Тель-Брак | |
Дәүләт | Сүриә[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Эль-Хасака[d] |
Рәсми сайт | tellbrak.mcdonald.cam.ac.uk |
Тель-Брак Викимилектә |
Тел(л)ь-Брак, борон Нагар — Сүриәнең Әл-Хәсәкә провинцияһы территорияһында Һабур йылғаһы үрендә табылған археологик ҡаласыҡ, боронғо төньяҡ Месопотамияның иң эре ҡаласыҡтарының береһе. Ҡалҡыулыҡтың бейеклеге — яҡынса 40 метр, оҙонлоғо — 1 километр тирәһе, майҙаны 130 гектар самаһы.
Бында неолит ахыры, шумер дәүләте, Аккад империяһы дәүерҙәрендә һәм бронза быуатының аҙағына тиклем тораҡ булған.
Тель-Бракты британ археологы сэр Макс Маллоуэн (Агата Кристиҙың ире) 1937 һәм 1938 йылдарҙа тикшергән[2]. Һуңыраҡ Лондон университетының Археология институты археологтары, шунан Кембридж университетының Макдональд археологик тикшеренеүҙәр институтынан Дэвид һәм Джон Оутстар етәкселегендәге археологтар төркөмө бында 1976— 2004 йылдар эсендә бер нисә миҙгел үткәрә[3][4][5]. 2006 йылдың яҙынан тикшеренеүҙәргә Augusta McMahon етәкселек итә. Һуңғы тапҡыр ҡаҙыныуҙар 2011 йылда үткәрелә; әле археологик эштәр Сүриәлә барған граждандар һуғышы арҡаһында туҡтатылып торған.
Был ерҙә беҙҙең эраға тиклем 6000 йылда уҡ ҙур булмаған торама барлыҡҡа килгән. Бында халаф мәҙәниәте артефакттары табылған[6].
Торама артабанғы убайд һәм урук осорҙарында ла йәшәүен дауам итә. Ҡаҙыныуҙар барышында беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән ҡала табылған.
Беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтың шына яҙыуҙары Нагарҙы Левант менән төньяҡ Месопотамия араһында ятҡан эре тораҡ пункт итеп телгә ала.
Иртә бронза быуаты аҙағына (беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡ) ҡала бәләкәйләнә, был тотош төбәк бөлгән ваҡытҡа тап килә. Тарихсылар был бөлөүҙе климаттың киҫкен үҙгәреүе менән бәйләй.
Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында һаман бәләкәй тораҡ булып ҡалған ҡалала мөһабәт һарай һәм митанни ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килә (беҙҙең эраға тиклем 1500—1360 йылдар). Торлаҡ биналарын файҙаланыу дауам итә.