Учитель Алексей Ефимович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 август 1951[1][2] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[1] |
Атаһы | Ефим Юльевич Учитель[d] |
Балалары | Анна Алексеевна Пересильд[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, кинопродюсер, сценарий яҙыусы |
Эшмәкәрлек төрө | Фильм[3] һәм кинорежиссура[d][3] |
Эш урыны |
Творческо-производственное объединение «Рок»[d] С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Уҡыу йорто | С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Учитель Алексей Ефимович Викимилектә |
Учитель Алексей Ефимович (31 август 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002)[4], «Рок» киностудияһының художество етәксеһе.
Алексей Ефимович Учитель1951 йылдың 31 авгусында Ленинградта режиссер-документалист Ефим Учитель ғаиләһендә тыуған.
1975 йылда С. А. Герасимов исемендәге Бөтә рәсәй кинематография институтын (ВГИК) тамамлай. Институттан һуң Ленинград документаль фильмдар студияһында эшләй.
1990 йылда «Рок» киностудияһын ойоштора. «Жизель манияһы» фильмы уйын киноһы режиссеры булараҡ Алексей Учитель өсөн тәүге фильм (дебют) булып тора.
2000 йылда ул «Ҡатынының көндәлеге» фильмы өсөн «Ника» премияһына, «Кинотавр» гран-прийына һәм "Гәлсәр глобусы"на лайыҡ була
2002 йылда Алексей Учителгә Рәсәй халыҡ артисы исеме бирелә[4].
2005 йылғы «Йыһан һиҙемләү кеүек» («Космос как предчувствие») фильмы XXVII Мәскәү халыҡ-ара кинофестиваленең Алтын Изге Георгий төп призына һәм иң яҡшы режиссерлыҡ эше өсөн «Алтын бөркөт» премияһына лайыҡ була.
2010 йылдан — Халыҡ-ара «Кешегә хат» («Послание к Человеку», «Man to Message») документаль, ҡыҫҡа метражлы уйын һәм анимацион киноһы кинофестивале президенты (Санкт-Петербург).
Режиссерҙың «Матильда» (2017) фильмы бик ғауғалы булып сыға.
Алексей Учитель «Ника» Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының Президиумы ағзаһы булып тора.
2020 йылда Пушкиндың тормошона һәм ижадына арналған фильм өҫтөндә эш башлай. Проект билдәле американ тәржемәсе Лоуэнфельд Генри Джулиан менән берлектә эшләнә[5].
2008 йылдың октябрь айында ЮКОС нефть компанияһы юристы Светлана Бахминаны яҡлау хатына ҡул ҡуя[6].
2014 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһының Президенты Владимир Путиндың Украинала һәм Ҡырымдағы сәйәсәтенә теләктәшлек белдереп, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя.
1977 — Сто тысяч «я»
1978 — Пуск. Портрет одного события
1980 — Сколько лиц у дискотеки?
1982 — Кто за? (Три эпизода на современную тему)
1983 — Тебе доверена земля
1983 — Акция
1983 — Секрет «Лауры» (режиссёр)
1986 — Планета «Наташа»
1988 — Рок (режиссёр)
1988 — Обводный канал
1990 — Ёлы-палы, или Митьки в Европе
1992 — Последний герой (режиссёр, сценарист)
1993 — Баттерфляй[7]
1997 — Элита
2000 — Дневник его жены (режиссёр)
2003 — Прогулка ( режиссёр, продюсер)
2005 — Космос как предчувствие (режиссёр)
2008 — Пленный (режиссёр, продюсер)
2010 — Край
2017 — Матильда (режиссёр, продюсер)
2020 — Цой (режиссёр, продюсе)