Таянович Вениамин Игоревич | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 6 апрель 1967 (58 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | йөҙөүсе |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт физик культура университеты |
Спорт төрө | йөҙөү |
Ҡатнашыусы | swimming at the 1992 Summer Olympics – men's 4 × 100 metre freestyle relay[d] һәм swimming at the 1992 Summer Olympics – men's 4 × 200 metre freestyle relay[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 194 сантиметр |
Масса | 89 килограмм |
Таянович Вениамин Игоревич (6 апрель 1967 йыл) — спорт ветераны. 1985—1992 йылдарҙа йөҙөү буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1992 йылғы Олимпия уйындары чемпионы, призёры һәм рекордсыһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1986) һәм атҡаҙанған (1992) спорт мастеры.
Вениамин Игоревич Таянович 1967 йылдың 6 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуа. 2006 йылда Силәбе ҡалаһында Урал физик культура институтын тамамлай.
Өфө ҡалаһындағы «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенә (ДСО) ҡараған Үҫмер балалар спорт мәктәбенең тәрбиәләнеүсеһе. 1985—1992 йылдарҙа армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Һамар; тренеры Г. Г. Турецкий).