Тәржемә

1779 йылда Мысырҙа Розетта ҡалаһы эргәһендә (Александриянан алыҫ түгел) табылған Розетта ташы. Уға мәғәнәһе буйынса оҡшаш өс текст сүкелгән. Уларҙың икеһе — боронғо Мысыр, береһе боронғо грек телендә. 1802 йылдан алып таш Британия музейында һаҡлана.

Тәржемә — бер телдән икенсе телгә текст мәғәнәһен интерпретациялау эшмәкәрлеге; бер телдән икенсе телгә әйләндереү эше[1]; телдән әйтелгән фекерҙең йәки текст йөкмәткеһенең икенсе бер тел ярҙамында бирелеше[2]; бүтән телдәрҙә яңы, төп нөхсәгә тиң (эквивалент) текст яһау. Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек тәржемә фәҡәт кеше тарафынан ғына үтәлһә, хәҙер автоматлаштырылған (башлыса компьютер яһаған) тәржемә лә бар (ингл. CAT — computer aided translation).

Тәржемәнең маҡсаты — төп текст менән тәржемә ителгән текстың бер мәғәнәлә булыуы.

Яҙма һәм телдән тәржемә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙма һәм телдән тәржемә итеү араһында айырмалыҡтар бар. Мәҫәлән, телдән тәржемәне ымдар формаһында ла башҡарыу мөмкин.

Тәржемә тарихынан сығып ҡарағанда, телдән тәржемәне яҙма тәржемәнең бер төрө тип әйтергә була. Шулай ҙа, көндәлек ысынбарлыҡ уларҙың икеһенә ике төрлө йәғни айырым ҡараш кәрәклеген күрһәтә. Тәржемә хеҙмәте төрлө телдә һөйләшеүселәрҙең аралашыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндергәнлектән, был йүнәлеш коммерциялаштырылған: тәржемәнең төрлө төрҙәре коммерция маҡсатында файҙаланыла. Тәржемә менән шөғөлләнгән махсус ойошмалар бар. Улар аралашыу ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү һәм аралашыуҙа булған ҡыйынлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн тәржемәнең төрлө төрөн файҙалана (яҙма, телдән, телдән синхрон һ. б.).

Рәсәйҙә тәүге тәржемәселәрҙең береһе тип Максим Грек һанала. Петр I ваҡытында тәржемә технологияһы һиҙелерлек камиллаштырыла, сөнки күпселек фәнни һәм техник китаптар сит телдәрҙә була. XIV быуатта фәнни китап беренсе тапҡыр халыҡ теленә (латин теленән исланд теленә) ауҙарыла. Ул Сакробоско[3] исеме аҫтанда билдәле инглиз Джон Холивудтың йәки Халифакстың арифметика буйынса ҡулланма китабы була. XIX быуатҡа тиклем тәржемәселәр тексты матурлау ысулдарын ҡуллана, ҡайһы бер мәлдәрҙе алып ташлай, хатта персонаждарға икенсе исем бирә (Мэри урынына — Маша).

XIX быуат һуңында — XX быуат башында төп нөсхәнән аныҡлығы һәм дөрөҫлөгө менән айырылмаған тәржемә мәҙәниәте (буквалистар) барлыҡҡа килә. Был ике төп принцип тәржемәселәрҙең ныҡлы ҡанунына әүерелә, быға тиклем булған матурлау, арттырыуҙан ныҡлы һаҡлау гарантияһы була. Әммә XX быуаттың 30-сы йылдарында был мәктәп Иван Кашкин етәкселегендәге төркөм тарафынан ҡаты тәнҡитләнә. Улар буквалистар телдең һүҙен тапшырып, авторҙың фекерен, китаптың атмосфераһын бирә алмай, сөнки фекерҙе икенсе телдәге шуға тап килгән һүҙ менән генә биреп була, тип раҫлай. Шуға күрә текст үҙенең образлылығын, йәнлелеген юғалта һәм уҡыусыны йәлеп итмәй. Профессионал һәм юғары мәҙәниәт эйәһе булараҡ тәржемәсе статусы тап совет эпохаһында барлыҡҡа килә. Һуғыштан һуңғы 10 йыл эсендә айырым исемдәге мәктәптәр урынына профессональ берләшмәләр ойошторола. Бында, һис шикһеҙ, планлы хужалыҡ та үҙ ролен уйнай: тәржемә ителгән авторҙарҙың исемлеге, күләм, раҫланған тираж, ваҡыт — барыһы ла раҫлана һәм был эште атҡарып сығыу өсөн раҫланған күләмдә раҫланған кешеләр һәм уларға раҫланған эш хаҡы талап ителә. 70-се йылдарҙа исемле мәктәптәргә алмашҡа инициатив төркөмдәр килә. Мәҫәлән, Испанияның, Португалияның һәм Латин Америкаһының «Художестволы әҙәбиәт» нәшриәтендәге славян редакцияһы һәм әҙәбиәт редакцияһы. 90-сы йылдарҙа, СССР тарҡалғандан һуң, был өлкәгә бик күп дилетанттар килә, һөҙөмтәлә күпселек китаптарҙың тәржемә кимәле элек йәшәп килгән сифат талаптарына тура килмәй. Тәржемәселәр баҙарында юғары дәғүәселек һәм эш хаҡының түбән булыуы арҡаһында был эшкә бик йыш тәжрибәһеҙ кешеләр тотона.

