Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1963 |
---|---|
![]() | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | TÜBİTAK һәм TÜBİTAK |
Дәүләт |
![]() |
Ойошма ағзаһы | Комитет по космическим исследованиям (КОСПАР)[d][1] һәм European Open Science Cloud Association[d][2] |
Бойһонған ойошма (филиал) | Feza Gürsey Institute[d], Исследовательский институт космических технологий TÜBİTAK[d] һәм TUBITAK Research Institute for Fundamental Sciences[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Анҡара, Төркиә |
Диапазон IPv6 | 2001:a98:20::/48[3] |
Рәсми сайт | tubitak.gov.tr |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 757 027 һәм 44 800 ± 99[4] |
![]() |
Төркиәнең Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советы (төр. Türkiye Bilimsel ve Teknolojik Araştırma Kurumu, TÜBİTAK) — Төркиәнең милли кимәлдәге ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре үткәреү өсөн яуаплы ойошмаһы. TÜBİTAK-тың штаб-фатиры Анкарала урынлашҡан. Совет Төркиәнең эре университеттары һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй.
1960 йылда Төркиә президенты Джәмал Гүрсел Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн ғилми совет йыя (Төркиә Республикаһының яңы конституцияһын төҙөүҙә ярҙам иткән икенсе бер ғилми юридик совет менән бергә), һуңынаныраҡ президент уның нигеҙендә Ғилми-техник тикшеренеүҙәр советын ойоштора, Советҡа киңерәк мәсьәләләр даирәһе менән шөғөлләнеү һәм пландар төҙөгәндә, сәйәсәт үткәргәндә хөкүмәткә консультациялар биреү бурысы йөкмәтелә.
1963 йылдың 24 июлендә «278» документы (билль) ҡабул ителә, унда, илде үҫтереүҙең биш йыллыҡ планына ярашлы, Совет ойошторола һәм уның бурыстары билдәләнә. Советты ойоштороу мәсьәләләре менән президент Гүрсел тәғәйенләгән төрөк ғалимы Жаһит Арф һәм башҡа ғалимдар шөғөлләнә, төркөмгә профессор Эрдал Инөнү ҙә инә[5]. 1963 йылдың 26 декабрендә Жаһит Арф Советтың беренсе рәйесе ителә.
«Төркиәнең мәғлүмәти инфраструктураһын үҫтереү буйынса генераль план» Советтың иң күләмле проекттарының береһе була[6].
Совет «Turkish Journal of Medical Sciences» нәшер итә (2016 йылдан электрон вариантта, 2014 йылдан PubMed-ҡа инә).