Уҡыусы | |
![]() | |
Эшмәкәрлек сфераһы | өйрәтеү[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | мәктәп уҡытыусыһы[d] |
![]() |
Учени́к , уҡыусы ҡыҙ
киң мәғәнәлә: нимәгәлер өйрәнеүсе кеше.
Башланғыс йәки урта уҡыу йорто уҡыусыһын уҡыусы тип атайҙар[1].
Стандарт уҡыу программалары буйынса уҡытылған уҡыу йорттары урта мәктәптәр тип атала.
Урта мәктәптәрҙә уҡыу баҫҡыстары: башланғыс 1-4 кластар, төп 5-9 кластар, өлкән 10-11 кластар[2].
Шулай итеп, 1-4 кластарҙа уҡыған балаларҙы башланғыс мәктәп уҡыусылары, 5-9 кластарҙы төп мәктәп уҡыусылары, 10-11 кластарҙы юғары мәктәп уҡыусылары йәки өлкән класс уҡыусылары тип атайҙар.
Шулай уҡ теләһә ниндәй класс уҡыусылары өсөн дөйөм атама — мәктәп уҡыусылары тигән исем бар.
Рәсәйҙә 2001 йылдан мәктәп урта дөйөм белем биреү — был 11 класс, ә төп дөйөм белем биреү — 9 класс тип билдәләнә[3].
Икенсе мәғәнәлә уҡыусы-ниндәйҙер предметты, ниндәйҙер фән йәки техника тармағын, ниндәйҙер эште белгес, оҫта етәкселегендә өйрәнгән кеше[4]. Мәҫәлән, итексе, токарь, сәс оҫтаһы (парикмахер) булырға әҙерләнә..
Шулай уҡ ниндәйҙер тәғлимәткә эйәреүсе, кемдеңдер ҡараштарын һәм идеяларын (ижтимағи, фәнни, дини һ. б.) тотоусы кешене шәкерт тип атайҙар), эшмәкәрлеген дауам итә[1]. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең тәүге шәкерттәрен шәкерт тип йөрөткәндәр. Ленин Маркс һәм Энгельстың тоғро шәкерте, уларҙың идеяларына эйәреүсе тип һанала.
«Уҡыусы» һүҙе «уҡытыу» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Учить һүҙе үҙ сиратында дөйөм славян телендәге укъ һүҙенән (боронғо заманда ҡаты тартынҡыға тамамланған һүҙҙәрҙең аҙағында «еръ» — Ъ хәрефе яҙыла). Укъ һүҙе хәҙерге телдә уҡыу (учение) һүҙе мәғәнәһендә ҡулланылған[5].
Уҡыусы һүҙе уҡытыу, тәғлимәт, ғалим, фән, фәнни һ. б. һүҙҙәре менән бер тамырлы, ә тарихи яҡтан ул «күнекмә, күнегеү, ғәҙәт» һүҙҙәре менән, ә бәлки, аҡыл" һәм ҡолаҡ[5] кеүек һүҙҙәр менән дә бер тамырлы.
archive-url=
, должен задаваться и параметр archive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметр url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 19 сентябрь 2021.