Төньяҡ Македонияла ислам

Төньяҡ Македонияла ислам — ислам диненең Төньяҡ Македония Республикаһында таралышы. Төньяҡ Македония мосолмандары дине башлыса исламдың сөнни йүнәлешенә ҡарай. 2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала яҡынса 674 мең мосолман йәшәй, был ил халҡының 33,3 процентын тәшкил итә.

Тетовола Шарен мәсете. 1438 йылда төҙөлгән.

Хәҙерге Македония Республикаһы территорияһында XIV—XV быуаттарҙа Ғосман империяһы киңәйеүе менән бергә ислам дине ныҡ таралыу ала башлай. Урта быуат Сербияһы Ғосман империяһына ҡушылғандан һуң, ислам динен халыҡтың яртыһы тиерлек тота. Күп кенә славяндар, сиғандар һәм албандар ислам динен ҡабул итә, шулай уҡ бында көнсығыштан төрөктәр һәм башҡа мосолман халыҡтары күсеп килә.

XIX быуатта көньяҡ славяндарҙың Ғосман империяһы хакимлығынан азат ителеүе барышында күп кенә мосолмандар Македония ташлап китергә мәжбүр була, шулай ҙа албан халҡының тәбиғи артымы мосолмандар һанын тулыландыра.

1904 һәм 1961 йылдар араһында республикала мосолмандар кәмеһә лә, артабан диндарарҙар арта башлай һәм 2002 йылда улар халыҡтың 33,33 процентынына етә[1].

Йыл Мосолмандарҙың иҫәбе Мосолмандарҙың өлөшө
1904 634 000 36,76 %
1912 384 000 33,47 %
1921 269 000 31,43 %
1948 314 603 27,29 %
1953 388 515 29,78 %
1961 338 200 24,05 %
1971 414 176 25,14 %
1981 546 437 28,62 %
1991 611 326 30,06 %
1994 581 203 30,04 %
2002 674 015 33,33 %
Македония мосолмандарының этник составы
Урыны Милләте Иҫәбе
1 Албандар 509,083
2 Төрөктәр 77,959
3 Сиғандар 53,879
4 Македондар 40,000-100,000
5 Босняктар 17,018