Тиҙ туҡланыу йәки фастфуд (ингл. fast «тиҙ» һәм food «ашамлыҡ») — ҡыҫҡа ваҡытта туҡланыу йәки тиҙ арала бешереп алырлыҡ аҙыҡ.
Тиҙ бешерелеп алына торған аш-һыу барлыҡ халыҡтарҙа бар тип әйтерлек, мәҫәлән, Италияла — пицца. 1921 йылда Канзаста White Castle компанияһы асыла. Улар, быға тиклем бер ҡайҙа ла булмаған, гамбургерҙарҙы һата башлайҙар. Кешеләрҙе был продукт үҙенең хаҡы (1946 йылға тиклем 5 цент) һәм иң мөһиме яңылығы менән ҡыҙыҡһындыра. 1940 йылдарҙа был компанияниң конкуренттары ла килеп сыға башлай, иң көслөләре — McDonald’s.
1956 йылда Америка Ҡушма Штаттарында 14 McDonald’s рестораны эшләй, 1960 йылда — 228, 1968 йылда — 1000, 1975 йылда — 3075, 1980 йылда — 6263, 1990 йылда- 11800. Бөгөнгө көндә 119 илдә 30 меңдән ашыу McDonald’s рестораны эшләй.
Ҙур ҡала кешеләре өсөн был ашау төрө бик уңайлы, бер яҡтан ҡиммәттә түгел, икенсе яҡтан тиҙ ҙә. Тағы ла был аш-һыуҙы, төрлө «тәмләткестәр» ҡушылыу сәбәпле, тәмле лә тип һанайҙар.
Тиҙ ашау — үҙе генә организмаға насар йоғонто яһай, ә ярымфабрикаттарҙан эшләнгән гамбургерҙар һәм башҡа шундай продукттар менән туҡланыу, әлбиттә, һаулыҡты нағытмай. Фастфуд менән туҡланыу, ғалимдар тикшереүе буйынса, тиҙ тән массаһы йыйыуына сәбәп була.