Синхрон тәржемә беренсе тапҡыр 1945—1946 йылдарҙа Нюрнберг процесында күпләп ҡулланыла. Артабан ул БМО-ла телдән тәржемә итеүҙең төп формаһына әүерелә.

Компьютерҙар барлыҡҡа килеү менән тәүҙә электрон һүҙлектәр, һуңынан автоматлаштырылған тәржемә программалары күренә башланы. Әммә уларҙың тәржемә сифаты текстың семантикаһын айырмай һәм проблема яһалма интеллекттың фекер ҡоролошо менән ауаздаш. Автоматлаштырылған тәржемәсе миҫалының береһе булып Google Translate сервисы тора.

Һүҙлектәр
Һүҙлектәр

Тәржемә процесында, уның телдән йәки яҙма булыуына ҡарамаҫтан, түбәндәге этаптарҙы айырырға була: 1 Кодын үҙгәртеү йәки тексты яҙылған телдә аңлау (уҡыу, тыңлау),

2 Тәржемә,

3 Тексты тәржемә ителгән телдә кодлаштырыу (яҙыу, уҡыу).

Текст мәғәнәһенең кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе тәүҙә тәржемә берәмген, йәғни текстың сегментын (һүҙ, фраза, бер-нисә һөйләм) билдәләргә тейеш. Был мәғәнә берәмеге булып ҡараласаҡ. Бик һирәк кенә фонемалар (һүҙҙән түбән кимәлдә) һәм абзацтан юғарыраҡ кимәлдә (ҡатмарлы синтаксик һөйләм) тәржемә эшләү талап ителә.

Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән процедура артында комплекслы уйлау операцияһы ята. Төп текстың кодын үҙгәртеү өсөн тәржемәсе аңлы һәм методик рәүештә уның барлыҡ үҙенсәлектәрен интерпретацияларға, анализларға тейеш. Был процесс грамматиканы, семантиканы, синтаксисты һәм идиомаларҙы һәм текст телен, ул тел мәҙәниәтен, шулай уҡ дөрөҫ мәғәнә һалыр өсөн тексты тәржемә иткән телде лә төплө белергә тейеш.

Тап бында телдән һәм яҙма тәржемә араһында айырмалыҡтар күренә лә инде. Тәржемәселәр яҙма тексты (мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе) ошо телдә һөйләшкән кеше тәржемә итергә тейешлеген белә. Сөнки белгес кенә түгел, әҙерлекле уҡыусы ла тексты үҙ теленә сит ил кешеһе тәржемә иткәнен шунда уҡ аңлаясаҡ.

Телдән тәржемәлә бөтөнләй кире күренеш күҙәтелә (шулай уҡ, тейешле ҡатмарлыҡта — синхрон тәржемә йәки яуаплы сараларҙы эҙмә-эҙлекле тәржемә булыуына ҡарап). Был осраҡта тәржемәсегә сит телгә эшләүе уңайлыраҡ. Шуға күрә ике яҡлы осрашыуҙың ике ҡатнашыусыһы ла һөйләшеүҙәргә үҙ тәржемәсеһе менән килә. Уларҙың бурысы — үҙ докладсыһының фекерен сит телгә мөмкин тиклем тулы һәм аңлайышлы итеп тапшырыу. Был күренеш бик ябай аңлатыла. Сит телгә тәржемә иткәндә, тәржемәсе автоматик рәүештә ятлап алған конструкцияларҙы ҡуллана, ә туған теленә тәржемә иткәндә мөмкин булған варианттар араһында буталып, оптималь булған варианттан алыҫ торғанында туҡталырға мәжбүр була.

