Тән туңыу | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
991.0-991.3 |
DiseasesDB |
31167 |
MedlinePlus |
000057 |
eMedicine |
emerg/209 med/2815 derm/833 ped/803 |
MeSH |
D00562 |
Тән туңыу Викимилектә | |
Тән туңыу (лат. congelatio) — түбән температуралар тәьҫирендә организм туҡымаларының зарарланыуы. Йыш ҡына тәндең тотош өшөүе, айырыуса йыш ҡына асыҡ ҡалған ҡолаҡ япраҡтары, танау, ҡул-аяҡтар өшөүе күҙәтелә, бигерәк тә был ҡул һәм аяҡ бармаҡтарына ҡағыла.
Ағзаларҙың алыҫ өлкәләренән (бармаҡ, танау, ҡолаҡ остарынан) алыҫ булмағандарына табан таралған. Ҡоро боҙ йәки шыйыҡ азот кеүек ныҡ һалҡын матдәләр менән тура бәйләнештә булыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән «һалҡын бешеү»ҙән айырыла.
Тән туңыу һалҡын ҡыш көнө тирә-яҡ мөхит температураһы −15 °C түбән булған саҡта була. Бинанан тышта оҙаҡ ултырғанда, бигерәк тә ныҡ дымлы булғанда һәм көслө ел иҫкәндә тән туңыу күҙәтелә, шулай уҡ көҙ һәм яҙ көндәрендә һауа температураһы ун биш градустан юғары булғанда бындай хәл булырға мөмкин.
Һыуыҡта туңыуға тығыҙ, дымлы кейем һәм аяҡ-кейем килтерә, физик арыу, аслыҡ, мәжбүри оҙайлы хәрәкәтһеҙ һәм уңайһыҙ хәлдә булыу, ауырыуҙар үткәреү һөҙөмтәһендә организмдың хәлһеҙләнеүе, аяҡтарҙың ныҡ тирләүе, аяҡтарҙың һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуҙары, тәмәке тартыу һәм башҡалар килтерергә мөмкин. Алкоголь ҡулланғанда периферик тамырҙар киңәйә, был йылыны ныҡ юғалтыу менән билдәләнә, ә һыуыҡ тәьҫир иткәндә улар киреһенсә тарая.
Йыш ҡына аяҡ-ҡулдарҙы киҫеүгә килтереүсе ярайһы уҡ ауыр тән туңыу нәҡ ныҡ иҫерек хәлдә була[1], сәбәптәр буйынса физиологик үҙенсәлектә түгел, ә тәү сиратта иҫерек кешенең ваҡытында өшөүгә ҡаршы саралар күрергә һәләте булмау сәбәпле; ә ныҡ иҫерек хәлдә хәрәкәт итеү һәләте юғала, хәүефте аңлау юҡҡа сыға һәм кешенең һыуыҡта йоҡлап китеүе мөмкин, был инде үлемгә килтерә.
Һыуыҡ тәьҫирендә туҡымаларҙа ҡатмарлы үҙгәрештәр була, уларҙың характеры температураның түбәнәйеү кимәленә һәм оҙайлығына бәйле. Температура −30 °C-тан түбән булғанда һыуыҡтың туранан-тура туҡымаға зарарлы тәьҫире, күҙәнәктәрҙең үлеүе күҙәтелә.
Иң күп тән туңыу күҙәтелгән һауа температураһы −10 — −20 °C тиклем булғанда, иң бәләкәй ҡан тамырҙары спазмы рәүешендә ҡан тамырҙарының үҙгәреүе алдынғы әһәмиәткә эйә. Һөҙөмтәлә ҡан ағымы әкренәйә, туҡыма ферменттарының эш итеүе туҡтай, туҡымаларҙы кислород менән тәьмин итеү һиҙелерлек кәмей[2].
Тән туңыуҙың төрлө принциптар буйынса бер нисә классификацияһы бар:
Дөйөм тән туңыуының еңел, уртаса һәм ауыр дәрәжәһен айырып йөрөтәләр
Имерсион тән туңыуҙы (траншея табаны) айырым билдәләйҙәр: һыуыҡ һәм дымлылыҡ оҙаҡ тәьҫир иткәндә табандың зарарланыуы. Һауа температураһы 0 °C-тан юғары булғанда барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр 1914—1918 йй. Беренсе донъя һуғышы осоронда дымлы траншеяларҙа оҙаҡ ултырған һалдаттарҙа тасуирлана. Еңел осраҡтарҙа — ауыр тын алыу, шешенеү, табан тиреһе ҡыҙара; уртаса ауырлыҡта — һорғолт ҡан тамырҙары ҡыуыҡтары; ауыр формала тәрән туҡымаларҙың инфекция ҡушылып үлеүе барлыҡҡа килә, дымлы гангренаның үҫеүе ихтимал.
