Ушгули | |
Название с огласовками | אוּשְׁגּוּלִי |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Самегрело — Земо-Сванети[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Сванетия |
Ушгули Викимилектә |
Ушгули (груз. უშგული) — Грузия Республикаһы Самегрело-Земо Сванети провинцияһының Местийский районындағы свандар общинаһы. Ул дүрт ауылдан тора: Жибиани, Чвибиани, Ламджуриши, Чажаши һәм Муркмели.[1]
Диңгеҙ кимәленән 2200 метрға юғарыраҡ урынлашҡанға күрә, Европаның ҡайһы бер билдәләмәләре буйынса Ушгули ауылы — Европала кешеләре даими рәүештә йәшәгән иң юғары тау тораҡ пункты.
Ушгулила яҡынса 70 ғаилә (200 кеше) йәшәй, балалар белем алһын өсөн мәктәбе бар. Йылдың 6 айында ауылдың тирә яғы ҡар аҫтында ҡалғанлыҡтан, ҡыш көндәрендә район үҙәге Местиаға юл йыш ҡына ҡапланған була.
Ушгули архитектура ансамблде — Грузия территорияһындағы ҡиммәтле архитектура-тарихи ҡомартҡыһы, шуға ла Үрге Сванетия ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Ауылда урындағы халыҡ свандарҙың традицион өй-башняларында йәшәй. Жибиани ауылы янындағы убала XI быуатта төҙөлгән Богоматерь сиркәүе (сванса Ламария) урынлашҡан.