Текста һүҙ барған предмет тураһында белеү бик мөһим.

Һуңғы йылдарҙа, когнитив лингвистика тикшеренеүҙәре арҡаһында тәржемә процесының фекерләү яғын аңлауҙа билдәле аҙым яһалды.

Тәржемәнең маҡсаты булып төп нөсхә менән тәржемә ителгән текстың оҡшашлығы тора. Уңышлы тип ике критерийға тап килгән тәржемә һанала: 1 Теүәллек һәм дөрөҫлөк. Тәржемәнең төп текст мәғәнәһен ни тиклем асып биреүен, быға өлгәшеү өсөн мәғәнәнән нимәнелер алып ташлау йәки көсәйтеү йәки көсһөҙләндереү элемнттарын файҙаланып башҡарылыуы менән ҡылыҡһырлана.

2 Асыҡлыҡ. Тәржемәне үҙ телендә уҡыусы төп нөсхә итеп ҡабул итә, текст тәржемә ителгән телдең грамматик, синтаксик, идиоматик нормаларына яуап бирә.

3 Беренсе талапҡа яуап биргән тексты «дөрөҫ тәржемә» тип әйтергә була, икенсе талапты үтәгәне идиоматик тәржемә булараҡ ҡабул ителә.

Тәржемәнең дөрөҫлөгөн баһалауҙа ҡулланылған талаптар текстың тематикаһына, төп нөсхәнең аныҡлығына, төрөнә, функцияһына һәм текстың ҡулланылышына, уның әҙәби сифаттарына, социаль һәм тарихи контексына ҡарап айырыла.

Тәржемәнең асыҡлыҡ талаптары ябай кеүек күренә: идиоматик булмаған тәржемә ҡолаҡты ярып бара, ә машина тәржемәһе системаһын ҡулланып һүҙ буйынса тәржемә эшләгәндә, бөтөнләй аңлайышһыҙ әйбер килеп сыға.

Шуға ҡарамаҫтан, айырым осраҡтарҙа тәржемәсе аңлы рәүештә тексты һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүе ихтимал. Мәҫәлән, әҙәби әҫәрҙе һәм дини текстарҙы тәржемә итеүселәр бик йыш төп нөсхәнән бик ситләшмәй. Был маҡсатта улар аңлы рәүештә тәржемә иткән телдең сиктәрен «һуҙып», идиоматик булмаған текст тыуҙыра.

Аныҡлыҡ һәм асыҡлыҡ төшөнсәләре хәҙерге тәржемә теорияларында төрлөсә ҡарала. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә эшләнгән тәржемә оригиналдағы кеүек үк ижади һәм үҙенсәлекле булырға тейеш тигән идея өҫтөнлөк итә. Был төшөнсә Көнбайыш өсөн изге. Әммә башҡа мәҙәниәттәрҙә был талапҡа артыҡ иғтибар бирелмәй. Мәҫәлән, һиндтарҙың Рамаяна эпосы Һиндостандың төрлө телдәрендә үҙ версияһына эйә һәм тарих бик йыш бер-береһенән ныҡ айырыла. Әгәр Һиндостан телдәрендә (һиндарий йәки дравидий), һүҙҙәргә иғтибар иткәндә, уларҙа тәржемәсегә бирелгән иреклекте тойорға мөмкин.

Әгәр тәржемәсенең талап ителгән критерийҙарға ниндәй кимәлдә тап килгәнен белгегеҙ килһә, уның төп философияһын анализлап ҡарағыҙ. Философия айырым биттәр булып та (миссия, күҙаллау, ҡиммәттәр) сағылыш табыуы мөмкин, әммә бында текстың «матурлыҡ» өсөн эшләнеүе лә ихтимал. "Философия"ның мөрәжәғәттәрҙә сағылыш табыуы, документтар аша үтеүе — иң ышаныслыһы. Әлбиттә, иң яҡшы вариант — рекомендациялар.

Тәржемә ауырлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшмәкәрлек төрө булараҡ, тәржемә ҡатмарлы. Бынан тыш, эш барышында тәржемәсе бик күп кәртәләрҙе үтергә тейеш, был тәржемә процесын тағы ла ауырлаштыра.

