Толбухин Федор Иванович (16 июнь 1894 йыл — 17 октябрь 1949, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1944), Советтар Союзы Геройы (1965 — үлгәндән һуң). «Еңеү» ордены кавалеры (1945). Югославия халыҡ геройы (1945), Болгария Республикаһы халыҡ геройы (1979 — үлгәндән һуң).
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Сталинград һуғышында армия ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, Югославияны нацист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә һәм Румыния, Болгария, Венгрия, Австрияла дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша; Көньяҡ (1943 йылдан — 4-се Украина фронты) һәм 3-сө Украина фронттарында ғәскәр менән командалыҡ итә. 1945—1947 йылдарҙа — Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнөң баш командующийы.
1894 йылдың (4) 16 июнендә Ярославль губернаһының Андроника ауылында (хәҙерге Ярославль өлкәһенең Ярославль районы) күп балалы хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[5]. Атаһы Толбухин Иван Федорович (1863—1907) — Петербургта фураж менән сауҙа итә.
Туғандары фаразы буйынса, ырыу фамилиялары Хольнов була, әммә 1815—1825, Хольновтарҙың береһе алпауытта управляющий булғанда, ул уға Толбухин дворян фамилияһын бирә — бәлки, башҡа Хольновтарҙан айырыу өсөндөр. Толбухин фамилияһын икенсе алпауыт, Ярославль дворяны йөрөткән була.
Сиркәү-мәхәллә мәктәбен һәм Андроникта Давыдковск земство мәктәбен тамалай. Атаһының вафатынан һуң ағаһы, Петербург сауҙагәре Александр тәрбиәһенә алына. Петербургта Федор Толбухин өс йыллыҡ сауҙа мәктәбен тамамлай, ә 1912 йылда Петербург коммерция училищеһына имтихандарҙы экстерн тапшыра. 1911 йылдан Санкт-Петербургта бухгалтер булып эшләй.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, Рус император армияһына вольноопределяющийся булып бара. Петроград уҡыу-автомобиль ротаһында курстар үтеп, 6-сы пехота дивизияһы штабында һәмТөньяҡ-Көнбайыш фронтта 22-се пехота полкында һалдат-мотоциклист һәм шофер булып хеҙмәт итә[6]. 1915 йылдың апрелендә Ораниенбаумск офицерҙар уҡсылар мәктәбенә уҡыуға ебәрелә, унда тиҙләтелгән курстарҙы алдан тамамлап, 1915 йылдың июлендә прапорщик дәрәжәһенә күтәрелә. 1915 йылдың сентябрендә фронтҡа ебәрелә. Көньяҡ-көнбайыш фронтта рота, 9-сы армияның 1-се Амур аръяғы пехота дивизияһының 2-се Амур аръяғы батальоны менән командалыҡ итә. Брусиловты йырып сығыуҙа ҡатнаша. Хәрби отличиеһы өсөн Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары менән бүләкләнә, шулай уҡ «отличие өсөн» ваҡытынан алда подпоручик һәм поручик дәрәжәһе бирелә.
1917 йылдың ғинуар аҙағында уларға ғәҙел мөнәсәбәте өсөн Февраль революцияһынан һуң полктың һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана. поручик Ф. И. Толбухин яңы формалаштырылған 4-се Амур аръяғы пехота дивизияһының 13-сө Амур аръяғы полкына батальон командиры итеп ебәрелә. Һалдаттар араһында ҡыйыулығы һәм уларға ғәҙел мөнәсәбәте өсөн Февраль революцияһынан һуң полктың Һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана. 1917 йылдың июнендә полк менән фронтҡа килә һәм Июнь һөжүмендә ҡатнаша. Көслө һуғышта контузия ала, ә батырлыҡтары өсөн штабс-капитан дәрәжәһенә лайыҡ була. Госпиталдә оҙаҡ ятып сыҡҡандан һуң 1917 йылдың декабрендә Толбухин ауырыуы буйынса ике айлыҡ отпуск ала. Петроградҡа ҡайта һәм унан 1918 йылдың мартында демобилизациялана.
Петроградта эш таба алмағас, 1918 йылдың яҙында Ярославль губернаһына туғандары янына китә. 7-се хәрби-юл отрядында табельщик булып эшләй. 1918 йылдың авгусында Сандыревск улус хәрби комиссары итеп һайлана, артабан өҫтәмә рәүештә улус всевобучы начальнигы итеп тәғәйенләнә.