![]() | |
Һыйҙырылышлығы |
9300 |
---|---|
Өйҙәге команда | |
Сайт | |
![]() |
«Татнефть-Арена» боҙ һарайы — Ҡазан ҡалаһындағы яһалма боҙ хоккей майҙаны һәм 9300 урынлы трибуналары булған универсаль спорт-концерт комплексы.
«Татнефть-Арена» 2005 йылдың 29 авгусында асылған. Уның базаһында Континенталь хоккей лигаһында уйнаған «Аҡ Барс» һәм уның «ҡанаты аҫтындағы» командалар: Юғары хоккей лигаһында уйнаусы «Барс» һәм Йәштәр хоккей лигаһында уйнаған «Ирбис» хоккей клубтары эшләй. Хоккей миҙгеле барышында ошо лигалар чемпионаттарының уйындары үткәрелә. Аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (9 300 урынлыҡ), спортсмендар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, конференц‑залы булған пресс‑үҙәк, аппарат‑студиялы комплекс, ресторан һәм башҡа ярҙамсыл бүлмәләре бар.
Татнефть Арена — яһалма боҙло хоккей майҙаны булған универсаль спорт аренаһы (9300 урынлы трибуналар).