Тянь-Шань | |
---|---|
![]() Тянь-Шань йыһандан | |
Характеристикалар | |
Оҙонлоғо | 2500 km |
Киңлеге | 400 km |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Еңеү тау сусағы |
Бейек нөктәһе | 7439[1] м |
Урынлашыуы | |
42°02′ с. ш. 80°08′ в. д.HGЯO | |
![]() |
Тәңретау йәки Тянь-Шань (ҡыт. ғәҙәти 天山山脈, ябайл. 天山山脉, пиньин: Tiānshān shānmài, уйғ. تەڭرىتاغ, Тәңри тағ, ҡырғ. Ала-Тоо, Теңир-Тоо, ҡаҙ. Алатау, үзб. Tyan Shan, монг. Тэнгэр уул) — Урта Азияның биш иле — Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (Синьцзян-Уйғыр автоном районы), Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан территорияһында урынлашҡан тау системаһы .
Тянь-Шань һүҙе ҡытайса (天山) «күк тауҙары» тигәнде аңлата. Э. М. Мурзаев фекеренсә, был һүҙҙәр төрки телдең Тәңре (Хоҙай) һәм Нишан (тамға), Тәңре-Нишан һүҙҙәренең күсермәһенән килеп сыҡҡан.[2]
Тәңретауҙың һырттары менә түбәндәгеләр:
Тәңретау донъяның иң юғарылары араһында булып торалар, араларында бейеклеге 6000 метрҙан ашыу утыҙҙан күп түбә бар. Иң юғары нөктәһе — Еңеш суҡыһы (тарихи атамаһы Хан Тәңре, 7439 м) Ҡырғыҙстан һәм Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автоном районы сигендә урынлашҡан; бейеклеге буйынса икенсе нөктәһе иһә Ҡырғыҙстан менән Ҡаҙағстан сигендәге Хан Тәңре (тарихи атамаһы Ҡантау, 7010 м) тау суҡыһы[3].
Үҙәк Тәңретауҙан көнбайышҡа өс тау сылбыры китә, көнбайышта Фирғәнә һырты менән тоташа.
Тәңретау көнбайыштан көнсығышҡа 2500 километрға һуҙылған. Терегөмөш, һөрмә, ҡурғаш, кадмий, цинк, көмөш, соҡорҙарында нифт ятҡылыҡтары бар. Тауҙар күбеһенсә бейек, 3200 метрҙан ашҡас иһә бөтә ер мәңге туңлыҡ.
Беренсе Европа кәшифе 1856 йылда Петр Петрович Семёнов булды, был эше өсөн «Семёнов-Тян-Шанский» намын алған.
1840-нсы йылдарҙа борҡан эҙләү өсөн кәшефтәрҙе миғмәр һәм рәссам Томас Уитлам Аткинсон үткәрә, сәйәхәтен Лондонда 1858-нсе йылда сығарған китабында һүрәтләй.