Тәһран университеты (ТУ) | |
University of Tehran logo.png | |
Бизнес һәм иҡтисад факультеты бинаһы | |
Исеме |
фарс. دانشگاه تهران |
---|---|
Халыҡ-ара исеме |
University of Tehran |
Девиз |
میاسای ز آموختن یک زمان |
Асылған йылы | |
Ректор | |
Студенттар |
50448[1] |
Бакалавриат |
15,312 |
Магистратура |
18,360 |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Шанздах-э-Азар урамы (Энгелаб проспекты) |
Сайт |
Тәһран университеты (фарс. دانشگاه تهران — Данэшгах-эТэхран) — дәүләт юғары уҡыу йорто, Ирандың иң эре һәм боронғо классик университеты. Тәһран ҡалаһында урынлашҡан.
Тәһран университеты үҙ тарихын 1851 йылда Дар ул-Фунун (фарс. دارالفنون) булараҡ башлай. Асылда, Тәһран университеты 1934 йылда Реза шаһ Пехлеви бойороғо менән шул саҡтағы бер нисә юғары уҡыу йорто берләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
1937 йылда Тәһран университетында ҡатын-ҡыҙҙарға уҡыу рөхсәт ителә. 1945 йылда Союздаш оккупация ғәскәрҙәре казармаһы урынына Әмирабад биҫтәһендә университет ятағы төҙөлә.
Тәһран университеты Ирандың яңы тарихында ҙур роль уйнай. 1979 йылда әүҙем студент йәштәре шаһ режимына ҡаршы сыға һәм ислам революцияһына терәк була.
1986 йылда Тәһран университетынан медицина факультеты бүленә һәм Тәһран медицина университеты (ТМУ) барлыҡҡа килә[2].
1999 йылда «Сәләм» оппозиция гәзите ябылыуға бәйле акция студент сыуалыштарына әйләнә.
2005—2008 йылдарҙа ректор вазифаһын теология профессоры, аятолла Хөмәйниҙың яҡын арҡаҙашы аятолла Ғәббәс-Али Амид Зенджани башҡара.
2006 йылда Тәһран университетында Кавказ тикшеренеү институты булдырыла. Ул Кавказ төбәктәренең рухи һәм матди мираҫын, иҡтисади потенциалын өйрәнә. Был Ирандағы Кафказды комплекслы өйрәнеүгә махсуслашҡан тәүге институт.
Тәһран университеты Ирандың иң алдынғы фәнни-тикшеренеү уҡыу йорттарының береһе һанала[3]. Унда 50 000 ашыу студент уҡый, 111 бакалавр, 177 магистр һәм 156 доктор программаһы буйынса белгес әҙерләнә[4].
2016 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Тәһран университетында 25 факультет, 9 кампус һәм 11 ғилми-тикшеренеү үҙәге бар, шулай уҡ юғары уҡыу йортонда 34 фәнни журнал сығарыла. Факультеттарҙа һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәрендә 1500 профессор һәм уҡытыусы эшләй.
Ректоры — иҡтисадсы, доктор Фәрхәд Рахбар, Ирандың 2007 йылға тиклемге вице-президенты.
2016 йылдың июне мәғлүмәттәре буйынса, университетта уҡыу процесы 20 факультетта бара:
Тәһран университеты — кадрҙар әҙерләү, квалификация күтәреү, аттестациялау буйынса эре уҡыу-ғилми комплексы. Университет составына 20 фәнни-тикшеренеү институты һәм үҙәге инә: