Төньяҡ кавказ | |
Таксон |
надсемья |
---|---|
Ареал |
Төньяҡ Кавказ |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Син-кавказ макроғаиләһе (гипотеза) | |
Состав | |
абхаз-адығ, нахск-дағстан телдәре | |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |
Төньяҡ кавказ ғаиләһе — 1980 йылдарҙа С. А. Старостин тарафынан күҙалланған гипотетик ғаилә. Был атама аҫтында ике — абхаз-адығ һәм нахск-дағстан тел ғаиләләре берләшә. Берләшмәне күп ғалимдар инҡар итә. Беренсе төр менән С. А. Старостин — хатт, икенсе төркөм менән хуррито-урарт телен яҡынлаштыра.
Гипотетик ғаилә телдәре Төньяҡ Кавказда, шулай уҡ Яҡын Көнсығыштағы күп һанлы диаспораға таралған. Уға 40 тере, 1 күптән түгел бөткән тел һәм 1 яҙма тел инә.
Лексика кимәлендәге ҡайһы бер оҡшашлыҡтар күптән билдәләнһә лә, быны фәнни нигеҙләү ынтылышы яңы ғына, атап әйткәндә, С. А. Старостин тарафынан барлыҡҡа килә[1]. Әммә уның оппонентары күп, бигерәк тә сит ил лингвистикаһында[кем?].
Старостин нигеҙ һалған хәҙерге макроскомпаративистикала төньяҡ кавказ ғаиләһе син-кавказ макроғаиләһенә инә.
Элегерәк төньяҡ кавказ ғаиләһе картвель телдәре менән бергә «иберий-кавказ» берлеген барлыҡҡа килтерһә, хәҙер был ҡараш барлыҡ лингвистар тарафынан тиерлек инҡар ителгән. Атап үтелгән телдәр ғаиләләре араһында уртаҡ һыҙаттар булыуын оҙаҡ ваҡыт тығыҙ бәйлнештә йәшәү менән аңлатырға була. Был Кавказ тел берлеге тураһында һөйләү мөмкинлеген бирә.
Старостин С. А. етәкселегендәге лингвистар төркөмө түбәндәге һығымталар яһай[2]:
Лингвистарҙың һәм археологтарҙың (Сафронов, Чайльд, Монгайт, Брей-Трамп һ. б.) бер өлөшөнөң фекеренсә, төньяҡ кавказ тел ғаиләһе: Страчево-Криш, Кереш, Ҡаран, линия-лента керамикаһы, тимер (Көнсығыш Австрия), Альфельд (Марошанан алып Тиса буйлап Көнсығыш Словакияға тиклем), Бюкка (буковогорск, Үрге Тисы буйлапТөньяҡ Венгрияның Бюкка тауҙарында һәм Көнсығыш Словакияла), Тиса (Тиса бассейны), наколка-лента керамикаһы, трипольск, Боян, Буг-Денстр мәҙәниәттәренә йоғонто яһай.[2]