Ульрих Бек | |
нем. Ulrich Beck | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Швейцария[2] Германия[1] |
Тыуған көнө | 15 май 1944[3][4][5][…] |
Тыуған урыны | Слупск, Померания воеводалығы[d], Польша[3][1][1] |
Вафат булған көнө | 1 ғинуар 2015[6][3][4][…] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Мюнхен, Германия[3][1] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Хәләл ефете | Бек-Герншейм, Элизабет[d][1] |
Һөнәр төрө | социолог, университет уҡытыусыһы, иҡтисадсы |
Эшмәкәрлек төрө | социология |
Эш урыны |
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты Вестфальский университет имени Вильгельма[d] Лондонская школа экономики и политических наук[d] |
Уҡыу йорто |
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты Лондонская школа экономики и политических наук[d] |
Уҡыусылар | Marc Krautzberger[d][7] |
Әүҙемлек урыны | Мюнхен[1] |
Архивы хранятся в | German Literature Archive Marbach[d][8] |
Ойошма ағзаһы | Q1371235? |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ульрих Бек Викимилектә |
Ульрих Бәк (нем. Ulrich BeckBeck Ulrich; 15 май 1944 йыл, Штольп — 1 ғинуар 2015 йыл, Мюнхен) — немец социологы һәм сәйәси философ, Мюнхен университеты һәм Лондон иҡтисад мәктәбе профессоры, «рефлексив яңыртыу» һәм «хәүеф йәмғиәте» концепциялары авторы. Хәҙерге глобалләшеүҙе комплекслы тикшереү һәм модерн дәүерен осорҙарға бүлеү уға билдәлелек алып килә. Soziale Welt журналына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире була.
1966 йылдан башлап Мюнхен университетында социология, философия, политология, психология өйрәнә.
1972 йылда философия докторы ғилми дәрәжәһен ала һәм Мюнхен университетында эшләй.
1979 йылда доцент була.
1979 йыл — 1981 йылдарҙа Вильгельм исемендәге Вестфаль университетында уҡыта.
1981 йыл — 1992 йылдарҙа Фридрих Отто Бамберг университетында уҡыта.
1992 йылдан Мюнхен университеты ҡарамағындағы социология институтында социология профессоры һәм директоры булып тора. Шулай уҡ Лондон иҡтисад мәктәбендә социология профессоры була.
1995 йыл — 1997 йылдарҙа Бек ирекле Бавария һәм Саксония дәүләттәренең киләсәге тураһында мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы булып тора (нем. Kommission für Zukunftsfragen der Freistaaten Bayern und SachsenBayern Freistaaten Zukunftsfragen für Kommission und der Sachsen).
1999 йылдан Немец ғилми-тикшеренеү йәмғиәтенең «Әйләнеп ҡайтыусы хәҙерге заман» программаһының етәксеһе була.
Социолог Элизабет Бәк-Герншеймға өйләнгән.
Бек модернизациялау, экология мәсьәләләре, индивидуалләштереү, глобалләшеүҙе өйрәнә. Глобаль капиталистик мөнәсәбәттәр донъяһында хеҙмәт шарттарында үҙгәрештәрҙе, профессиональ союздарҙың йоғонтоһоноң түбәнәйеүен һәм хеҙмәт процестарының үҙгәреүсәнлеген өйрәнә, был космополитизм йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән яңы теория.
Бек тарафынан социологик ғилми әйләнешкә яңы аңлатмалар: «хәүеф йәмғиәте» (термин Чернобыль һәләкәтенән һуң индерелә; параллель рәүештә уны Гидденс Энтони ҡуллана), «икенсе модернизация», «рефлексив модернизация», «бразилинация», «субполитика» һ.б. индерелә.
2010 йылдың 15 сентябрендә Бек Европа парламентында Спинелли төркөмөнөң яңы башланғысын хуплай, ул европа федералистарының хәрәкәтен йәнләндереү өсөн ойошторола. Башҡа яҡлылары: Жак Делор, Даниэль Кок-Бендит, Ги Верхофстадт, Эндрю Дафф, Элмар Борк.