Төп нөсхә проблемалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 Төп нөсхә һуңғы вариант булып тормай һәм тәржемә эшләнгән ваҡытта күсереп яҙыла

2 Текст аңлайышһыҙ яҙыла

3 Текста орфографик хаталар бар

4 Текст өҙөмтә генә булып тора

5 Текст уңышлы төҙөлмәгән

6 Текста һылтанмалар юҡ (мәҫәлән, булмаған фотолар аҫтына текст яҙырға тейеш).

Тәржемәнең мөһим проблемаһы булып тәржемәсе алдында китаптың атмосфераһын, рухын һаҡларғанмы, әллә барыһын да төп нөсхәлә булғанса, һүҙмә-һүҙ тәржемәләргәме тигән һорау тора. Был проблема тәржемә сифатының һәм уның оригиналға яҡын булыу талаптары менән бәйле. Шулай уҡ тәржемәсенең азатлығы мәсьәләһе лә бар.

Тәржемәселәр араһында шундай әйтем йөрөүе лә юҡҡа түгел: «Тәржемә — ҡатын-ҡыҙ кеүек: тоғроһо (дөрөҫө) — матур түгел, матуры — тоғро түгел».

Тәржемә итеп булмау проблемаһы, социомәҙәни өлөш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик йыш, ҡайһы бер һүҙҙәрҙе тәржемә итеп булмаймы, тигән бәхәстәр яңғырай. Ваҡыты-ваҡыты менән ундай һүҙҙәрҙең исемлеге баҫыла. Тәржемәселәр бер үк грамматик категорияла ҡалырға теләгәндә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тәржемәһе ауырлыҡ тыуҙыра. Лингвистар серле һүҙҙәрҙе өйрәнә һәм уларҙы «тәржемә итеп булмай» тип атай. Ысынбарлыҡта иһә шундай мәҙәни һыҙатлы һүҙҙәр «әсәй» тигән кеүек ябай ғына тәржемә ителә. Был тәржемә ителәсәк телдә бындай һүҙҙәрҙе тәржемә тимәй ҡалдырыу тәжрибәһе менән аңлатыла; был маҡсатта һүҙҙе алып торорға мөмкин. Мәҫәлән, Англияла француз рестораны менюһында Fat liver paste эквиваленты булыуға ҡарамаҫтан Pâté de foie gras тип яҙасаҡтар. Ҡайһы бер осраҡта бары тик транскрипция ғына кәрәк: わさび япон һүҙе инглиз теленә wasabi тип транскрипциялана. Тәржемәһе инде япон керәнен аңлата. Һүҙҙә ни тиклем мәҙәни һыҙат нығыраҡ тойола, уны шул тиклем тәржемә итеүе еңелерәк. Мәҫәлән, Ҡытай (中国) инглиз телендә China, әммә башҡа телдәрҙә Cina, Chine һ.б.

Тәржемә итә торған телдә һүҙҙең аналогы булмауы ла ауырлыҡтар тыуҙыра. Бик йыш проблема тәржемәне айыра белмәүгә һәм мәғәнәгә тап килгән һүҙҙе һүҙлектән эҙләп ултырырға ваҡыт бүлмәүгә бәйле. Бынан тыш бик күп ауырлыҡтар бар, шулай уҡ диалект һүҙҙәр һәм неологизмдар, аңлатылмаған акронимдар һәм аббревиатуралар, аңлашылмаған жаргон һүҙҙәре лә ҡатмарлыҡ тыуҙырыуы мөмкин. Шуны ла билдәләп китергә була: ваҡыт үтеү менән мәҙәниәт тә, тел дә үҙгәрә һәм тәржемәләр ҙә көнүҙәклеген юғалтып, иҫкерә. Тәржемәлә проблемаларға юл ҡуймау өсөн бер нисә мәлгә иғтибар итергә кәрәк:

Тәржемә эшләгәндә берҙәм һүҙҙәр ҡулланырға (бер үк һүҙ өсөн синоним формаларын ҡулланмаҫҡа).

Тексты аудиторияны иҫәпкә алып тәржемә итергә.

Белем нигеҙен булдырырға.

Әгәр тәржемәне һеҙ түгел, башҡа кеше (ойошма) эшләй икән — тәржемә ителмәҫкә тейешле йәки тәржемә ителәләр икән, билдәле бер тәртиптә генә тәржемә ителгән терминдар исемлеген төҙөгөҙ. Фекерегеҙҙе һәм тәржемә асылын аңлаған бер генә кеше менән хеҙмәттәшлек итегеҙ.

