Ҡасым-Йомарт (Юмарт) Кемел улы Тоҡаев (Туҡаев) (рус. Касы́м-Жома́рт Кеме́левич Тока́ев)[4] (ҡаҙ. Қасым-Жомарт Кемелұлы Тоқаев; 17 май 1953[2] (71 йәш), Алматы) — Ҡаҙағстан Республикаһының икенсе президенты. (2019 йылдың 20 мартынан[5] 2020 йылда үтәсәк нәүбәттәге һайлауға тиклем ул Президет вазифаһын ваҡытлыса башҡарасаҡ тип уйланыла ине[6]).
2019 йылдың 9 июнендә Ҡаҙағстан Республикаһында президет һайлауы үткәрелде. Унда Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы күпселек тауыш йыйҙы[7]
Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Ҡаҙағстандың дәүләт эшмәкәре, совет һәм ҡаҙаҡ дипломаты булараҡ билдәле. Ҡаҙағстан Республикаһының Парламент сенаты Рәйесе (2013 йылдың 16 октябренән 2019 йылдың 20 мартына тиклем). БМО-ның Женевалағы бүлексәһе (United Nations Office at Geneva) генераль директоры (12 март, 2011 — 16 октябрь, 2013). Ҡаҙағстан Республикаһының Премьер-министры (октябрь 1999 — ғинуар 2002). Ҡаҙағстан Республикаһының Сит ил эштәре министры (1994—1999, ғинуар 2002 — ғинуар 2007). Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе. Сәйәси фәндәр докторы. Полиглот.
1975 йылда Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған. 1992 йылда Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһын тамамлаған.
1998 йылдан — тарих фәндәре кандидаты. 2001 йылдан — сәйәси фәндәр докторы[8].
1975 йылдан 1979 йылға тиклем СССР Сит ил эштәре министрлығында референт булып эшләй, СССР-ҙың Сингапурҙағы илселеге референты.
1979—1983 йылдарҙа — өлкән референт, атташе, СССР Сит ил эштәре министрлығының өсөнсө секретары.
1983 йылдан алып 1984 йылға тиклем Пекин Ҡытай теле институтының стажеры.
1984—1985 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының өсөнсө секретары.
1985—1991 йылдарҙа СССР-ҙың ҠХР-ҙағы илселегендә — икенсе, артабан — беренсе секретарь.
1993—1994 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһын биләй.
1994—1999 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Республикаһының сит ил эштәре министры.
1999 йылдың март айынан октябргә тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһының премьер-министр урынбаҫары.
1999 йылдың октябренән 2002 йылдың ғинуарына тиклем — премьер-министр вазифаһын башҡарыусы, Ҡаҙағстан Республикаһының премьер-министры.
2002 йылдан 2007 йылға тиклем Ҡаҙағстан Республикаһының Сит ил эштәре министры.
2007—2011 йылдарҙа — депутат, Ҡаҙағстан Республикаһының Өсөнсө саҡырылыш парламенты сенатының рәйесе. 2013 йылдан 2019 йылдың 19 мартына тиклем Ҡаҙағстан Республикаһы Парламенты сенатының рәйесе.
2011 йылдан 2013 йылға тиклем — БМО-ның генераль секретары урынбаҫары, БМО-ның Женева ҡалаһындағы Европа бүлеге башлығы.
2019 йылдың 20 мартынан Ҡаҙағстан Республикаһының ғәмәлдәге президенты. Илдең Конституцияһы буйынса ул Тәүге Президент Назарбаев Нурсолтан Әбеш улының һайланыу мөҙҙәте тулғансы ошо вазифаны үтәйәсәк. Нәүбәттәге ил президентын һайлау 2020 йылда буласаҡ.
Тәүге эштәренең береһе — дәүләттең башҡалаһының атамаһы Астананы Нур-Солтан тип үҙгәртеү булды[9]. Уның тәҡдимен Ҡаҙағстан парламенты һәм ҡала мәслихәте хупланы[10] һәм 23 мартта Тоҡаев ҡала исемен үҙгәртеү тураһында 6-сы һанлы указ ға ҡул ҡуйҙы[11][12]; № 1 һанлы указы менән ул Н. Ә. Назарбаевты иң юғары дәүләт наградаһы — «Ҡаҙағстандың халыҡ ҡаһарманы» ете сатлы алтын йондоҙ менән бүләкләне[13].
Ҡаҙағстан Республикаһының ғәмәлдәге президенты булараҡ тәүге рәсми визиты 2019 йылдың 3 апрелендә Рәсәй Федерацияһына булды.
Портал «Казахстан» | |
Токаев, Касым-Жомарт Кемелевич Викиөҙөмтәлә | |
Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Викимилектә | |
Тоҡаев Ҡасым-Йомарт Кемел улы Викияңылыҡтарҙа |