Тижәниә | |
ғәр. الطَّرِيقَةُ التِّيجَانِيَّةُ | |
Нигеҙләү датаһы | 1780[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Әхмәт әт-Тижәни |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Аин Мади[d], Лагуат[d], Алжир |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d] |
Тижәниә Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Тижәниә (ғәр. التجانية; рус. Тиджания) — XVIII быуат аҙағында Әхмәт әт-Тижәни тарафынан нигеҙләнгән, реформаторлыҡ үткәргән суфый тәриҡәте. Әхмәт әт-Тижәни 1781—1782 йылдарҙа үҙенең дәғүәтен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән бойондороҡһоҙ тәриҡәт булдырырға рөхсәт — «нәсихәт» алғанын раҫлауҙан башлай.. Француз оккупацияһы ваҡытында тәриҡәттең юғары ҡатламы француз властары менән хеҙмәттәшлек юлына баҫа. XIX быуат уртаһында тәриҡәт вәкилдәре Сенегал һәм Нигер йылғалары бассейнында айырым дәүләт төҙөй (Тижәниә Ғүмәр әл-Хажжа) . Тижәниҙең хатаһыҙлығы һәм тәриҡәт ағзаларының үҙҙәрен башҡа мосолмандарҙан өҫтөн ҡуйыуы, үҙҙәрен һайланмыш тип һанауы, был шулай уҡ исламдың башҡа йүнәлештәре вәкилдәре яғынан ҡаты тәнҡит тыуҙыра.
Әхмәт әт-Тиджани 1737 йылда Алжирҙың көньяғында тыуған. Ул бай булмаған бербер ғаиләһенән була. Дини фәндәрҙе өйрәнә, хәлүәтиҙәр һәм башҡа суфый тәриҡәттәре менән бәйле була[2].
1781—1782 йылдарҙа ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән бойондороҡһоҙ тәриҡәтен булдырырға рөхсәт — «нәсихәт» алғанын белдереп, үҙенең дәғүәтен башлай[2]. 1789 йылда ул үҙенең эйәрсендәре менән бергә Фәскә күсеп килеп, унда вафатына тиклем йәшәй. Урындағы халыҡтың һәм башҡа суфый берләшмәләренең насар мөнәсәбәтенә дусар була, әммә нығынып китә ала, зәүиә төҙөй. Унан тәриҡәттең йоғонтоһо Мәғрибтең башҡа төбәктәренә лә тарала. Үҙенең вариҫы итеп Тижәни Али әт-Тәмәсиниҙе тәғәйенләй, әммә күп йыллыҡ көрәштән һуң етәкселекте әт-Тижәниҙең ике улы үҙ ҡулына ала[3].
Әхмәт әт-Тижәни мөриттәренә башҡа шәйехтәргә бәйғәт биреүҙе, уларҙың бәрәкәте һәм шәфәғәте менән файҙаланыуҙы тыя. Алмашҡа ул уларға ҡиәмәт көнөндә ҡотолоу һәм үҙенең ҡурсыуын вәғәҙә итә[2].
Тәриҡәт бойондороҡһоҙ сәйәсәт алып барырға ынтыла. Француз оккупацияһы ваҡытында уның етәкселәре француз властары менән хеҙмәттәшлек юлына баҫа, әммә Марокколағы күпселек эйәрсендәр оккупанттарҙы таныуҙан баш тарта. XIX быуат уртаһында туғанлыҡ вәкилдәре Сенегал һәм Нигер йылғаһы бассейны халҡын исламға күсерә башлай. Айырым дәүләт булдырыу, шулай уҡ әүҙем христиандарға ҡаршы пропаганда үткәреү француздарҙың хәрби ҡаршы тороуына килтерә, ул тәриҡәттең еңелеүе менән тамамлана. Был осорҙа тәриҡәттә бер нисә тармаҡ барлыҡҡа килә, уларҙың иң ҙурҙары — хәмәлиә һәм яҡубия[3].
1920-се йылдарҙа Марокко, Алжир һәм Туниста тәриҡәткә ҡаршы киң кампания йәйелдерелә, әммә ул ғәрәп илдәрендә лә, Үҙәк һәм Көнбайыш Африканың башҡа ғәрәп булмаған илдәрендә лә (Сенегал һәм Нигерия) байтаҡ эйәрсендәрен һаҡлап ҡала[2].
Әлеге ваҡытта тәриҡәткә эйәреүселәр һаны яҡынса 100 миллион тирәһе кеше тәшкил итә. Әхмәт Тижәни Али Сиссә тәриҡәттең рухи лидеры булып тора[4] .
Әхмәт әт-Тижәни мөриттәренән заһитлыҡ һәм бикләнеү талап итмәй, тыныс зекер индерә, башҡа суфый шәйехтәре һәм тәриҡәттәренең "изге урындары"на зыярат ҡылыуҙы тейешһеҙ тип һанай. Тижәни ҡараштарында башҡа суфый аҡыл эйәләренең (Ибн әл-Ғәрәби һ.б.) көслө йоғонтоһо һиҙелә. Ул үҙен "юғары ҡотоб " һәм «Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәтеме» (хәтем әл-виләйә әл-Мөхәммәҙиә) тип иғлан итә. Әхмәт әт-Тижәни үҙен абсолют хатаһыҙ тип иғлан итеп ортодоксаль сөнни ислам күҙлегенән тыйылған ғәмәл ҡыла [2]. Ул силсиләнән баш тарта , үҙенең үәрде туранан-тура Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән алынған тип белдерә. Тәриҡәт ағзалары һайланмыш тип һанала һәм үҙҙәрен башҡа мосолмандарҙан өҫтөн ҡуя, был шулай уҡ исламдың башҡа йүнәлештәре вәкилдәре яғынан ҡаты тәнҡит тыуҙыра[3]