Һауаның түбән температураһында оҙаҡ тороу шарттарында локаль зарарланыу ғына түгел, ә организмдың дөйөм һалҡынайыуы ла мөмкин. Организмдың дөйөм һалҡынауы аҫтында тән температураһы 34 °C-тан түбән төшкәндә барлыҡҡа килгән хәл аңлатыла.
Дөйөм һалҡынайыуға шул уҡ туңыуға килтергән факторҙар булышлыҡ итә: дымлылыҡтың юғары булыуы, дымлы кейемдәр, көслө ел, физик арыу, психик йәрәхәттәр, ауырыуҙар һәм йәрәхәттәр.
Тән туңыуҙың сәбәбе — кеше организмына түбән температураның тәьҫире. Кеше организмында туҡымаларҙың термик зарарланыуына ҡамасаулаусы терморегуляция системаһы бар, ләкин ҡайһы бер тышҡы факторҙар тәьҫирендә терморегуляцияның һөҙөмтәлелеге кәмей һәм өшөү барлыҡҡа килә. Был факторҙарҙы киләһе төп төркөмдәргә бүлергә мөмкин.[3]
Һауа шарттары. Өшөүгә дымлылыҡ һәм ел булышлыҡ итә. Йыш ҡына бындай йәрәхәттәрҙең һауа температураһы ыңғай булғанда, көслө ел иҫкәндә һәм дымлылыҡ юғары булғанда барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ел һәм юғары дымлылыҡ йылы биреүсәнлекте көсәйтә, өҫ һәм аяҡ кейемдәренең термоизоляция үҙенсәлектәрен кәметә[3].
Аяҡ-ҡулдарҙың йылылыҡ үткәрмәү торошо. Тығыҙ аяҡ кейеме, оҙайлы хәрәкәтһеҙлек, ниндәй ҙә булһа предметты ҡулда даими тотоп тороу микроциркуляция һөҙөмтәлелеген кәметә, һөҙөмтәлә һыуыҡтан зарарланыуға булышлыҡ итә[3].
Организмдың дөйөм торошо. Хәлһеҙләнгән организм йылыны аҙыраҡ бирә, һөҙөмтәлә өшөүгә дусар була. Сәбәптәр төрлөсә. Киң таралғандары — йәрәхәтләнеүҙәр, ҡан юғалтыу, аҙыҡ-түлектең етмәүе, арыу-талыу һәм стресс[3].
Ҡан менән тәьмин итеүҙең төрлө боҙолоштары. Туңдырыуҙың үҫешенә башлыса аяҡ-ҡулдарҙың төрлө ауырыуҙары, капиллярҙарҙы һәм эрерәк ҡан тамырҙарын зарарлаусы төрлө системалы ауырыуҙар булышлыҡ итә. Туңыуға насар вакуализациялы туҡымалар, мәҫәлән, йөй туҡымаһы нығыраҡ бирешә[3].
Шартлы рәүештә тән туңыуында некроздарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәренең 2 ҙур төркөмөн айырып күрһәтергә мөмкин. Был урындағы һәм системалы[4].
Туңыу сығанағында күҙәнәктәрҙең үлеүенең ике сәбәбен билдәләйҙәр. Тәүге сәбәп — һалҡындың туранан-тура йәрәхәтләү тәьҫире. Икенсе сәбәп — тән температураһының түбәнәйеүенә бәйле туҡымаларҙа һәм ағзаларҙа алмашыу процестарының боҙолоуы. Туҡымаларҙың һыуыҡтан туранан-тура зарарланыуы контактлы туңыуҙа сағыштырмаса һирәк осрай. Күҙәнәктәрҙең һәләк булыуына йышыраҡ метаболик үҙгәрештәр килтерә. Мәҫәлән, +8 С° температураһында гемоглобин ағзаларға һәм туҡымаларға кислород биреүҙән туҡтай. Һөҙөмтәлә кәүҙәнең һыуытылған участкаларында ишемия үҫә башлай. Урындағы зарарланыу патогенезында төп ролде тап микроциркуляцияның боҙолоуы уйнай. Туҡымалар кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән тейешенсә тәьмин ителмәй, һөҙөмтәлә күҙәнәктәрҙең күпләп һәләк булыуы үҫешә, был некроз сығанаҡтарының барлыҡҡа килеүенә килтерә[4].
Системалы зарарлау факторҙарын шартлы рәүештә 2 төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсеһе — туңыу сығанаҡтары некрозы ваҡытында күҙәнәктәрҙең аутолиз продукттарын ҡанға һеңдереү. Дөйөм алғанда, клиникаһы һәм патогенезы бешеү сиренә оҡшаш. Икенсе төркөмгә организмдың дөйөм һалҡынайыуы инә. Был фактор тән температураһы +34 С° градустан түбән булған осраҡта эшләй башлай. Барлыҡ алмашыу процестары әкренәйә, метаболизм боҙола. Гипотермия менән бәйле, дөйөм һыуыҡтан үлеү процесының үҙенсәлектәре бар[4].
