Толчиф Мария

Толчиф Мария
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-osa" does not exist.
Тыуған көнө 24 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Фаирфакс[d], Осейдж[d], Оклахома[d], Америка Ҡушма Штаттары[5]
Вафат булған көнө 11 апрель 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…] (88 йәш)
Вафат булған урыны Чикаго[2]
Үлем сәбәбе смерть от падения[d]
Бер туғандары Марджори Толчиф[d]
Хәләл ефете Джордж Баланчин, Elmourza Natirboff[d][6] һәм Henry Paschen Jr.[d][6]
Балалары Elise Paschen[d]
Әһәмиәтле кеше Edwina Seaver Fontaine[d][7]
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто School of American Ballet[d]
Школа Беверли Хиллз[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1966
Архивы хранятся в Нью-йоркская общественная библиотека исполнительского искусства[d][8]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
 Толчиф Мария Викимилектә
Э.Брун һәм М.Толчиф, 1961 й.

Элизабет Мэри Тол Чиф[a 1] (ингл. Elizabeth Marie Tallchief; 24 ғинуар 1925 йыл, Фэрфакс, Оклахома — 11 апрель 2013 йыл, Чикаго) — «биш ай[en]» тип аталғандарҙың береһе, Американың беренсе прима-балеринаһы[10] Индеецтарҙың беренсе вәкиле — балерина[11]. Балетта революция яһаған тип иҫәпләнә[12][13][14][15]. Балерина Марджори Толчифтың өлкән апаһы, Джордж Баланчиндың өсөнсө ҡатыны.

Уның атаһы (Александр Джозеф Тол Чиф) осейджи юлбашсыһы булған, ә әсәһенең (Рут Портер) ата-бабалары шотланд һәм ирланд сығышлы[16][17]. Фамилияһы рус теленә «Юғары кәүҙәле юлбашсы» тип тәржемә ителә[18]. Дуҫтары һәм туғандары уны «Мэри Бетти» (Marie Betty) тип атай. Ата-әсәһе Мэриҙың әсәһе Александр Джозефтың әсәһендә экономка булып эшләгән апаһына барғанда таныша[16].

Тол Чиф тыуғандан тиерлек бейей — өс йәшенән алып бейеү дәрестәренә йөрөй. Һигеҙ йәше тулғанда ғаиләһе Калифорнияның Лос-Анджелес ҡалаһына күсенә, унда апалы-һеңлеләрҙең бейеү менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәре күберәк була. 17 йәшендә ангажемент эҙләп, Нью-Йорк ҡалаһына күсә, унда эш биреүселәр талабы буйынса «Мария Толчиф» (Maria Tallchief) псевдонимын ала. Биш йыл дауамында Толчиф «Русский балет Монте-Карло» (1942—1947) компанияһында бейей[19], бында Джордж Баланчин менән таныша һәм уға кейәүгә сыға. Баланчин үҙ труппаһының балетмейстеры булып алғас, Толчиф уның төп солисткаларының береһе була[20]. Ире менән айырылышҡандан һуң, 1956 йылда компанияны ташлап китә.

Толчиф бейеүенең дәртле манераһы техник ҡатмарлыҡтар менән тулы булған Баланчиндың виртуоз хореографияһы менән уңышлы аралаша. Балеринаға билдәлелекте «Жар-птица» (1949) балетындағы төп партия килтерә. Башҡа уңышлы партия булып «Щелкунчик»та Фея Драже партияһы тора. Ул бөтә донъяны урап үтә, Ҙур театрҙа сығыш яһаусы беренсе АҠШ гражданкаһы була, Америка телевидениеһында даими сығыш яһай. 1966 йылда башкарыу карьераһы тамамлағандан һуң, Мария Толчиф Чикагола балет үҫешендә әүҙем ҡатнаша: 1974 йылда ул Чикаго ҡала балеты труппаһын төҙөй, ул башта Лирик Опера составында эшләй, ә һуңынан, 1981 йылда, үҙалла компания булып китә.

Оклахомала балеринаның бер нисә һыны ҡуйылған. Ул Америка ҡатын-ҡыҙҙар данының Милли залы ағзаһы була һәм сәнғәткә индергән өлөшө өсөн Милли миҙал ала. 1996 йылда Толчиф Кеннеди Үҙәге бүләген ала. Уның тормошо бер нисә документаль фильм һәм биографиялар предметы була.

Карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылда Беверли-Хиллзда урта мәктәпте тамамлай. 17 йәшендә Нью-Йоркҡа юллана һәм Серж Денхем труппаһында сығыш яһай башлай.[21][22]. Уның беренсе сығышы Париж күңел асыуында була[23].

Монте-Карлола Рус балетында тәүге ике ай эше ваҡытында ул ете төрлө балетта сығыш яһай.

1944 йылдың яҙында Монте-Карлоның Рус балеты яңы «Песня Норвегии» спектакле өҫтөндә эш өсөн билдәле балетмейстер Джордж Баланчинды саҡыра. Был аҙым уның карьераһында һәм Баланчин карьераһында боролош мәле була[24].

