Тель-Фехериә | |
Дәүләт | Сүриә |
---|---|
Административ үҙәге | Митанни |
Административ-территориаль берәмек | Рас-эль-Айн[d] |
Эра | Бронза быуат |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | Б. э. т. XV быуат |
Тель-Фехериә Викимилектә |
Тель-Фехериә (Тель-Әл-Фехериә), Телль-Фәхәриә — Сүриә территорияһындағы боронғо ҡаласыҡ. Илдең төньяҡ-көнсығышында Әл-Хасеке провинцияһында Хабур йылғаһы буйында урынлашҡан[1].
Фараз ителеүенсә, ҡаласыҡ урынында хуррит дәүләте Митанниҙың баш ҡалаһы Вашшуканни (Вассокканне, Вашшукканне, Хошкани) урынлашҡан булған. Ҡала яҙма сығанаҡтарҙан беҙҙең эраға тиклемге XVI быуаттан билдәле. Баш ҡала ике быуат самаһы сәскә атҡан булған. Ҡаланың Суппилулиум I батша етәкселегендәге хеттар тарафынан таланғанлығы биләле, был батша Митанни батшаһы Шаттивазды үҙенә яһаҡ түләүсе итә. Икенсе тапҡырға ҡала ассирий батшаһы Адад-нирари I тарафынан беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1290 йылда емертелгән.
Ҡаласыҡтан алыҫ түгел ассирий ҡалаһы Сикан ултырған булған. Уның атамаһын Вашшуканни топонимына бәйләүсе гипотеза йәшәп килә.
Ҡаласыҡ 1910-сы йылдарҙа табыла. Ҡаҙыныуҙар 1940-сы йылдарҙан башлап — ара-тирә, 1980-се йылдарҙан алып даими алып барыла[2]. 2006 йылдан бында немец-словак командаһы эшләй.