Фазле Хасан Абед | |
ফজলে হাসান আবেদ | |
![]() | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Британия Һиндостаны (хәҙер Бангладештың Хабигандж округы) Баниачанг ҡалаһы |
Вафат булған көнө |
20 декабрь 2019[1] (83 йәш) |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Социаль хеҙмәткәр, BRAC ойоштороусыһы |
Наградалары һәм премиялары | |
![]() | |
Сэр Фазле Хәсән Абед (27 апрель 1936 йыл) — Бангладеш социаль хеҙмәткәре, эшләүселәр һаны 100 меңдән артҡан «BRAC» коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһын ойоштороусы һәм уның рәйесе. Социаль үҙгәртеүҙәргә индергән өоөшө өсөн Рамон Магсайсай премияһына лайыҡ була. 2010 йылда Бангладештағы һәм бөтә донъялағы ярлыларҙың мөмкинселектәрен һәм хоҡуҡтарын ҙурайтыу һәм фәҡирлеккә ҡаршы көрәше өсөн Изге Михаил һәм Изге Георгий ордендарын ала[2] һәм рыцарь-бакалаврҙар сафына алына[3]. 2014 йылда «Fortune» журналы буйынса Хасан Абед донъяның 50 иң бөйөк лидерҙар иселегендә 32 урын ала[3].
Фазле Абед 1936 йылдың 27 апрелендә абруйлы Хәсән фамилиялы ғаиләлә Британия Һиндостанында (хәҙер Бангладештың Хабигандж округы) Баниачанг ҡалаһында тыуған.. Пабна округында мәктәпте тамалағас, ул Бангладештың баш ҡалаһында, Даккала, Дакки колледжына уҡырға инә. Колледжды тамамлағас, Фазле Шотландиялағы Глазго университетына керә һәм шунда кораптар төҙөүгә өйрәнә башлай. Пакистанда кораптар төҙөү үҫешмәгән була, һәм Абед CIMA, Лондон университетына, уҡырға инә. 1962 йылда ул белем алыуын тамамлай.
Абед Көнсығыш Пакистанға (хәҙерге Бангладеш) ҡайта, шунда Shell Oil Company америка компанияһына эшкә урынлаша һәм шунда оҙаҡламай финанс бүлеген етәкләй башлай. Shell компанияһында эшләгән ваҡытта, 1970 йылда илдең көньяҡ-көнсығыш яр буйында көслө дауыл ябырыла, яҡынса һанауҙар буйынса ғәрәсәт арҡаһында 300 мең кеше һәләк була. Абед дуҫтары менән бергә иң зарар күргән Манпура утрауында кешеләргә ярҙам иткән HELP ойошмаһына нигеҙ һалалар.
Бангладештағы азатлыҡ өсөн көрәш арҡаһында Фазле Хәсән Абед илдән ҡаса. Англияла үҙенә һыйыныу таба, шунда Action Bangladesh ойошмаһына нигеҙ һалалар. Action Bangladesh — Бангладеш азатлығы һорауында Европа илдәре хөкүмәтенә йоғонто яһарға маташҡан лоббизм ойошмаһы.
1971 йылдың декабрендә һуғыш бөткәс, Абед Лондондағы фатирын һата һәм азат, әммә емерелеп бөткән Бангладешҡа ҡайта. Унан башҡа, Һиндостанда һыйыныу эҙләгән 10 миллион ҡасаҡтар ҙа өйҙәренә ҡайта башлай. Был кешеләргә ярҙам итеү тиҙ хәл итеүҙәрҙе талап итә ине, һәм Абед үҙенең Лондондағы фатирын һатҡанда алған аҡсаларын ҡулланырға уйлай. Ул ярлы ауыл кешеләренә ярҙам иткән ойошманы ойошторорға уйлай. Был маҡсатты хәл итер өсөн ул Бангладештың төнь-көнсығыш ерҙәрен һайлай. 1972 йылда Фазле Хәсән Абед BRAC исемле коммерциялы булмаған ойошманы нигеҙләй[4][5].
BRAC хәрефтәр йыйылмаһы хәҙер аббревиатура булмаһа ла, ойошма тәүҙә Bangladesh Rehabilitation Assistance Committee (рус. Комитет Содействия Реабилитации Бангладеш) кеүек билдәле ине. Артабанғы өс ун йыллыҡта BRAC үҫешә, эшселәр һаны, уның ҡатнашыуының төрлөлөгө һәм масштабы буйынса донъяла иң ҙур коммерциялы булмаған ойошма[6][7][8].
2002 йылда BRAC, Афғанстанда эшмәкәрлеген башлап, халыҡ-ара кимәлгә сыға. Шул ваҡыттан һуң ойошма Азия һәм Африка континенттарында 10 илгә тиклем ҙурая. BRAC әлеге ваҡытта башланғыс белем биреү, ауыл хужалығы, кеше хоҡуҡтары, юридик уңайлыҡтар, микрофинанслау һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә программалары аша миллионлап кешеләргә ярҙам күрһәтә. -->