Әгәр тәржемә эшләү өсөн подрядсыны һайларға уйлаһағыҙ, хаҡынан тыш, сифаты, аныҡлығы, адекватлығы, ваҡыты һ.б. параметрҙарға иғтибар итегеҙ. Әгәр компанияға мөрәжәғәт итәһегеҙ икән, ойошманың философияһына һалынған сифатҡа, адекватлыҡҡа иғтибар бирегеҙ.

Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәржемәселәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы (FIT) донъя тәржемәселәренең 100 милли ассоциацияһын, шул иҫәптән Рәсәйҙең Тәржемәселәр союзын берләштерә. Уның бурысы булып тәржемәселәрҙең һәм терминологтарҙың профессионаллеген үҫтереү, хоҡуҡтарын яҡлау, эш шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ һүҙ азатлығына булышлыҡ итеү тора. FIT ЮНЕСКО менән консультатив мөнәсәбәттә. 1991 йылда FIT 30 сентябрҙе (тәржемәселәрҙе яҡлаусы булып иҫәпләнгән Изге Иероним көнө) халыҡ-ара тәржемәселәр көнө тип иғлан итә.

Төп нөсхәнең бер төрөн тәшкил иткән тәржемә автор хоҡуғы объекты булып тора. Авторлыҡ хоҡуғына бәйле тәржемә тураһында төп ҡануниәт положениелары РФ Граждандар кодексының 1260-сы статьяһында нығытылған. Тәржемә өсөн автор хоҡуҡтарына тәржемәсе эйә. Тәржемәсе үҙенең авторлыҡ хоҡуҡтарын төп әҫәрҙән килтереп сығарған яңы әҫәрҙә авторҙың хоҡуҡтарын һаҡлаған шарттарҙа ғына тормошҡа ашыра. Шулай итеп, тәржемә тәржемә авторының төп нөсхәгә авторлыҡ хоҡуғы булыусының ризалығы менән генә файҙаланыла ала. Тәржемәгә рөхсәт эште башлауҙан алда йәки эште тамамалағандан һуң да алыныуы мөмкин. Тәржемәгә авторлыҡ хоҡуҡтары әҫәр ижад ителгән мәлдән алып (йәғни әҫәргә объектив форма биргән ваҡыттан башлап), авторлыҡ хоҡуҡтарының дөйөм ҡағиҙәләре буйынса бирелә. Төп нөсхәне тәржемә итергә рөхсәт булмағанда ла, тәржемәгә автор хоҡуҡтары барыбер ғәмәлдә, әммә сикләнгән («парализован») була. Шулай итеп, тәржемәсенең авторлыҡ хоҡуҡтары ла, төп нөсхә авторының хоҡуҡтары һаҡланыуға ҡарамаҫтан, үҙ аллы объектҡа автор хоҡуҡтары булараҡ һаҡланыла. Тәржемәгә автор хоҡуҡтары башҡаларҙың төп нөсхәне тәржемә итеүенә кәртә була алмай. Ҡайһы бер тәржемәләр автор хоҡуғы объекты булып тормай (РФ ГК 1259-сы статья, пп1, п.6). Улар дәүләт органдарының һәм муниципаль үҙидара органдарының рәсми документтары, шул иҫәптән закондар, башҡа норматив акттар, суд ҡарарҙары һәм ҡануниәт, административ һәм суд характерындағы башҡа материалдар, халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми документтарының рәсми тәржемәһе. Автор тәржемәһе — төп нөсхәне авторҙың үҙе тәржемә итеүе[4]. Авторлаштырылған тәржемә — автор рөхсәте менән эшләнгән йәки ул ҡарап сыҡҡан һәм тикшергән тәржемә.

Тәржемәләр араһында беренсе урында Владимир Лениндың әҫәрҙәре тора. Улар 63 илдә 134 телдә нәшер ителгән[5].

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
  3. Депман И. Я. История Арифметики. — изд. «Просвещение», Москва, 1965, стр.92
  4. Толковый переводоведческий словарь. — 3-е издание, переработанное. — М.: Флинта: Наука. Л. Л. Нелюбин. 2003.
  5. Произведения Владимира Ленина занимают первое место в мире среди переводной литературы всех других авторов. Они изданы в 63 странах на 134 языках. До сих пор россияне не теряю…

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]