Фартун Адан

Фартун Адан
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Сомали
Тыуған көнө 1969
Тыуған урыны Могадишо[d], Сомали[1]
Хәләл ефете Эльман Али Ахмед[d]
Балалары Ильвад Эльман[d], Алмаас Эльман[d] һәм Иман Эльман[d]
Һөнәр төрө эшҡыуар, хоҡуҡ яҡлаусы, активист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Фартун Адан Викимилектә

Адан Фартун (сомал. Fartuun Aadan, ғәр. فارتون آدن‎; 1969) — Сомали йәмәғәт активисы.

Фартун Адан Сомалиҙа тыуып үҫкән. Урындағы эшҡыуар һәм тыныслыҡ өсөн хәрәкәт активисы Эльман Әли Әхмәттә кейәүҙә булған[2][3]. Никахынан дүрт ҡыҙы тыуған[4]. 1996 йылда, Сомалиҙа граждандар һуғышы ҡыҙған мәлдә, ире уның йортонан йыраҡ түгел Могадишоның көньяҡ өлөшөндә һәләк була[5]. 1999 йылда Адан Канадаға эмиграцияға китә[6].

2007 йылда ул тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшергә Сомалиға ҡайта[7]. 2019 йылдың 20 ноябрендә урындағы властар уның шулай уҡ Сомалиға социаль хеҙмәттәр өсөн ҡайтҡан ҡыҙы Эльман Алмаастың Могадишо аэропортынан алыҫ түгел ерҙә автомобилдә атып үлтерелеүе тураһында хәбәр итә.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фартун Адан Могадиштола ире хөрмәтенә аталған хөкүмәткә ҡарамаған «Эльман исемендәге тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары үҙәгенең» башҡарма директоры вазифаһын биләй[8]. Уның ҡыҙы Ильвад та уның менән бергә был үҙәктә эшләй[9].

Был үҙәк ярҙамы менән Адан «Сомали ҡыҙҙары» үҙәгенең — илдә енси көсләү ҡорбандарына беренсе ярҙам программаһының ойоштороусыларының береһе була[10].

2013 йылда Фартун Адан йыл һайын бирелә торған АҠШ департаменты дәүләт секретарының Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар «Батырлыҡ өсөн» премияһына лайыҡ була[11]. 2014 йылда ул шулай уҡ Германия хөкүмәтенән «Эльман исемендәге тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары үҙәгендә» эше өсөн бүләккә лайыҡ була[12].

Фартун Адан 2017 йылда үҙенең ҡыҙы Ильвад менән бергә гуманизм уятыуы өсөн «Аврора» премияһына номинацияланған финалистар исемлегенә индерелә[13].

  1. https://rightlivelihood.org/the-change-makers/find-a-laureate/fartuun-adan-and-ilwad-elman/
  2. Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  3. Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  4. Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  5. Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  6. Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  7. Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
  8. 2013 International Women of Courage Award Winners. U.S. Department of State. Дата обращения: 19 апреля 2021. Архивировано 19 декабря 2013.
  9. Canadian sisters on front lines of rebuilding Somalia (23 мая 2013). 19 апреля 2021 тикшерелгән.
  10. Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN. Дата обращения: 19 апреля 2021.
  11. 2013 International Women of Courage Award Winners. U.S. Department of State.Дата обращения: 19 апреля 2021.Архивировано 19 декабря 2013.
  12. SOMALIA: Government Weekly Press Conference on the Progress (6 декабря 2014). 19 апреля 2021 тикшерелгән. 2019 йыл 4 май архивланған.
  13. Aurora Prize. 2017 finalists.