Урал батыр | |
| |
Жанр |
башҡорт эпосы (ҡобайыр) |
---|---|
Автор |
халыҡ ижады |
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
Ағиҙел (1968, № 8) |
«Урал батыр» — эпос, башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған[1].
Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан[2] (1861—1923) яҙып ала.
Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“, — тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».
«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған.
«Урал батыр» эпосы өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.
Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирламаға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләреалалар (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һәм шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.
Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса ташландыҡ ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итәләр. Ошо йәштәге ирле-ҡатныдан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын асалар. Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡалалар. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана[3].
Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы менән[4].
Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батырҙың улдары батырлыҡтарына, кешеләр, хайуандар, ҡоштар Уралды үҙ төйәге итеүенә арналған[5].
«Урал батыр» эпосы төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз, әзербайжан[6], ҡырғыҙ[7] телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.
2016 йылдың декабрендә «Урал батыр» эпосы Израилдә йәһүд телендә (ивритта) донъя күрҙе. Әҫәрҙе сәсмә формала сит телгә Рәүил Садыҡов тәржемәләгән[8]. Ул Өфөләге 20-се мәктәпте (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) тамамлаған, 1992 йылдан ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәй[9].
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26.06.2015, Ғәлиә Нәбиева) «Урал батыр» эпосы яҡут теленә, ә яҡут эпосы «Олонхо» башҡортсаға тәржемә ителәсәк. Яҡутстандың баш ҡалаһында булып үткән «Донъя халыҡтары эпостары Олонхо ерендә» тип аталған Халыҡ—ара форумда нәҡ ошо хаҡта килешеүгә өлгәшелгәйне.[10]. 2018 йылдың мартында «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Ураал Баатыр» тип аталған китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә 1000 дана тираж менән баҫылып сыҡты[11].
Эпосты ҡытай теленә тәржемә итеп баҫтырыу мәсьәләһе лә өйрәнелә. Ҡытайҙың Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә делегацияның 2018 йылдың майында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендәге һөйләшеүҙәренең төп маҡсаты «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу хаҡында тәҡдимде тикшереү булды[12].
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (25.10.2019), «Урал батыр» эпосы ҡырғыҙ теленә тәржемә ителгән. Был эште Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев башҡарған[7].
«Башҡорт халыҡ эпосы» (1977) китабының һәм «СССР халыҡтары эпосы» серияһына ингән башҡа китаптарҙың төҙөүселәренең, тәржемә авторҙарының береһе. Шулай уҡ «СССР халыҡтарының героик эпосы» китабына ингән «Урал батыр» эпосын тәржемә итеүселәрҙең береһе (1, 1975)[13].
Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған «Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Мәҫәлән, «Урал батыр»ҙы төрлө йүнәлештә тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул «Урал батыр» эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙҙе һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға танытты.
«Урал батыр»ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, — тип һөйләй Салауат Ғәлләмов. — Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең «Урал батыр» календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа — гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар, һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән.
Урал тураһында эпос дөйөм аңһыҙлыҡтың архетиптарына, символдарына бик бай: күрәҙәсе дейеүҙәр,үтә аҡыллы күрәҙәсе ҡарт дейеү; әүлиә бала Урал; батырҙың мәшһүр юлдашы — йыһан аты Аҡбуҙат, Уралдың киләсәктә ярҙамсыһы; күктәге ете дейеү — Етегән йондоҙлоғо; ҙур асҡыстың хужаһы булған дейеү; мөғжизәле таяҡ; тере шишмә — тере һыу; ҡоштар батшаһы, Ҡояш менән Айҙың ире, шул уҡ ваҡытта Һомай, Айһылыуҙың атаһы — Самрау.
«Урал батыр» эпосында төп персонаждарҙың береhе аҡҡош-ҡыҙ Һомай — ҡоштар һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, шулай уҡ Урал батырҙың өс ҡатынының береһе, башҡорт халҡын тыуҙырған инәһе (Һомай инә); тоғролоҡ, матурлыҡ символы. Ул бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була.
Был ике ҡыҙ (Һомай, Айһылыу) — Аниманың ғәжәйеп символдары. Һомайҙың үҙенә батша ҡыҙҙарына ғына хас булған кейәү эҙләү ысулы дөрөҫ итеп күрһәтелгән: ул йомаҡ-табышмаҡтар ҡоя, егеттәрҙе тоғролоҡта, ғәҙеллектә һынай. Шулай уҡ Урал менән Һомайҙың космик ғаиләһе, дүрт яҡлылыҡ символы бөтә эпос буйынса теҙелеп бара: дүрт улы (Һаҡмар ҙа үҙен Уралдың улы тип һанай). Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар; күп ҡалыплы Зәрҡүм символы, таштың үҙгәреү символдары, Бөтә донъяны Һыу баҫыу, Үлем символы; тәртипкә һалыу символдары — һандар таң ҡалдыра.[14]