Тигеҙлектәр | |
Тигеҙлектәр Викимилектә |
Тигеҙлек (рус. равнина, ингл. plain) — майҙаны буйынса шаҡтай ҙур булған ҡоро ер өҫтө, диңгеҙ һәм океандар төбө, ай өҫтө рельефының иң мөһим элементтарының береһе. Ер өҫтөнөң ауышлыҡһыҙ тип әйтерлек (5° — ҡа тиклем ауышлыҡ менән) һәм ҡалҡыулыҡтары әҙ (200 метрға тиклем) булыуы менән айырылып торған тигеҙ урын [1].
Күпселек тигеҙлектәр платформа өҫтөндә формалаша. Ҡайһы бер тигеҙлектәр таулы өлкәләрҙең тау аралары һәм тау алдары иңкеүлектәрендә хасил була. Һыу аҫты тигеҙлектәре океан төбөндә, шельфта, ҡоро ергә сиктәш диңгеҙҙәрҙең соҡорҙарында яһалған абиссаль тигеҙлектәр күберәк таралған.
Тигеҙлектәр, тауҙар кеүек үк, ҙур булмаған градиентлы (1-2 м/км тиклем) тектоник хәрәкәттәргә дусар була. Ғөмүмән алғанда, тигеҙлектәр ҡоро ер өҫтөнөң 65 % -ын тәшкил итә. Донъяның иң ҙур тигеҙлеге: Амазонка уйһыулығы (5 млн км2 артыҡ).
Башҡортостан Республикаһы сиктәрендә Көнсығыш Европа тигеҙлеге рельефы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек, аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек булыуы менән айырыла. Бәләбәй ҡалҡыулығы, Стәрлебаш-Фёдоровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырт, Өфө яйлаһы денудацион ҡалҡыу тигеҙлек төрөнә инһә, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге аккумулятив һәм эрозион‑денудацион тигеҙлек сифаттарына эйә. Республиканың көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә денудацион Һаҡмар-Таналыҡ тигеҙлеге (абс. бейеклеге 350—500 м) һәм денудацион‑аккумулятив Ҡыҙыл‑Оло Урғаҙа тигеҙлеге (350—400 м) урынлашҡан [3] .