Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын категория:күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнелешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә[1]. Уйын —рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңел асыу[2], эске көсөргәнешлекте сисеү, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән кешеләрҙең эшмәкәрлеге. Шулай уҡ уйын тип кешеләрҙең буш ваҡытта уҙҙәренә бер ниндәйҙә маҡсат ҡуйылмай, шатлыҡ килтерә торған шөғөлөн әйтәләр[3].
Уйындың барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс туҡталмай. Уйын һәм хеҙмәт, уйын һәм культ ритуалдары — ҡайһыһы тәүҙә килеп сыҡҡан, был турала дөйөм фекер юҡ. Хайуандар донъяһындағы уйын, ҡауышҡан осорҙағы атаның орғасты әүрәтеү өсөн яһаған төрлө ҡыланышы, уйындың биологик механизмы бик тәрән ятыуын күрһәтә.
Уйын уҡытыу, тормоштағы хәл-ваҡиғаларға күнекмә, һәләтте үҫтереү формаһында барлыҡҡа килгән.
Бына аңлап Платон (Б.Э.Т 427 — 347 й.): «Ниндәй эштә булһала, кеше атаҡлы булыу өсөн бала саҡтан күнегергә тейеш… Мәҫәлән, кем игенсе йәки йорт төҙөүсе булырға теләй, улар ер эшкертеп, йорт төҙөп уйнарға тейеш. Мин был турала ҡабат-ҡабат һөйләйем» тип әйткән[4]..
Командные
Бысаҡ уйындары
Уранда ориентирлашыу
Уйын автоматтары