Тәпәш Татр тауҙары

Тәпәш Татр
Дюмбьер һәм Хопок тауҙары
Дюмбьер һәм Хопок тауҙары
Характеристикалар
Оҙонлоғо80 km
Киңлеге30 km
Урынлашыуы
48°57′ с. ш. 19°30′ в. д.HGЯO
Страна
Словакия
Красная точка
Тәпәш Татр
Европа
Красная точка
Тәпәш Татр
 Тәпәш Татр тауҙары Викимилектә

Тәпәш Татр (словак. Nízke Tatry), үҙәк Словакиялағы тау массивы, Фатра-Татра өлкәһенең өлөшө. Иң юғары нөктәһе — Дюмбьер тауы, 2043 м. Тәпәш Татра тауҙары территорияһы тәбиғәтенең матурлығы арҡаһында халыҡ паркы ителгән. Күп урындарҙа, мәҫәлән, Чертовица менән Кралёва Голя араһында кеше йоғонтоһо ҡағылмаған урмандар һаҡланған. Тәпәш Татра тауҙары әһәмиәте буйынса Словакияла Бейек Татра тауҙарынан ҡала икенсе урында торған туризм төбәге тип иҫәпләнә. Хопок и Дюмбьер тауҙары итәгендә туристарҙы күпләп йәлеп иткән заманса туризм үҙәктәре урынлашҡан.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дюмбьер 2043 м, Хопок 2024 м, Дереше 2004 м, Хабенец 1955 м, Кралёва Голя 1948 м тауҙарынан асылған һоҡланғыс күренештәр;
  • Деменовска Долина һәм ундағы мәмерйәләр, Тәпәш Татралағы иң матур үҙән
  • Күп һанлы туризм үҙәктәре, мәҫәлән, Доновалы, Тале, Срдьечко, Косодревина, Лучки, Ясна, Мито һ. б.;
  • Быстрьянская мәмерйәһе;
  • Үле ярғанаттар мәмерйәһе;
  • Яворова һәм Поноркова упҡындары;
  • Липтовска Мара һыуһаҡлағысы;
  • Важецка мәмерйәһе.