Төрбә

Төрбә
Рәсем
Дәүләт  Ғосман империяһы
 Төрбә Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Әзербайжандағы Мөмүнә ҡатын төрбәһе

Төрбә -(төр.  türbe - рус. склеп; мавзолей; гробница; усыпальница) - илбаштары, уларҙың ғаилә ағзалары, юғары даирә түрәләр, атаҡлы кешеләр ҡәбере өҫтөнә һалына торған төрлө ҙурлыҡтағы һәм рәүештәге ҡоролма; кәшәнә[1]. Османлы архитектураға ҡарай.

Ҡағиҙә булараҡ, төрбә мәсет йәки дини комплекс биләмәләрендә эшләнә, әммә төкөтмә-төрбәләр ҙә осрай.

Төрбәне ғәҙәттә махсус үрмәле үҫемлектәр менән уратып алалар.

Ул ҙур булмаған бер бүлмә рәүешендә була, йыш ҡына ҡабырғалары алты-һигеҙ ҡырлы итеп һалына. Төрбәнең уртаһында бай биҙәлгән саркофаг ҡуйыла, әммә ҡәбер ғәҙәттә иҙән кимәленән түбәнерәк була. Саркофагтың баш яғына мәрхүмдең тәҡүәлеге, иманлылығы билдәһе итеп йыш ҡына ағастан йәки таштан салма һынландырып ҡуйыла.

Ислам илдәре архитектураһын өйрәнгән белгестәр фекеренсә, был төр архитектура төрөктәргә хас, йәғни, төрбә - төрки һүҙ (әзерб.  türbə). Төркиҙәр уны мәңгелек йорт тип тә атайҙар.

Башҡорт телендә ғәҙәттә кәшәнә һүҙе ҡулланыла.

Ҡытай ғалимдары мәғлүмәттәре буйынса, икенсе быуатҡа тиклем һундар төрбәнең төбөн ике ҡатлы итеп, алтын-көмөш һалып ҡалдырғандар.

"Төрбә" һүҙе боронғо легендаларҙа осрай, мәҫәлән, "Манас" эпосында был хаҡта:

"Altından rütubət sızmasın deyə,
Üstündən günəş istisi keçməsin deyə,
Tabutu sarayın içərisində yerləşdirdilər."

"Аҫтынан һыу үтмәһен, тиеп,
Өҫтөнән ҡояш ҡыҙҙырмаһын, тиеп,
Табуты һарайҙың эсенә ерләштерҙеләр."

тип әйтелә.

Боронғо төрбәләр өй рәүешлерәк һалынғаны мәғлүм. "Мәңгелек йорт" тигән ғибәрә лә бар. Шуға күрә ҡайһы бер төрбәләрҙең аҫ яғында ҡәбер, ә өҫкө өлөшөндә күскенселәр йоҡлап йөрөгән.

Шәрҡи мосафирҙар ҙа, көнбайыштыҡылар ҙа төрөк төбәктәрендә сатырға оҡшаған ҡоролмалар ҡуйылған ҡәберлектәр тураһында яҙған. Был хаҡта Ибн Фаҙлан да яҙған булған. Мосолман донъяһына боронғо ҡәберлектәр ғәҙәт-йолалары килеп инеүе сәлжүктәргә бәйле.

Артабан XI-XII быуаттарҙа төрбәләр композицион структуралы була башлай. Бына ни өсөн европа ғалимдары төрбәләрҙе Селчук ҡәберҙәре тип атай.

Күп ерҙәрҙә бындай ҡоролмаларға йәмәғәт ағзалары зыярат ҡылырға йөрөйҙәр.

Башҡортостан төрбәләре (кәшәнәләре)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар "төрбә" һүҙен бик ҡулланмайҙар, фарсынан ингән "кәшәнә" төшөнсәһенә өҫтөнлөк бирәләр. Архитектура яғынан да был ҡоролмалар Урта Азия ҡоролмаларына яҡын.

Тарихи Башҡортостан ерҙәрендә (күрше өлкәләрҙе лә индереп) тиҫтәләгән кәшәнә бар[2]

  • Вельяминов-Зернов В. В. Памятник с арабско-татарской надписью в Башкирии (рус.) // Труды Восточного отделения Императорского археологического общества : журнал. — СПб.: В Тип. Имп. Академии наук, 1859. — Т. IV. — С. 257-284.
  • Гарустович Г. Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья. // Наследие веков. — Уфа, 1995. Вып.1.
  • C. Qiyasi – Nizami dövrünün memarlıq abidələri, Bakı, İşıq nəşriyyatı, 1991, səh 83
  • Michael Levey. The World of Ottoman Art, 1975, Thames & Hudson, ISBN 0500270651
  • Lewis, Stephen (2001). «The Ottoman Architectural Patrimony in Bulgaria». EJOS 30 (IV). ISSN 0928-6802.
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге.2-се том - Мәскәү, 1993. -388 бит
  2. http://encycl.bash-portal.ru/keshene.htm(недоступная ссылка) Кәшәнә. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия]