Мәсет | |
Ил | Төркиә |
Город | Истанбул |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Архитектура стиле | Барокко |
Архитектор | Карапет Бальян |
Төҙөлөштө башлаусы | Безмиәләм Солтан |
Төҙөлөш | 1853—1855 йылдар |
Статус | музей[1] |
Дөйөм майҙаны | 625 м² |
Үлсәмдәре | 25×25 |
Көмбәҙҙәр һаны | 1 |
Манаралар һаны | 2 |
Манара бейеклеге | 40,25[2] |
Мәсет Викимилектә |
Тулмабаҡса Мәсете (төр. Dolmabahçe Camii; рус. Мече́ть Долмабахче́), шулай уҡ Безмиәләм Вәлидә Солтан Мәсете (төр. Bezmialem Valide Sultan Camii) булараҡ билдәле — мәсет XIX быуатта төҙөлгән, Истанбулда шул уҡ исемдәге һарай комплексының көньяғында урынлашҡан.
Әлеге көндә Тулмабаҡса (Долмабахче) мәсете урынлашҡан район Босфорҙың ҙур бухтаһы була. Ғәҙәти диңгеҙ тантаналары уҙғарылған был бухта ваҡыт үтеү менән һаҙлыҡҡа әйләнә. 17-се быуатта тупраҡ тултырыла (шуға күрә - долма, йәғни, тулма) башлаған бухта солтандарҙың ялы һәм күңел асыуы өсөн ойошторолған баҡсаға әйләндерелә. Төрлө йылдарҙа был баҡсала төҙөлгән йорттар һәм павильондар оҙаҡ ваҡыт «Бишекташ пляж һарайы» булараҡ билдәле була.
Тулмабаҡсаны төҙөргә бойороҡ биргән һәм беренсе булып уны файҙаланған шәхес Солтан Абдул Мәжит була[3].
Мәсет 1853 йылда Абдул Мәжит солтандың әсәһе Безмиәләм Солтан бойороғо буйынса төҙөлә башлай. Данлыҡлы архитекторҙар династияһы ағзаһы Карапет Бальян архитектор итеп тәғәйенләнә. Мәсетте Безмиәләм үлгәндән һуң улы тамамлап ҡуя.
Мәсет барокко стилендә төҙөлгән һәм бик матур итеп ампир, барокко стилдәрендә биҙәлгән. Мәсеттең айырмалы һыҙаты булып ҙур аркалы тәҙрәләре тора. Мәсеттең бер көмбәҙе һәм ике манараһы бар, уларҙың ике балконы бар. Мәсет һарай комплексының бер өлөшө булғанлыҡтан, унда солтан өсөн ғибәҙәт ложаһы (максура) ҡаралған[4].