Төшкө аш — ҡағиҙә булараҡ, бер көн эсендә икенсе йәки өсөнсө тапҡыр мул ғына итеп ашау (ғәҙәттә беренсе йә икенсе иртәнге аштан һуң). Төшкө ашҡа эҫе ашамлыҡ бирелә. Илдәрҙең күпселегендә төшкө аш ваҡыты 12 сәғәттән 15 сәғәткә тиклемге арауыҡҡа (офистарҙа) тура килә, ябай халыҡ араһында төшкө аш, рәсми регламентланмаһа ла, нигеҙҙә 13 сәғәттән 14 сәғәткә саҡлы, һәм, ҡайһы берҙә төшкө аш киске ашты ла алмаштырыуы мөмкин.
Ҡунаҡханаларҙа төшкө аш тулы пансиондың бер өлөшө лә булыуы мөмкин.
Төшкө аш менюһы 2-се, 3-сө йәки 4-се ашамлыҡтарҙан тора. 4 блюдонан: ҡабымлыҡтан (закуска), аштан, төп (икенсе) блюдонан (ашамлыҡ) һәм десерттан торған төшкө аш рационы иң тулы сифатлы һәм күп төрлө һанала. Ашты шул тәртиптә биреү осраҡлы түгел, ул элек-электән шулай ҡабул ителгән:
Төшкө аш шулай уҡ 2 блюдонан йәки ашамлыҡтан тороуы ла мөмкин (ҡабымлыҡ (закуска) һәм татлы ашамлыҡты тәҡдим итмәйсә). Был саҡта тәртип бер аҙ үҙгәрә, һәм аш ысын төшкө аштың беренсе ашамлығына (блюдоһына) әүерелә.
Обед Викиһүҙлектә | |
Обед Викикитапханала | |
Обед Викимилектә |