Тигр | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1900 км |
Бассейн | 375 000[1] км² |
Һыу сығымы | 1014 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Хазар |
· Урынлашыуы | Әрмән таулығы, Элязыг провинцияһы, Төркиә |
· Бейеклеге | 1248 м |
· Координаталар | 38°30′12″ с. ш. 39°30′21″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Шатт-әл-Ғәрәп |
· Урынлашыуы | Басра провинцияһы, Ираҡ |
· Бейеклеге | 4[2] м |
· Координаталар | 31°00′16″ с. ш. 47°26′32″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Шатт-әл-Ғәрәп → Фарсы ҡултығы → Оман ҡултығы → Ғәрәбстан диңгеҙе |
Илдәр | Төркиә, Сүриә, Ираҡ |
Тигр Викимилектә |
Тигр (төр. Dicle, Диджле[3]; ғәр. دجلة, Диджла[4]; курд. Dîcle) — Көньяҡ-Көнбайыш Азиялағы йылға[1]. Төркиә, Сүриә һәм Ираҡ илдәренең территориялары буйлап аға.
Боронғо грек телендәге йылғаның атамаһы Τίγρης, Τίγρις боронғо фарсы теленән tigrā[5] алынған, ә һуңғыһына был гидроним элам (ti-ig-ra), шумер (idigna) телдәренән килгән.
Нөсхә шумер атамаһы Idigna йәғни Idigina, моғайын, «тиҙ йылға» тип аңлатылған *id (i)gina һүҙенән килгәндер[6]. Шумер һүҙе аккад теленә Idiqlat формаһында кергән, һәм артабан семит телдәренә (сүриә Deqlaṯ, ғәрәп Dijla) күскән.
Боронғо фарсы телендә лә Arvand Rud һүҙе «тиҙ йылға» тип аңлатылған.
Тел | Атама |
---|---|
Аккад теле | Idiqlat |
Арамей теле | דיגלת , Diglath |
Әрмән теле | Տիգրիս, Tigris |
Боронғо грек теле | ἡ Τίγρης, -ητος, hē Tígrēs, -ētos;
ἡ, ὁ Τίγρις, -ιδος, hē, ho Tígris, -idos |
Боронғо фарсы теле | 𐎫𐎡𐎥𐎼𐎠, Tigrā |
Йәһүд теле | חידקל, Ḥîddeqel |
Фарсы теле | دجله Dijle |
Сүриә теле | ܕܩܠܬ Deqlaṯ |
Хуррит теле | Aranzah[7] |
Шумер теле | Idigna/Idigina |
Оҙонлоғо — яҡынса 1900 км, бассейн майҙаны — 375 мең км². Бассейн территорияһының яртыһы тиерлек (≈175 мең км²) Иранда урынлашҡан[8]. Инеше Көнсығыш Таврҙа, Төркиәнең көнсығышында Хазар күлендә урынлашҡан. Үрге ағымында йылға Джезире платоһы аша үтә һәм артабан Месопотамия уйһыулығы буйлап аға. Түбәнге ағымында Евфрат йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[9][1].
Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Оло һәм Кесе Заб, Дияла, Керхе, Эль-Узайм[10][11].
Тигр буйында Ираҡтың баш ҡалаһы Бағдад урынлашҡан.
Йылғала Мосул, Самарра, Кралкизи, Диджле, Илису, Джизре ГЭС-тары төҙөлгән[12][8].
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