Украин левкойы | |
![]() Украин левкойы | |
Сығышы | |
---|---|
Ил |
Украина |
Йыл |
2004 |
Классификация FIFe | |
Стандарт |
танылмаған |
Классификация WCF | |
Стандарт |
танылмаған |
Украин левкойы Викимилектә |
Украина левкойы (укр. Український левкой, ингл. Ukrainian Levkoy, ULV) — яланғас тиреле, үҙенсәлекле ҡиәфәтле, һалпыш ҡолаҡлы бесәй. Украина левкойы урта фиғыллы бесәй .
Левкойҙар һомғол, зифа буйлы, оҙон һәм һығылмалы. Улар ангорҙар һәм урыҫ зәңгәре голубые кеүек үк, тик үҙҙәренә хас үҙенсәлектәре менән — башы ялпаҡ һәм тигеҙһеҙ. Тәне оҙон, күкрәге оҙонсай түңәрәк.
Тиреһе артыҡ йыйырсыҡланып тора, шулай ҙа дончактарҙыҡы кеүек мул түгел. Левкойҙарға дончактарҙан еңеләйтелгән һәм ориенталдарҙан оҙон кәүҙә (петерболд аша) күскән.
Һалпыш ҡолаҡлыҡ өсөн Скоттиш фолда ҡаны ҡушылған, тик был бесәйҙең метис улы аша (стандарт булмаған, оҙон кәүҙәле, оҙон тәпәйле, оҙонсай башлы , һалпыш ҡолаҡлы тоҡомһоҙ бесәй). Украин левкойҙарының ата заттары инә заттарынан эрерәк, сырайы сағыу (енси диморфизм). Левкойҙар еңел аралаша, кешегә ныҡ тартылыусан, алсаҡтар.
Тоҡомды булдырыу буйынса эштәр 2000 йылда башлана. Бесәйҙең тышҡы ҡиәфәтенең һүрәтләмәһен, тоҡом билдәләрен асыҡлауҙы, генотиптар фенотипты сағылдырыусы генотиптар йыйылмаһын һайлауҙы фелинолог Бирюкова Елена Всеволодовна башҡара(питомник «Ladacats» г. Киев, Украина, ICFA RUI Rolandus Union International [1]).
Беренсе, Тоҡом комиссияһы тарафынан теркәлгән ICFA RUI украин левкойы (ата заттан), атамаһы «Levkoy Primero» 2004 йылдың 21 ғинуарында тыуған.
2008 йылда Украина һәм Рәсәйҙең төрлө фелинологик ойошмаларында был тоҡомдың 200 -ҙән ашыу заты теркәлгән. Уларҙың күбеһе дүртенсе быуын украин левкойҙары. Тиҫтәләгән вәкилдәре элекке СССР биләмәләренән ситтә йәшәй.
Рәсәйҙә яланғас, һалпы ҡолаҡ бесәйҙәрҙең тәүге питомнигы «HELEN GRIGS» (г. Санкт-Петербург) 2007 йылдың 14 октябрендә теркәлгән.
Украин левкойы тоҡомоның тәүге линияһын алыу өсөн Скоттиш фолд (һалпыш ҡолаҡ) (һалпыш ҡолаҡлылыҡтың Fd доминант тәбиғи мутант гены) һәм Дон сфинксы (яланғас) (йөнһөҙлөктең Hrbd доминант тәбиғи мутант гены) тоҡомдары алына.
Украин левкойын үрсетеү һалпыш ҡолаҡ лыҡ доминант гены аша гетерозигота вариантында ғына мөмкин. Пар эсендә ата-инәнең береһе һалпыш ҡолаҡ булырға тейеш.
«Украинский левкойы» (ULV), «Дон сфинксы» (DSX) менән «Петербургский сфинксы» (РТВ) тоҡомдары араһында бик күп айырмалыҡтар бар. Улар араһында ошондай билдәләрҙе атап була:
Тәне
Ослоҡтары
Тәпәйҙәре
Башы
Танау һәм маңлай араһында профиль
Күҙҙәр
Йөн япмаһының төҫө
Вибрисса, һиҙгер төктәр
Эйәк
Томшоҡ
Тире һәм йөнө
Өҫтөнлөк яланғастарына бирелә. Шулай ҙа, беренсе этапта күргәҙмәләге бесәйҙәрҙең йөн ҡалдыҡтары булырға мөмкин. Йәки бөтә тәне бер тигеҙ оҙонлоҡтағы ҡыҫҡа ғына (1-5 мм) вилюр йөн менән ҡапланған булыуы мөмкин. Үрсетеү өсөн браш вариацияһындағы заттар : бөтә тәне буйынса тулҡынланып торған ҡаты йөн япмаһы булған заттар кәрәк. Урыны менән башында, муйынында, арҡаһында пеләш ерҙәре булырға мөмкин. Шулай уҡ, бөтә тәне йомшаҡ ҡына тулҡынланып торған «синтетика» тибындағы инә заттар кәрәк.
2010 йылдың сентябренән Халыҡ-ара фелинологик система (ICFA RU) левкойҙарға тоҡомло бесәйҙәр араһында үткән Украина Чемпионатында ҡатнашырға хоҡуҡ алды һәм чемпион титул ылыу мөмкинлегенә эйә булды.
Хатта еврочемпион исеме алырға һәм «Бест ин Шоу» конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡлылар. Украин левкойҙарына шундай уҡ хоҡуҡ, Рәсәйҙең фелинологик ойошмаһы ( WCA) тарафынан Рәсәйҙәге тоҡомло бесәйҙәр Чемпионаттарында ҡатнашыу өсөн дә бирелгән. 2010 йылда 20 –нән артыҡ украин левкойы чемпион титулы алған.
Система WCF Украин левкойы WCF системаһында танылыу тапмаған тоҡомдарҙан. Шуға ла, чемпион исемен бер нисек тә ала алмай. Шулай ҙа, эксперттар тарафынан стандартына тейеш баһаны алалар. Бынан тыш, тоҡом эсендәге сараларҙа, шоуҙарҙа ҡатнаша ала.
Был бесәй әрһеҙ, башҡа тоҡомдарҙан айырмалы, үҙенә айырым тәрбиә талап итмәй. Тик яланғас тиреле булғанға күрә, бары һыуыҡ мәлдә йылыла тоторға кәрәк.[1]