Тимертау | |
ҡаҙ. Теміртау | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1909 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Теміртау |
Этнохороним | Kazakhe[1] һәм Kazakh[1] |
Дәүләт |
Ҡаҙағстан Рәсәй империяһы СССР |
Административ үҙәге | Темиртауская городская администрация[d] |
Административ-территориаль берәмек | Темиртауская городская администрация[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 185 082 кеше (2015)[2] |
Туғандаш ҡала | Зеница (ҡала) һәм Каменское[d] |
Майҙан | 296,1 км² |
Почта индексы | 101400 |
Тимертау Викимилектә |
Тимертау — (рус. Темирта́у, ҡаҙ. Теміртау) — Ҡаҙағстандағы ҡала, Ҡарағанды өлкәһендә урынлашҡан. 1988 йылдың 20 июленән ҡала ҡарамағына Аҡтау ҡасабаһы инә.
Ҡаланың атамаһы тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла — ҡаҙаҡсанан башҡортсаға «Тимер тауы» тип әйләндерелә. Икенсе популяр атамаһы — « Ҡаҙағстан Магниткаһы». Ҡаланы барлыҡҡа килтереп йәшәткән предприятие — Ҡаҙағстандағы иң ҡеүәтле металлургия производствоһы АО «АрселорМиттал Темиртау» (ArcelorMittal)
Тимертау — өлкә буйһоноуындағы ҡала. Ул республиканың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1945 йылдың 1 октябрендә элекке Сәмәрҡәнд ҡасабаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ҡаланың һәм уның сәнәғәт объекттарының төҙөлөүе Ҡарағанды күмер бассейнын үҙләштереү осоро менән бәйле.
Яңы барлыҡҡа килә башлаған күмер сәнәғәте электр энергияһына мохтажлыҡ кисерә һәм 1935 йылда ХХ быуат башынан 30 километр алыҫлыҡта йәшәп килгән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы янында гидроузел төҙөлә башлай. 3 йылдан уны тамамлайҙар.
1942 йылда ГРЭС-та беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла.
Иң ауыр һуғыш йылдарында, СССР-ҙың күп сәнәғәт райондары оккупацияланған осорҙа, Дәүләт Оборона Комитеты Ҡарағанды ҡалаһы янында металлургия заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
1944 йылдың 31 декабрендә Ҡаҙағстан металлургия заводы сафҡа инә.
1945 йылдың 1 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумы указы менән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы Ҡарағанды ҡала яны зонаһы составынан сығарыла һәм Тимертау ҡалаһы тип аталып, үҙаллы ҡала булып үҫешә башлай.
Тимертау халҡы һаны [4] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 1991 | 1999 | 2004 | 2005 | 2006 |
76 725 | ▲166 479 | ▲213 026 | ▼212 382 | ▲213 100 | ▼170 481 | ▼159 812 | ▼159 651 | ▲161 314 |
2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
▲162 567 | ▲163 357 | ▲169 590 | ▲170 903 | ▲172 045 | ▲173 729 | ▲174 103 | ▲175 628 | ▲177 057 |
Милли состав (1 ғинуар, 2014 йыл)[5]:
Тимертауҙың ике туғандаш ҡалаһы бар[7]: