Фамилия | |
Кем хөрмәтенә аталған | ғаилә һәм Исем |
---|---|
Алыштырған | номер эскимосского диска[d][1][2][3] |
Модель элементы | Crawford[d] һәм Мюллер[d] |
Вики-проект | Проект:Имена[d] |
EntitySchema для класса | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Өлөшләтә тура килә | номен[d], household name[d], фамилия в общем смысле[d], первое имя[d] һәм последнее имя[d] |
Фамилия Викимилектә |
Фами́лия (лат. familia — ғаилә, нәҫел, ара) — бер нәҫелдән йә бер ғаиләнән икәнлекте күрһәткән, дөйөм ҡанбаба исеменән алынған атама.
«Фамилия» — латин теленән килеп сыҡҡан. Рим империяһында ул башта бер хужаның ҡолдарына ҡарата ҡулланылған. Шунан инде ғаиләнең һәм уның ҡолдарының ҡушаматы булараҡ әйтелгән. Артабан ғаилә башлығы, ғаилә ағзалары, туғандары бер ҡушамат менән йөрөтөлә башлаған.
Ярайһы оҙаҡ ваҡыт Европала һәм Рәсәйҙә ул шул мәғәнәлә ҡулланылған да. XIX быуатта ла хатта крепостной крәҫтиәндәр фамилияны хужаһынан алған.
Бары XIX быуатта ғына «фамилия» һүҙе урыҫ телендә икенсе мәғәнә алған. Бөгөн ул рәсми рәүештә шәхси исемгә ҡушылған нәҫел ҡушаматы булараҡ төп урын тота.
Фамилия башлыса лексик мәғәнәгә эйә булған тамырҙан тора, шулай уҡ алдан һәм арттан ҡушыла торған өлөштәрҙән, суффикстарҙан һәм ялғауҙарҙан тора.
Фамилияның нигеҙе йыш ҡына шәхси исемдән йәки берәй лексик мәғәнәгә эйә ҡушаматтан яһала.
Фамилия приставкиалары һәм ялғауҙары ғәҙәттә төп нөсхәлә «ул» йәки «ҡыҙ» мәғәнәһе бирә, йәки биләмәләренә бәйләп, сифат рәүешендә ҡулланыла. Йыш ҡына милләтте билдәләүсе һүҙ ҙә булып тора. Мәгәр, фамилиялар ваҡыт уҙыу менән ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өлөшләтә үҙгәрештәр кисереүе лә ихтимал.
Урыҫ телендә һәм башҡа ҡайһы бер славян телдәрҙә, шулай уҡ литва һәм латыш телендә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ фамилиялары телдәрендәге морфологик үҙенсәлектәр арҡаһында үҙ-ара айырыла.
Ҡайһы бер телдәрҙә, мәҫәлән, литва телендә, ирҙәр, ҡыҙҙар һәм кейәүҙәге ҡатындар фамилиялары бер иш йөрөтөлмәй.
Исландияла фамилиялар, ғүмүмән, юҡ. Унда нәҫел «-sson» улы), «-dottir» ҡыҙы тигән ялғауҙар менән күрһәтелә.
Борон Рустә тик Ждан, Петух, Ненаша рәүешле исемдәр генә булған. Фамилия-ҡушаматтар Новгород ерҙәрендә XIII—XIV быуаттарҙан йәшәп килгән, тик оҙаҡ ваҡыт киң ҡулланышҡа инмәй торған. Мотлаҡ фамилиялар XVI быуатта ғына закон нигеҙендә башта кенәздәр һәм баярҙар өсөн, артабан инде дворяндар һәм атаҡлы сауҙагәрҙәр өсөн индерелгән. Крәҫтиәндәр араһында фамилиялар XVI—XVIII быуаттарҙа ҡулланыла башлаған, әммә крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлгәс кенә ныҡлы көсөнә ингән.
Бөгөнгө барлыҡ башҡорт фамилиялары атаһы йә әсәһе яғынан берәй ҡанбабаһы исеменән алынған.Элгәре атай исеме фамилия булып йөрөгән. Мәҫәлән, Юлай улыСалауат. Совет власы осоронда был күренеш яйлап бөтөрөлә, ейәндәр йыш ҡына олатаһы исемен фамилия итеп ала.Артабан ул үҙгәртелмәй быуындан-быуынға күсә килә.
Генезис буйынса башҡорт фамилиялары боронғо төрки, шулай уҡ ғәрәп, фарсы сығышлы исемдәрҙән яһалған. Ҡағиҙә булараҡ, башҡорт фамилиялары ике төрлө яҙылыуы мөмкин - урыҫ телендәге кеүек ялғаулап (Рауил Бикбаев) йәки милли ғәҙәттәгесә ялғауһыҙ, шулай уҡ -и ялғауы менән яһалыуы мөмкин. Мәҫәлән, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Ризаитдин Фәхретдин. Һуңғы рәүешлеләре күберәк зыялылар араһында осрай.
Татар фамилиялары ла башҡорт фамилияларына оҡшаш рәүештә яһала. Ялғауһыҙ фамилиялар күберәк яҙыусылар, фән әһелдәре һәм сәнғәт-мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында осрай. Мәҫәлән, Ғабдулла Туҡай, Муса Йәлил
Урыҫ фамилиялары нигеҙҙә сиркәү ҡушҡан исемдәрҙән йәки ҡушаматтарҙан барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, Иван → Иванов сын → Иванов, Медведь → Медведев сын → Медведев. Һирәгерәк — йәшәгән ерҙән, мәҫәлән, Белозёрский (Белое Озеро). Кешенең һөнәре, ҡиәфәте буйынса бирелгән фамилиялар ҙа бар. (мәҫәлән, Кузнецов - кузнец тигәндән), "Кривоносов".
Ҡатындар никахҡа ингәс, ғәҙәттә, иренең фамилияһына күсә. Бынан тыш, дефис аша яҙып, үҙенең фамилияһын да ҡалдыра ала. Балалар атаһының фамилияһын ала, әммә ата-әсә теләге менән әсәһенең фамилияһын алыуы ла рөхсәт ителә.
Совет илендә йөшөгән төркиҙәр фамилияларын йыш ҡына урыҫса ялғауҙар менән йөрөтәләр ине. Үҙаллылыҡ алғандан һуң улар бындай ялғауҙарҙан баш тарта башланы.
Әйтәйек, Әзербайжанда, фамилияларҙың ялғауҙары бөтөрөлә бара (мәҫәлән, элек Рәүф Искәндеров тип йөрөһә, хәҙер — Рәүф Искәндер).
Фамилия кешенең тулы исеме өсөн мотлаҡ элемент түгел. Мәҫәлән, Исландияла беҙҙә ҡабул ителгәнсә фамилиялар юҡ. Ғәмәлдә, был атаһының исеме менән бирелгән ҡушамат. Мәҫәлән, Свенссон (Свен + сон «улы»). Бындай система элгәре барлыҡ скандинав телдәрендә ҡулланылған.
Тибеттарҙа, бирма, амхар халыҡтарында фамилия юҡ.
1925 йылдың 27 июлендә Исландияла фамилиялар закон менән тыйылған, был «милли йолаларҙы һаҡлау» маҡсаты менән аңлатыла.
Төркиҙәрҙә лә фамилия урынына атаһының исемен әйткәндәр. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Бауржан Момыш-улының фамилияһы булмаған. [1]
Башҡортта ете быуын олатайҙы белеү - шәжәрә - фамилия төшөнсәһен бик ныҡ киңәйткән .