Тюлька

Тюлька
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Clupeonella Kessler, 1877


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  161818
NCBI  501718

Тюлька, йәки каспий килькаһы (лат. Clupeonella, (рус.  Тюльки ) — сельдтар ғаиләһенән (Clupeidae) тоҙлораҡ һәм сөсө һыуҙа йәшәүсе ваҡ диңгеҙ балығы.

Өс төрө билдәле. Каспий (уларҙы килька дип атайҙар), Ҡара һәм Азов диңгеҙләрендә йәшәйҙәр. Ҙур балыҡтарҙың оҙонлоғо 14 см-ға ҡәҙәр, ауырлығы 15 г самаһы. Тәңкәләре циклоидалар рәүешендә, ваҡ, тығыҙ урынлашҡан. Боғаҙынан аналь асыҡлығына ҡәҙәр киль һуҙыла. Ауыҙы кескенә, тешһеҙ. Арҡа йөҙгөсө артында май йөҙгөсө бар. Йәшәүенең 1 -се йылында енси етлегә. Май аҙағы — июньдә һыу температураһы 14—18 °C булғанда ыуылдырыҡ сәсә. Үрсемлелеге 5—60 мең бөртөк ыуылдырыҡ. Зоопланктон, шулай уҡ селбәрә (малёк) менән туйына. 1—2 йыл йәшәйҙәр.