Беренсе ярҙам профессиональ медицина ярҙамын инҡар итмәй, ашығыс сара булараҡ ҡына ҡулланыла. Туңыу хәүефе янаған осраҡта квалификациялы медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иртә мөрәжәғәт итеү эҙемтәләрҙең ауырлығын кәметә.
Беренсе медицина ярҙамы күрһәткәндә туңыу дәрәжәһенә, организмдың дөйөм һыуыныуына, йәшенә һәм башҡа булған ауырыуҙарға бәйле айырыла.
Беренсе ярҙам тән һыуыныуын, аяҡ-ҡул йылытыуынан, һыуыҡ менән зарарланған туҡымаларҙа ҡан әйләнешен тергеҙеүҙән һәм инфекция үҫешен иҫкәртеүҙән тора. Тән туңыу билдәләре булғанда иң тәүҙә зыян күреүсене яҡындағы йылы бинаға индерергә, туңған аяҡ кейемен, ойоҡбаш, бирсәткәләрҙе сисергә кәрәк. Беренсе ярҙам сараларын үткәреү менән бер үк ваҡытта тиҙ арала табипты саҡырырға, табип ярҙамын күрһәтеү өсөн тиҙ ярҙам саҡыртырға кәрәк.
I дәрәжәле туңыуҙа мамыҡ-марля бәйләмес һалырға кәрәк. Зарарланған битте һөртөргә ярамай, сөнки ул тән япмаһының йәрәхәтләнеүенә килтереүе мөмкин.
II-IV дәрәжәлә тиҙ йылытырға, массаж яһарға йәки ышҡырға ярамай. Зарарланған биткә йылыны үткәрмәгән бәйләмес (марля ҡатламы, мамыҡтың ҡалын ҡатламы, тағы ла марля ҡатламы, ә өҫ яҡтан клеенка йәки резиналанған туҡыма) һалығыҙ. Зарарланған аяҡ-ҡул ҡулай саралар (таҡта, фанера киҫәге, тығыҙ ҡаты ҡатырға) ярҙамында теркәлә. Йылылыҡ үткәрмәүсе материал сифатында мамыҡ, фуфайка, йөн туҡыма һ.б. файҙаланырға мөмкин.
Зыян күреүселәргә ҡайнар аш, эҫе эсемлектәр, берәр таблетка аспирин һәм анальгин, икешәр таблетка «Но-шпа» һәм папаверин бирелә.
Ауырыуҙарҙы ҡар менән ышҡырға ярамай, сөнки ҡул һәм табандың ҡан тамырҙары ныҡ мурт, шуға уларҙың зарарланыуы ихтимал, ә тирелә барлыҡҡа килгән микрояралар инфекция индереүгә булышлыҡ итә. Усаҡ янында, йылытҡыстарҙы һәм быға оҡшаш йылылыҡ сығанаҡтарын контролһеҙ ҡулланып туңған аяҡтарҙы тиҙ йылытырға ярамай, сөнки был туңдырыу барышын ҡатмарлаштыра. Беренсе ярҙамдың ҡулай булмаған һәм һөҙөмтәһеҙ вариант — майҙарҙы, майҙы ыуыу, туңған туҡымаларҙы спирт менән ышҡыу.
Еңелсә туңыуҙа йылы ваннала һыуҙың башланғыс температураһы 24° С булып, артабан тән температураһына тиклем күтәреп зыян күреүсене йылытыу ярайһы уҡ һөҙөмтәле ысул булып тора.
Дөйөм һалҡынайыуҙың уртаса һәм ауыр дәрәжәһе булғанда зыян күреүсене мөмкин тиклем тиҙерәк дауаханаға алып барырға кәрәк.
Туҡымаларҙың зарарланыуы ҡан әйләнешенең боҙолоуына бәйле булғанлыҡтан, башланғыс осорҙа дауалауҙың төп бурысы булып зарарланған туҡымаларҙа ҡан әйләнешен тергеҙеү һәм уларҙың некрозына юл ҡуймау тора. Бының өсөн медикаментоз, аппарат, физиотерапевтик ысулдар һәм новокаин (лидокаин) блокадалары файҙаланыла[5].
Медикаментоз ысулдарға инфузия-трансфузия терапияһы ҡарай, унда түбәндәге ысулдарҙы ҡулланырға мөмкин:
Дауалауҙың аппарат ысулдарынан түбәндәгеләрҙе ҡулланыу мөмкин:
Туҡымалар некрозы булған осраҡта, хирургик дауалау ҡулланыла.