм Вячко кенәзен язаға тарттыралар.
Ҡалаға немецса Дорпат тип исем ҡушалар, епископ Герман I ҡаланы үҙ биләмәләре — Дорпат епископлығы үҙәге итә. Ошо сифатта ҡала ике йөҙ йыл дауамында була[6].
1600—1603, 1625—1656 һәм 1661—1704 йылдарҙа Дорпат Швецияға ҡарай, 1603—1625 йылдарҙа — Речь Посполитая, 1656—1661 йылдарҙа — Рәсәй биләмәһенә инә.
1632 йылда «Густавиан Академиаһы» (хәҙер — Тарту университеты) асылған, Швед короллегендә Уппсала университенынан һуң икенсе булған.
1704 йылдың йәйендә Төньяҡ һуғышы барышында Дорпат (Дерпт) Пётр I батша ғәскәрҙәре баҫып ала[7].
1783 йылдан — Лифлянд губернаһы өйәҙ ҡалаһы һәм Дерпт өйәҙенең административ үҙәге[7].
1802 йылда Дерпт (Тарту) университеты яңынан асылған, ҡала Эстонияның мәҙәни һәм фәнни үҙәге булып китә. Бында эстон әҙәбиәте, ваҡытлы матбуғат, профессиональ театрға (1870) нигеҙ һалына, тәү тапҡыр Йыр һәм бейеү байрамы үткәрелә[6][8](1869), уны күренекле эстон эшмәкәре, журналист, шағир Йохан Вольдемар Яннсен ойоштора.
1893 йылда, «немецлыҡты» алыу ваҡытында (Александр III заманы[7]), ҡалаға Юрьев исеме ҡайтарыла, 1919 йылға тиклем һаҡлана.
Февраль революцияһынан һуң, 1917 йылдың 30 мартында Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте «Эстлянд губернаһының ваҡытлыса административ төҙөлөшө хакимлығы һәм урындағы үҙидаралыҡ тураһында» положение ҡабул итә. Уның нигеҙендә Лифлянд губернаһы биләмәләре яңынан ҡарала, Юрьев өйәҙе Лифляндияның башҡа төньяҡ өйәҙҙәре һәм эстон халҡы менән Эстлянд губернаһына күсте.
1940 йылда Эстонияға совет ғәскәрҙәре инеп, ЭССР ойошторолдо, шул уҡ йылдың 6 авгусында СССР-на ҡушылды. 1940 йылдан Тарту дәүләт университеты совет юғары уҡыу йорто булды, унда эстон һәм урыҫ телдәрендә белем бирелде.
1941 йылдың 26 июлендә ҡалаға немец ғәскәрҙәре инде.
1944 йылдың 25 авгусында Тарту ҡалаһына совет ғәскәрҙәре инә. Һуғыш ваҡытында ҡалаға бик ныҡ зыян килтерелә — Таш күпер (Kivisild), «Ванемуйне» театр йорто, Эстон Халыҡ Музейы, Изге Иоанн һәм Изге Мария сиркәүе юҡ ителде.
1825 | 1833 | 1840 | 1847 | 1856 | 1863 | 1867 | 1881 | 1897 | 1922 | 1934 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8450[9] | 10 020[10] | 12 203[11] | 12 185[12] | 12 914[13] | 14 386 | 21 014[14] | 29 974[15] | 42 308[16] | 50 342[15] | 58 876[17] |
1939 | 1940 | 1941 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 | 2010 | 2011 | 2012 |
60 281[18] | 55 529[18] | 47 829[18] | 74 263[19] | 90 459[20] | 104 518[21] | 113 977[22] | 98 695[22] | 103 284 | 98 561[23] | 95 074[24] |
Милләте | 1867[25] | 1881[15] | 1897[26] | 1922[15] | 1934[17] | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
һаны | % | һаны | % | һаны | % | һаны | % | һаны | % | |
Барлығы | 21 014 | 100 | 29 974 | 100 | 42 308 | 100 | 50 342 | 100 | 58 876 | 100 |
эстон | 9720 | 46,3 | 16 526 | 55,4 | 29 039 | 68,6 | 42 459 | 84,5 | 51 559 | 87,6 |
немецтар | 8907 | 42,4 | 10 486 | 35,2 | 7020 | 16,6 | 3210 | 6,4 | 2706 | 4,6 |
урыҫтар | 1866 | 8,9 | 1818 | 6,1 | 3689 | 8,7 | 2570 | 5,1 | 2640 | 4,5 |
башҡа | 521 | 2,5 | 1144 | 3,8 | 2560 | 6,1 | 2103 | 4,2 | 1971 | 3,3 |
Этносы | 1979[27] | 1989[28] | 2000 | 2010 | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
һаны | % | һаны | % | һаны | % | һаны | % | |
Барлығы | 104 381 | 100 | 113 420 | 100 | 101 169 | 100 | 103 284 | 100 |
эстон | 77 597 | 74,3 | 82 031 | 72,3 | 80 397 | 79,5 | 83 185 | 80,5 |
урыҫтар | 21 530 | 20,6 | 24 604 | 21,7 | 16 245 | 16,1 | 15 966 | 15,5 |
украиндар | 1685 | 1,6 | 6785 | 6,0 | 1239 | 1,2 | 1205 | 1,2 |
финдар | 1271 | 1,2 | 1073 | 1,1 | 1072 | 1,0 | ||
белорустар | 749 | 0,7 | 490 | 0,5 | 484 | 0,5 | ||
башҡа | 1549 | 1,5 | 1725 | 1,7 | 1372 | 1,3 |
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йыл[28]
Тел | Белеүселәр һаны | |||
---|---|---|---|---|
туған | икенсе тел | барлығы | % | |
эстон теле | 79894 | 14210 | 94104 | 93,0 |
урыҫ теле | 18854 | 54006 | 72860 | 72,0 |
фин теле | 549 | 8271 | 8820 | 8,7 |
урыҫ теле | - | 36974 | 36974 | 36,5 |
немец теле | - | 20323 | 20323 | 20,1 |
француз теле | - | 1870 | 1870 | 1,8 |
Хәҙерге заманда ағас эшкәртеү һәм мебель сәнәғәте, машина төҙөлөшө һәм металл эшкәртеү, прибор төҙөү сәнәғәте, шулай уҡ еңел (тегеү, аяҡ кейеме) һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте (A. le Coq һыра заводы) ҙур урын алған. Туристик секторы һәм медицина туризмы үҫешә.
Боронғо ҡалала тарихи-архитектура һәйкәлдәренең төп өлөшө урынлашҡан: ратуша (1789) һәм иртә классицизм стилендә ратуша майҙаны, торлаҡ йорттар, Яан сиркәүе (XIV быуат), университеттың баш корпусы (1804—1809).