Тәжүид | |
ғәр. تَجْوِيدٌ | |
Хеҙмәтләндереүсе | Ҡарый (Ҡөрьәнде тәжүидсә уҡыусы ), Хафиз һәм hezzab[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Ислам[d], Проект:Суфизм[d] һәм Проект:Ислам/Коран[d] |
Тәжүид Викимилектә |
Ислам · Илаһи китаптар |
Тәфсир һәм тәржемә
|
Экземплярҙар
|
Тәжүид (ғәр. تجويد) — Ҡөрьәнде орфоэпия ҡағиҙәһе буйынса уҡыу һәм Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәткән ярашлы дисциплина (’илм әт-тәжүид)[1], был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе боҙолмаһын өсөн эшләнә.
Тәжүидтең ошондай билдәләмәләре бар:
Тәжүид — һәр өндө артикуляцияға һәм үҙенсәлектәренә ярашлылылыҡ бирергә өйрәткән фән.
Оригинал текст (ғәр.)اَلتَّجْوِيدُ عِلْمٌ يُعْرَفُ بِهِ إِعْطَاءُ كُلِّ حَرْفٍ حَقَّهُ وَمُسْتَحَقَّهُ مَخْرَجًا وَصِفَةً
Тәжүид әйтелеште ауырлаштырыу өсөн булдырылған тип уйлау хата — киреһенсә, ул Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға, уның хәрефтәрен Пәйғәмбәребеҙсә әйтергә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Был хаҡта Жәзәрий шулай тигән:
Тәжүид — ул телде сәйнәү, өндө тамаҡ төбөнән сығарыу, яңаҡты ҡыйыш-мыйыш килтереү, тауышты ҡалтыратыу, өндәрҙе икеләтә һуҙыу, оҙонлоғон ҡыҫҡартыу, яңғыратып тыңҡыш уҡыу һәм «рә» өнөн ҡыҫыу түгел …
Оригинал текст (ғәр.)ليس التجويد بتمضيغ اللّسان ولا بتقعير الفم ولا بتعويج الفكّ ولا بترعيد الصوت ولا بتمطيط الشدّ ولا بتقطيع المدّ ولا بتطنين الغنّات ولا بحصرمة الراءات.
Йәғни, ғәрәптәр тыумыштан һөйләшкәнсә, тәбиғи тауыш менән уҡыу талап ителә(А. Р. Сүәйд) .
Тәжүидтең асылы — классик фонетикалағы ғәрәп өндәрен әйтергә өйрәнгәндә мәхрәж бик мөһим.
Мәхрәж — өндө тейешенсә әйтергә өйрәткән махсус механизмдарҙы ҡулланыу.
Тәжүидте өйрәнеү фарыз, Пәйғәмбәр хәҙисендә әйтелгәнсә: «Һеҙҙең иң яҡшығыҙ Ҡөрьәнде өйрәнеүсе һәм башҡаларға уны өйрәтеүселер».
Аллаһ Ҡөрьәндә әйткән: «Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡығыҙ» (Әл-Мүзәммил 4).
Әл-Изһар(الاظهار) — был (Ҡалып:Trr) һәр өндөң таҙа, тыңҡышланмай әйтелеүе.Нүн сүкүндән йәки тәнүиндән һуң изһар хәрефе тора икән, изһар ҡағиҙәһе ҡулланыла.
ء,ه,ع,ح,غ,خ
Әл-Ҡәлҡәлә (القلقلة) — был (ғәр.: хәрәкәт) сүкүнле хәрефте асыҡ итеп әйтеү 1.
Ҡәлҡәлә хәрефтәре 5: ﻕ ﺩ ب ﺝ ﻁ. Улар бөтәһе лә قًطْبُ جَدٌّ һүҙендә ҡулланла.
Әл-Иҙһәм (اَلْاِدْغَام) — «нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» һүҙ аҙағында үҙенән һуң килгән хәрефкә әйләнә һәм икәү итеп әйтелә, һәм артабан был хәреф «тәшдид» менән уҡыла.
«Нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» : م ن و ي хәрефтәре менән осрағанда «нүн-сүкүн» үҙенән һуң килгән хәрефкә әйләнә һәм икәү итеп әйтелә. Өндө икеләтеү назализация менән башҡарыла — был «иҙһәм мәғәл ғүннә» тип атала.
«Нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» артынан ل ر хәрефтәре килһә, өндө икеләтеү назализацияһыҙ (танау эсенә ебәрелмәй) башҡарыла һәм «иҙһәм билә ғүннә» тип атала.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |