Баффет менән президент Обама Аҡ йорттоң Овал кабинетында, 2010 йылдың 14 июле.
Уоррен Эдвард Баффетт (ингл. Warren Edward Buffett [ˈbʌfɨt] ; 30 август 1930 йыл , Омаха, Небраска )[ 9] [ 10] — АҠШ эшҡыуары, донъялағы иң эре һәм иң билдәле инвесторҙарҙың береһе, 2017 йылға байлығы $77.3 млрд доллар күләмендә баһалана[ 11] .
Уоррен Баффетт — донъялағы иң бай кешеләрҙең береһе һәм байлығының күләме буйынса АҠШ-та икенсе кеше[ 12] . «Алдан күреүсе», «Омаха тылсымсыһы» (ингл. Wizard of Omaha ), «Омаха оракулы» (ингл. Oracle of Omaha )[ 13] тигән ҡушаматтары бар.
Уоррен Баффетт 1930 йылдың 31 авгусында АҠШ-тың Небраска штатындағы Омаха ҡалаһында тыуа. Сәйәсмән һәм эшҡыуар Говард Баффетт менән уның ҡатыны йәһүд Ләйлә Шталдең өс балаһының уртансыһы һәм берҙән-бер улдары. Баффетт тәүҙә Омаханың Rose Hill Elementary School мәктәбендә белем ала. 1942 йылда, атаһы АҠШ Конгресына һайлауҙа еңгәс, ғаилә Вашингтонға күсә, Баффетт Alice Deal Junior High School мәктәбен, шунан 1947 йылда Woodrow Wilson High School мәктәбен тамамлай.
11 йәшендә Уоррен тәүге тапҡыр көсөн биржала һынап ҡарай. Апаһы Дорис менән икәүләп Cities Servic’тың өс дана өҫтөнлөклө акцияһын $38,25-әр доллар менән һатып алалар. Башта акциялар $27 тиклем арзаная, артабан күтәрелеп $40-ҡа етә. Баффетт, уларҙы һатып, 5 доллар килем ала (комиссия түләүенән ҡалғаны). Шуныһы ҡыҙыҡ: бер нисә көндән акцияның хаҡы 202 долларға етә. Баффетт көтөңкөрәп торһа, килеме $500 самаһы булыр ине. Был беренсе тәжрибә Баффетты хаҡ төшкәндә түҙемле булырға һәм ҡауғаламаҫҡа; бәләкәй генә отош өсөн тиҙерәк һатып ебәреү яғын ҡарамаҫҡа; сит кешенең аҡсаһын һалғанда ла уңышҡа ышанырға (акция арзанайғанда ул апаһының аҡсаһын юғалтыу хәүефе аҫтына ҡуйған өсөн үҙен ғәйепле тоя) өйрәтә[ 14] .
13 йәшендә Уоррен тәүге тапҡыр килемдәре тураһында декларация тапшыра. Декларация менән бергә велосипед менән ҡул сәғәтенең хаҡына һалым ҡайтарыу ғаризаһын да бирә, сөнки был сығымдар уның гәзит таратыусы булып эшләүенә бәйле яһалған була[ 14] .
$10 меңлек тәүге капиталын Уоррен уңышлы фекерен тормошҡа ашырыу — бөҙрәханаларға пинтбол автоматтары ҡуйыу һөҙөмтәһендә эшләп ала.
1965 йылда Баффетт Berkshire Hathaway текстиль компанияһы акцияларының контроль пакетын һатып ала, был уның артабанғы бөтә йылдарға төп инвестициялау компанияһы була. 1976 йылда Баффетт «National Indemnity Co», шунан GEICO-ны һатып ала ($8,6 миллионға һәм $17 миллионға). 1973 йылғы биржа кризисы ваҡытында $11 миллионға «Вашингтон Пост» гәзите акцияларын ала.
Баффетт Колумбия университетында Бенджамин Грэм етәкселеге аҫтында уҡый. Баффеттың һүҙҙәре буйынса, нәҡ Грэм уны фундаменталь анализ ярҙамында һөҙөмтәле инвестициялауға өйрәтә һәм атаһынан ҡала тормошона бик ҙур йоғонто яһай. Уоррен Баффетт оҙайлы мөҙҙәткә инвестициялау стратегияһы менән эш итә — ул акцияларҙы үҙендә уртаса 10 йыл тота.
2004 йылдың 14 декабрендә Berkshire Hathaway компанияһы советына бойондороҡһоҙ директор булараҡ Билл Гейтс инә.
2009 йылда Баффет $26 миллиардҡа Burlington Northern Santa Fe тимер юлын һатып ала.
2011 йылда тәүге тапҡыр ИТ -компанияға инвестиция һала — $10,7 миллиардҡа IBM акцияларының 5,5 процентын ала.
2015 йылдың 16 июлендә Уоррен Баффет менән итальян миллиардеры Алессандро Прото €15 миллионға Сароникос боғаҙындағы Изге Фома утрауын һатып ала. Был грек утрауының майҙаны 1,2 км² тәшкил итә, ул Эгина утрауы эргәһендә урынлашҡан. Миллиардерҙар утрауҙа күсемһеҙ милек төҙөү менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Баффет фекеренсә, баҙарҙың нисек булыры тураһында фараз ҡороуҙың мәғәнәһе юҡ. Оҙайлы уңышҡа, Баффет әйтеүенсә, билдәле бер принциптарҙы тотоп, сабырлыҡ һәм һаҡсыллыҡ күрһәтеп кенә өлгәшергә була[ 15] .
2010 йылдың июнендә Баффетт байлығының 50 проценттан ашыуын ($37 миллиард самаһы) биш хәйриә фондына тапшырыуы тураһында белдерә[ 16] . Байлыҡтың ҙур өлөшө Билл менән Мелинда Гейтстар фондына тапшырыла. Был ғәмәл кешелек тарихында иң йомарт хәйриәлек акты булып тора.
2012 йылдың апрелендә Баффеттҡа икенсе стадия простата яман шеше диагнозы ҡуйыла[ 17] . 2012 йылдың 15 сентябрендә Баффетт 100 көнлөк радиотерапия курсы алыуы һәм тулыһынса һауығыуы тураһында хәбәр итә[ 18] .
Омахала Баффеттың йорто
2008 йылда Уоррен Баффетт донъяның иң бай кешеләре исемлегенең башында була (Forbes журналы версияһы буйынса).
Баффеттың төп капиталын Berkshire Hathaway'ҙың акциялар пакеты тәшкил итә[ прим. 1] .
Баффетт тормошта талымһыҙ, затлы әйберҙәргә битараф (шәхси реактив самолёттарҙан башҡа)[ прим. 2] . Тиҙ туҡланыу селтәрендә ашай, ундағы ризыҡтарҙы бик яратҡанлыҡтан хатта бындай селтәрҙе һатып ала. Баффет Омаха үҙәгендәге иҫке районда биш йоҡо бүлмәле ике ҡатлы йортта йәшәй, уны 1957 йылда уҡ һатып алған.
Баффетт укулеле тигән музыка ҡоралында уйнарға ярата. Бридж менән мауыға, был уйынды йыш ҡына Билл Гейтс менән уйнай.
Йылына бер тапҡыр Баффетт аукционда уның менән иртәнге аш ашау хоҡуғын отҡан кешене иргәнге ашҡа саҡыра. 2007 йылда Баффетт менән иртәнге аш өсөн еңеүсе $600 000 сығарып һала[ 19] . 2008 йылда , кризис булыуға ҡарамаҫтан, сумма $2,11 миллионға етә. 2009 йылда — $1,68 миллион[ 20] , 2011 йылда — $2,63 миллион, 2012 йылда $3,5 миллион тәшкил итә. Йыйылған аҡса хәйриә маҡсаттарына тапшырыла.
Оҙон ғүмерле булыуының серен Баффет көн һайын биш банка кока-кола эсеүе менән аңлата, шунлыҡтан үҙен көслө һәм дәртле итеп тойоуын белдерә. Өс банка ғәҙәти кока-коланы эш көнө дауамында, сейә тәме әйткән икеһен кис өйҙә эсә икән[ 21] .
Баффет пресвитер динендәге ғаиләлә үҫә, әммә үҙен агностик тип атай[ 22] .
2011 йылда «Офис» тигән Америка сериалының 7-се миҙгеленең 25/26 серияларында бер компанияның төбәк менеджеры вазифаһына көрәшкән кандидат ролен башҡара[ 23] [ 24] .
Уоррен Баффетт Эссе об инвестициях, корпоративных финансах и управлении компаниями. — Альпина Паблишер, 2005.
Уоррен Баффетт «Назад в школу! Бесценные уроки великого бизнесмена и инвестора». — М.: «АСТ», 2010.
Иҫкәрмәләр
↑ Баффет владеет 321 000 акциями Berkshire Hathaway, рыночная цена которых составляет около 200 тыс. долл. США за штуку (Berkshire Hathaway Inc. (BRK-A) ).
↑ Со свойственым Баффетту юмором первый купленный им подержанный самолёт был назван «Беззащитный» (ингл. Indefensible ) ([1] )
Төшөрмәләр
↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119261855 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
↑ https://files.eric.ed.gov/fulltext/EJ1056397.pdf
↑ Warren Buffett // SNAC (ингл.) — 2010.
↑ Warren Buffett // Encyclopædia Britannica (ингл.)
↑ Warren Edward Buffett // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
↑ Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
↑ https://giving.northwestern.edu/s/1479/282-giving/21/interior.aspx?sid=1479&gid=282&pgid=11829&cid=19922&ecid=19922&crid=0&calpgid=7226&calcid=12795
↑ список миллиардеров — Forbes , 2019.
↑ Баффет, Уоррен — американский бизнесмен, генеральный директор холдинга The Berkshire Hathaway (урыҫ) . Лента.ру . Архивировано 12 июнь 2013 года.
↑ Уоррен Баффет и его империя (урыҫ) . РИА Новости . Архивировано 12 июнь 2013 года.
↑ Warren Buffett (инг.) , Forbes . 7 август 2017 тикшерелгән.
↑ The World's Billionaires (инг.) , Forbes . 7 август 2017 тикшерелгән.
↑ Арнольд, Глен, 2014 , с. 9090
↑ 14,0 14,1 Арнольд, Глен, 2014 , с. 9292
↑ Миллер, 2017 , с. 44
↑ Баффет и Гейтс призвали миллиардеров отдать половину состояния на благотворительность Лента. Ру, 2010
↑ http://news.yandex.ru/yandsearch?cl4url=www.bfm.ru%2Fnews%2F2012%2F04%2F18%2Fu-milliardera-uorrena-baffeta-obnaruzhen-rak-prostaty.html&cat=0&lang=ru У миллиардера Уоррена Баффета обнаружен рак простаты
↑ Sam Ro. Warren Buffett Completes Cancer Treatments , Business Insider (September 15, 2012).
↑ Lunch with Warren Buffett (CNN, May 9 2007)
↑ Ланч с Уорреном Баффеттом продан на аукционе за 1,68 миллиона долларов (NEWSru.co.il, 28 июня 2009 г.)
↑ Уоррен Баффет назвал кока-колу источником долголетия (Lenta.ru, 26 февраля 2015 г.)
↑ Wired 14.11: Faces of the New Atheism: The Scribe
↑ Оракул из Омахи снялся в сериале «Офис» (Lenta.ru, 10 мая 2011 г.)
↑ [2] (Kinopoisk.ru)
Глен Арнольд. Великие инвесторы: Практические уроки от Джорджа Сороса, Уоррена Баффета, Джона Темплтона, Бенджамина Грэхема, Энтони Болтона, Чарльза Мангера, Питера Линча, Филипа Фишера, Джона Неффа = Investing From Master Traders the Great Investors. Lessons on Investing From Master Traders. — М .: Альпина Паблишер, 2014. — 320 с. — ISBN 978-5-9614-1923-8 .
Риттенхаус Л. Письма Баффета: полный путеводитель . — М .: издательство «Манн, Иванов и Фербер», 2012. — С. 208. — ISBN 978-5-91657-418-0 .
Шрёдер Э. Уоррен Баффет. Лучший инвестор мира (первая авторизованная биография) . — М .: «Манн, Иванов и Фербер», 2011. — С. 800. — ISBN 978-5-91657-302-2 .
А. Войтюк Сам себе инвестор-6. Успешные стратегии от известных инвесторов // Время жить . — Альфа-банк, 2010. — В. № 6(23). — С. 24—26.
Роберт Хагстром Уоррен Баффет. Как 5 долларов превратить в 50 миллиардов. 2015 йыл 29 апрель архивланған . — М.: Манн, Иванов и Фербер, 2013. — 352 с. — ISBN 978-5-91657-870-6
Джереми Миллер. Правила инвестирования Уоррена Баффетта = Warren Buffett's Ground Rules: Words of Wisdom from the Partnership Letters of the World's Greatest Investor. — М .: Альпина Паблишер, 2017. — 374 p. — ISBN 978-5-9614-6212-8 .