Тиуанако | |
Дәүләт | Боливия[1] |
---|---|
Административ үҙәге | Тиуанако[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ла-Пас[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−4[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Титикака |
Башланыу датаһы | 400 |
Тамамланыу датаһы | 900 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1] |
Тиуанако Викимилектә |
Тиуанако йәки Тайпикала (ҡайһы берҙә Тиауанако, Тиуанаку, Тиванако, айм.Tiwanaku) — боронғо ҡала, шул уҡ исемдәге анд цивилазицияларының рухи һәм сәйәси үҙәге. Боливияла Титикака күленең көньяҡ ярынан 15 км алыҫтараҡ урынлашҡан. 2000 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы[2].
Урындағы халыҡтың күпселеге аймара телендә һөйләшә (кечуа теленә оҡшаған индеецтарҙың өс теленең береһендә), аҙсылығы уру (Uru) йәки уға оҡшаған чипая (Chipaya) телендә һөйләшә. Элек хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан пукина теле киң таралған булған. Алан Колата был телдәр Тиуанакола мөһим булған тип һанаған. Урындың атамаһы аймара телендә Тайпикала (Taypikala, Taipikala) менән ауаздаш булған, ул «таш үҙәге» тигәнде аңлата, сөнки урын, уларҙың фекере буйынса, донъя үҙәге менән йәнәш урынлашҡан[3] Быға тиклем атамаһы пукина телендә лә булған тигән фекер бар.
Колониаль булғанға тиклемге Боливияла II—IX быуаттарҙа уҡ Тиуанако Үҙәк Андтар төбәгенең иң ҙур ҡалаһы һәм Пукина дәүләтенең үҙәге булған тип һаналған. Ул ваҡытта ҡала яҡынса 6 км² ер биләгән һәм 40 мең кешеһе булған. Яҡынса 1180 йылдарҙа Пукинаны колья (аймара) ҡәбиләләре тар-мар иткәндән һуң, ҡаланы халҡы ҡалдырып китә.
Пукина дәүләте бөлгөнлөккә төшкәндән һуң Тиуанако, уның төп үҙәге, инкалар мифологияһында мөһим роль уйнауын дауам итә. Улар үҙҙәренең беренсе легендар хакимы Манко Капак, уның һеңлеһе һәм ҡатыны Мама Окльо Тиуанаконан сыҡҡан тип һанай. Был тарихи инкаларҙың сығышын Тиуанако төбәгенән икәнлеге тураһында гипотезалар файҙаһына иҫбатлай.
Тиуанако хәҙерге аймара халҡының легендаларында һәм ышаныуҙарында ҙур урын биләй.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр боронғо харабаларҙы б.э. тиклем 200 йыл һәм беҙҙең эраның 200 йылы, төп ҡоролмалар — беҙҙең эраның 600 һәм 1000 йылдар араһы тип иҫәпләй[4].