Баланчин уның мөһим ролдәрендә ярҙам итә. Danses Concertantes ул па-де-труа джазының бер өлөшө була, Bourgeois Gentilhomme уның Юрек Лазовский менән па-де-де-де була[24]. 1946 йылдың 16 авгусында Баланчин һәм Мария өйләнешә[22]. Контракты бөткәс, ул Баланчин труппаһына ҡушыла, уныһы Францияла Париж Операһының Балет труппаһына хореограф сифатында саҡырылған була.

Нью-Йорк Сити балеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда Баланчин балет йәмғиәтенә нигеҙ һалыу өсөн меценат Линкольн Кирстейн менән берләшә, был йәмғиәт туранан-тура Нью-Йорк Сити балетының беренсе ҡарлуғасы була. Толчифтың Монте-Карло Рус балеты менән контракты бөтөүгә алты ай ваҡыты ҡала, шуға күрә ул труппала 1947 йылға тиклем ҡала.[25].

Ирле-ҡатынлы АҠШ-ҡа әйләнеп ҡайтҡас, ул тиҙ арала 1948 йылда асылған Нью-Йорк Сити балеты йондоҙҙарының береһе һәм тәүге прима-балерина була[26].

  • 27 ноябрь 1949 — Жар-птица*, Джордж Баланчиндың «Жар-птица» (Иван-царевич — Монсьон Франсиско)

(*) — партияның тәүге башҡарыусыһы.

  1. Имя на языке оседжи в написании латиницей: Ki He Kah Stah Tsa. Dance Magazine 1960 Award Winners: Maria Tallchief". Dance Magazine (April 1961)
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119550636 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Maria Tallchief // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Maria Tallchief // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. https://data.carnegiehall.org/names/40261/about (ингл.) — 2017.
  6. 6,0 6,1 Elizabeth Maria Tallchief // FamilySearch Family Tree — 2009.
  7. https://archives.nypl.org/dan/23881
  8. https://archives.nypl.org/dan/19842
  9. https://data.performing-arts.ch/a/4c0de1b0-1e80-4e6b-aedb-2cd1895c0330 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  10. Hedy Weiss (April 12, 2013). «American prima ballerina Maria Tallchief dies at 88». Chicago Sun Times. Retrieved April 15, 2013
  11. Howard Chua-Eoan (April 12, 2013). «The Silent Song of Maria Tallchief: America’s Prima Ballerina (1925—2013)». Time. Retrieved April 16, 2013.
  12. Hedy Weiss. American prima ballerina Maria Tallchief dies at 88, Chicago Sun Times (12 апрель 2013). 15 апрель 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
  13. Dance Magazine 1960 Award Winners: Maria Tallchief (инг.) // Dance Magazine (инг.)баш. : magazine. — № April 1961.
  14. Halzack, Sarah. Maria Tallchief, ballet star who was inspiration for Balanchine, dies at 88, The Washington Post (12 апрель 2013). 14 апрель 2013 тикшерелгән.
  15. Howard Chua-Eoan. The Silent Song of Maria Tallchief: America's Prima Ballerina (1925-2013), Time (12 апрель 2013). 11 июль 2020 тикшерелгән.
  16. 16,0 16,1 Anderson, Jack. Maria Tallchief, a Dazzling Ballerina and Muse for Balanchine, Dies at 88 (12 апрель 2013). 13 апрель 2013 тикшерелгән.
  17. Maria Tallchief; Larry Kaplan. 1 // Maria Tallchief: America's Prima Ballerina. — Holt, 1998. — ISBN 0-8050-3302-5.
  18. В. Е. Багно. На рубеже двух столетий: сборник в честь 60-летия Александра Васильевича Лаврова. — Новое литературное обозрение, 2009. — С. 417. — 848 с.
  19. Суриц Е. Я. Толчиф, Мария // Балет : энциклопедия / Гл. ред. Ю. Н. Григорович. — М.: Советская энциклопедия, 1981. — 623 с.
  20. Maria Tallchief dead at 88:Chicago dance legend, Balanchine muse, Chicago Tribune, Sid (12 апрель 2015). 15 сентябрь 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 7 август архивланған.
  21. TALLCHIEF, ELIZABETH MARIA (1925- )(недоступная ссылка).web.archive.org(17 апреля 2013).&Дата обращения: 11 июля 2020.Архивировано 17 апреля 2013 года.
  22. 22,0 22,1 Anderson, Jack. Maria Tallchief, a Dazzling Ballerina and Muse for Balanchine, Dies at 88, The New York Times (12 апрель 2013). 11 июль 2020 тикшерелгән.
  23. Maria Tallchief : America's prima ballerina : Tallchief, Maria : Free Download, Borrow, and Streaming(англ.).Internet Archive.Дата обращения: 11 июля 2020.
  24. 24,0 24,1 Maria Tallchief : America's prima ballerina : Tallchief, Maria : Free Download, Borrow, and Streaming. Дата обращения: 11 июль 2020.
  25. "Dance Magazine 1960 Award Winners: Maria Tallchief" // Dance Magazine.
  26. Howard Chua-Eoan The Silent Song of Maria Tallchief: America’s Prima Ballerina (1925-2013) (инг.) // Time : magazine. — 2013-04-12. — ISSN 0040-781X. Архивировано из первоисточника 9 октябрь 2020.