Төкәле | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1759 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Тюкалинский район[d] һәм Тюкалинское городское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Тюкалинский район[d] һәм Тюкалинский уезд[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Көнбайыш Себер тигеҙлеге |
Халыҡ һаны | 9732 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 115 метр |
Почта индексы | 646330 |
Урындағы телефон коды | 38 176 |
Төкәле (урыҫ. Тюкалинск) — Рәсәй Федерацияһының Омск өлкәһендәге ҡалаһы. Административ үҙәге — Төкәле районы һәм Төкәле ҡалаһы тораҡ пункты.
Халҡы — 10 253 кеше (2020)
Ҡала Ишем тигеҙлегенең көнсығышында Төкәле йылғаһы буйында, Омск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 124 км , Төмән — Омск тимер юлының Называевская станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 79 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Себер трактындағы был тораҡ пунктына 1763 йылда Төкәле слободаһы[3] исеме аҫтында — ямсыларпҙың Төкәле слободаһы булараҡ нигеҙ һалына (ул ваҡытта Себер тракты Тара тораҡ пунктының көньяғынан үткән була). Ҡала исеменең килеп сығышын Төкәле йылғаһы менән бәйләйҙәр. Иҫке төрки телендәге «TÜKAL» һүҙе «тулы, камил» тигән мәғәнәне аңлата.
1823 йылда киң булып үҫешкән биҫтә икенсел ҡала статусын ала.
1838 йылда ҡала булып китә.
1876 йылдың 26 ноябрендә Тубыл губернаһының Төкәле округы ҡалаһы булып китә.
XIX быуат аҙағында Төкәлелә 700-гә яҡын йорт, 2 сиркәү, мәхәллә һәм ике класлы училище була. Халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнә. Йәрминкәләрҙә , иген, ит, балыҡ, тире, йәнлек тиреһе, һыйыр малы, аттар менән сауҙа йәнле бара. XХ быуат башында Төкәлелә 27 завод һәм фабрика, шул иҫәптән май һурҙыртҡыстар эшләй. 1903 йылда Төкәлелә сит илдәргә (Германия, Англия, Швецияға) аҡ май экспортлау буйынса контора асыла. Төкәленең оло юл трактында урынлашыуы ҡаланың социаль-мәҙәни йөҙөндә сағылыш таба. Төрмә, хәрби командалар, чиновниктар булғанға күрә, ҡалаға кеше ағымы көсәйә. XIX быуат аҙағында, ХХ быуат башында Төкәлелә бик күп административ, сауҙа, сәгәғәт һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге биналар төҙөлә. 1914 йылдаТөкәлелә 28 предприятие иҫәпләнә. Транссебер тимер юлы төҙөлгәндән һуң Мәскәү-Себер тракты, шулай уҡ Төкәле ҡалаһы үҙҙәренең сауҙала тотҡан урынын юғалта.
1930 йылдың 27 мартында район гәзите сыға башлай[4].
2004 йылдың 30 июлендә Омск өлкәһенең 548-ОЗ «Омск өлкәһендә муниципаль берәмектәрҙең сиктәре һәм статустары тураһындағы» законы нигеҙендә Төкәле ҡалаһы тораҡ пунктының статусы һәм ҡала биләмәләре сиктәре билдәләнә[5].
1867 йылда ҡала гербын булдырыу буйынса тәүге аҙымдар яһала: герб проекты тәҡдим ителә.
Әммә тәҡдим ителгән проект ҡабул ителмәй, һәм ҡаланың оҙаҡ ҡына ваҡыт гербы булмай.
Беренсе донъя һуғышы аҙағында Төкәле ҡалаһының гербы рәсми рәүештә раҫлана. Унда Омск өйәҙе гербы һыҙаттары сағылдырыла. Гербтың күренеше түбәндәгесә һүрәтләнә:
«Йәшел фонда көмөш ҡырғыҙ ҡәбер ташы төшөрөлгән»
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында халҡының һаны буйынса 916-сы урында тора.
Төкәле ҡалаһындағы май-сыр эшләү комбинаты өлкәлә етештерелгән һөттән төр һөт ризыҡтарын эшләү менән мәшғүл. Өлкәлә тәбиғи урмандарҙы һәм яһалма урман объекттарын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Ҡалала был эш урман хужалығына йөкмәтелгән.
«Сапропели» производствоһы, «Шатлыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡала халҡын эш менән тәьмин итеүҙе хәстәрләй.
Төкәле ҡалаһынд киң радио селтәре эшләй. Оҙаҡламай 101,3 FM — Хорошее FM (ООО «Алекс Медиа») сафҡа инәсәк. Әлеге ваҡытта 102,0 FM — Радио Сингл (ООО «Вещатель»), 103,1 FM — Радио Сибирь (ООО «Алекс Медиа»), 106,4 FM — Радио Шансон (АО «ГТРК „Омск“») предприятиелары ҡала халҡының радио аша хәбәрҙәргә тыңлауға булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
ГТРК Омск / 12 каналы 2015 йылда үҙ эшмәкәрлеген туҡтата.
Ҡала халҡы үҙәк телеканалдары тапшырыуҙарын тотҡарлыҡһыҙ ҡарай ала: Беренсе канал, Рәсәй 1, Рәсәй 2, НТВ, Бишенсе канал, Рәсәй К, Рәсәй 24, Карусель, ОТР,ТВЦ каналдары эшләй.