Тэджон | |
Байраҡ[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Көньяҡ Корея |
Сәғәт бүлкәте | UTC+9:00[d] |
Геомәғлүмәттәр | Data:South Korea/Daejeon.map |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Daejeon[d] |
Башҡарма власть | Daejeon Metropolitan Government[d] |
Закондар сығарыу органы | Daejeon municipal council[d] |
Халыҡ һаны | 1 475 221 кеше (2018)[1] |
Административ рәүештә бүленә | Dong District[d], Jung District[d], Seo District[d], Yuseong District[d] һәм Daedeok District[d] |
Туғандаш ҡала | Харьков[2][3][4] |
Милке | Тэджон Уорлд Кап Стадиум[d] һәм Daejeon Hanbat Baseball Stadium[d] |
Сиктәш | Чхунчхон-Пукто[d], Чхунчхон-Намдо[d] һәм Седжон[d] |
Майҙан | 539,96 ± 0,01 км² |
Рәсми сайт |
daejeon.go.kr/language/e… daejeon.go.kr |
Рәсми блог | pf.kakao.com/_NkUIK |
![]() | |
![]() | |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Daejeon[d] |
![]() |
Тэджон (кор. 대전 [tɛ̝.dʑʌn]) — Көньяҡ Кореяның үҙәгендә туранан-тура ҡарамағындағы ҡала, Чхунчхон-Намдо провинцияһының административ үҙәге. Ҡаланың рәсми исеме — Тэджон ҡала метрополияһы (кор. 대전광역시 Тэджон-гванъекси). 1 564 мең халҡы менән ҙурлығы буйынса Кореяла бишенсе ҡала[5]. Көньяҡ Кореяның фәнни-техник баш ҡалаһы тип һанала.
Ҡаланың географик координаталары: 36° 10' ~ 36° 29' төньяҡ киңлектә. 127° 14' ~ 127° 33' көнсығыш оҙонлоҡта.
Тэджон Көньяҡ Кореяның урта өлөшөндә урынлашҡан, Сеулдан 167 км алыҫлыҡта, Пусандан 294 км һәм Кванджунан 169 километр алыҫлыҡта ята.
Тэджонда дымлы муссонлы климат. Ҡыш һалҡын һәм ҡояшлы, уның оҙайлығы яҡынса ике ай, йәй эҫе һәм ямғырлы, уның оҙайлығы — биш ай.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 3,3 | 5,7 | 11,5 | 19,1 | 23,8 | 27,4 | 29,7 | 30,2 | 25,9 | 20,4 | 12,7 | 6,1 | 18,0 |
Уртаса температура, °C | −2,4 | −0,2 | 4,9 | 12,2 | 17,5 | 21,8 | 25,0 | 25,4 | 20,2 | 13,6 | 6,5 | 0,2 | 12,1 |
Уртаса минимум, °C | −6,3 | −4,5 | 0,2 | 6,3 | 11,7 | 17,2 | 21,8 | 21,8 | 15,8 | 8,3 | 1,9 | −3,9 | 7,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 29,5 | 36,4 | 60,5 | 87,2 | 97 | 174,3 | 292,2 | 296,5 | 141,5 | 56,9 | 51,7 | 30,1 | 1353,8 |
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория |
Тимер юлы үткәнгә тиклем был ҙур булмаған Ханбат ҡалаһы булған. 1905 йылда бында Сеулдан Пусанға тимер юлында тимер юлы вокзалы төҙөлә, һәм ҡала тиҙ үҫә башлай. 1932 йылда Чхуннам провинцияһының баш ҡалаһы Конджунан Тэджонға күсерелә. Корея һуғышы башында ҡала ҙур конфликт үҙәге була (Тэджон операцияһы).
Тэджон 5 районға бүленгән («ку»).
Исеме | Хангыль | Ханча |
---|---|---|
Тэдокку | 대덕구 | 大德區 |
Тонгу | 동구 | 東區 |
Чунгу | 중구 | 中區 |
Согу | 서구 | 西區 |
Юсонгу | 유성구 | 儒城區 |
Тимер юл вокзалы, ике тиҙ йөрөшлө Кёнбу һәм Хонам автомагистрале бар. Ҡаланы Чхонджу халыҡ-ара аэропорты хеҙмәтләндерә
Тэджонда метрополитен эшләй. 2006 йылда эксплуатациялана башлай.
1993 йылда ҡалала халыҡ-ара күргәҙмә үтә (бөтә донъя Экспо-1993 күргәҙмәһе). Был ваҡиғаға ҡарата EXPO Bridge күпере төҙөлгән.
Ҡалала К-Лигаһының Daejeon Citizen футбол командаһы бар.
Тунсан паркында урынлашҡан Тэджон сәнғәт музейы үҙенең сәнғәт һәм технологиялар берләшкән экспонаттары менән билдәле. Ул 1998 йылда ойошторола.
1959 йылдың 1 мартында ҡалала Atomic Energy Research Institute (AERI) ойошторола, 1973 йылдың 17 февралендә Radiological Research Institute (RRI) һәм Radiation Research Institute in Agriculture (RRIA) менән берләштерелгәс, Korea Atomic Energy Research Institute (KAERI тигән атама ала. 1990 йылда ҡалала Корея Республикаһы фән һәм техникаһының милли музейы асыла.