Федерализм | |
Цель проекта или миссии | федератив дәүләт[d] һәм федерализм[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | антифедерализм[d] һәм унитаризм[d] |
Федерализм Викимилектә |
Федерали́зм[1] (франц. fédéralisme, лат. feodus «договор, берлек») — федерацияның төп принцибы, дәүләттең федератив ойошторолошон сәйәси идеал тип таныу, йә бер нисә дәүләтте (илде) берләштерергә, йә унитар дәүләтте федеративҡа әүерелдерергә ынтылыш. Рәсәй Федерацияһында дәүләт ҡоролошоноң нигеҙе.
Федерализм теорияһына Иоханнес Альтузиус (1562—1638) нигеҙ һала. Рәсәйҙә федерализм идеялары XIX быуатта декабристарҙың, революцион демократтарҙың (А. И. Герцен, Н. Г. Чернышевский) сәйәси программаларында сағылыш таба. ХХ быуат башында Социал-революционерҙар партияһы вәкилдәре федератив ҡоролошто яҡлап сыға.
Федералистик идеялар антик хеҙмәттәрҙә үк осрай. Мәҫәлән, Платондың «Критий» тигән диалогында дәүләттең үҙ-ара килешеү менән берләшкән бер нисә өлөшө булыу ихтималлығы тураһында фекер йөрөтөлә. Унда Атлантида тигән мифик утрау тураһында һөйләнелә, был утрауҙағы илдәр берлегенә федерация һәм конфедерация билдәләре хас булған. Һуңыраҡ Боронғо Римда федерализм теорияһына башланғыс һалына, был теорияның ҡайһы бер принциптары шул саҡта уҡ ғәмәлгә лә ашырыла. Бынан тыш, күп Рим хоҡуҡиәтселәре һәм фәлсәфәселәре дәүләттәрҙе һәм халыҡтарҙы Рим тирәләй бер ҙур империяға берләштереү кәрәклеге, ундағы субъекттарға ҡайһы бер эске вәкәләттәр бирелергә тейешлеге тураһында яҙа.
Яңы дәүерҙә федерализм тураһында һүҙ башлаған фәлсәфәселәрҙең береһе Иоганн Альтузий була, ул Гоббс, Локк һәм башҡаларҙың ижтимағи договор тураһындағы теорияһына нигеҙ һала. Альтузий фекеренсә, халыҡ менән идарасы араһындағы мәнфәғәттәр һәм вәкәләттәр конфликтын тик конституция аша ғына хәл итеп була, ә ул, үҙ сиратында, тик федератив дәүләттә генә була. Уның теорияһында был форма «ижтимағи-сәйәси берлек» тигән атама ала һәм хакимиәтте бүлешеү һәм уның өлөштәрен административ берәмектәрҙең төрлө кимәленә таратып биреү аша хәл ителә. Альтузий дәүләт эсендәге айырым берәмектәрҙең мәҙәни кемлеген, иҡтисади һәм сәйәси тулылығын һаҡлау тураһындағы фекерҙәрҙе лә әйтә. Бынан тыш, ул яңы территорияларҙы империалистарса баҫып алыуға ҡаршы була һәм дәүләттең уның етәкселек итеүенә риза булған яңы территорияларҙың үҙ ирке менән ҡушылыуы нигеҙендә генә ҙурая алыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Никколо Макиавелли ҙа федератив дәүләт ойоштороу тураһында шуға оҡшаш фекерҙәр әйтә. Фәлсәфәсе федератив дәүләттең ҡайһы бер өҫтөнлөктәрен билдәләй. Бөтәһенән элек, ул күрше илдәр араһында һуғыштар сығыу ихтималлығы бөтөүен күҙаллай, сөнки берәүҙәре үҙ-ара килешеү юлы менән берләшә, икенселәре ҙур һәм көслө илгә һөжүм итеүҙән ҡурҡа. Федератив дәүләт ойоштороу өсөн мөһим шарт тип Макиавелли берлек дәүләттәренең бер-береһенә яҡын урынлашыуын һәм уларҙың сәйәси режимдары менән идара формаларының оҡшашлығын атай[2].
Шарль Монтескьё «Закондар рухы тураһында» тигән хеҙмәтендә федератив ҡоролошҡа анализ яһай. Федерацияны Монтескьё монархия менән республика ҡатнашмаһы тип күрә, унда көслө юғары власҡа буйһонған берҙәм дәүләт демократик субъекттарға бүленә.
Француз фекер эйәһе Жан Боден конфедерация менән федерация араһындағы сикте билдәләй, суверенитет теорияһын эшләй[3].
XVI—XVII быуаттарҙа Европала «теологик федерализм» теорияһы көсәйә. Ул протестантлыҡ тәғлимәтенә нигеҙләнә. Протестанттар Иҫке Ғәһед принциптарына таянған сиркәү ҡоролошон тәҡдим итә. Бындай сиркәүҙә ҡарарҙар ҡабул итеү һәм идаралыҡ сиркәүҙең төрлө өлөштәре араһында килешеүгә өлгәшеү юлы менән ғәмәлгә ашырылырға тейеш була.
Федерализм үҫешендә XVIII быуат Америкаһы, Англия менән һуғыштар осоро, ҙур урын биләй. Унда Икенсе Континенталь конгресс «Конфедерация статьялары» тигән документты ҡабул итә. Унда АҠШ конфедерация тип билдәләнә һәм уның субъекттарына тейешле хоҡуҡтар нығытыла. Был аҙымға Англия менән һуғышта уға ҡаршы тороу өсөн ныҡлыҡ булдырыу өсөн барыла. Әммә тиҙҙән ысын мәғәнәһендә ҡеүәтле дәүләтте төҙөү өсөн федератив дәүләт төҙөү кәрәклеге асыҡлана, шулай итмәгән хәлдә конфедерация эсендәге дәүләттәрҙең үҙ-ара көнәркәшлеге һаҡлана һәм уны көсһөҙләндерә[3].
Хәҙерге заманда федератив моделдәр ике төркөмгә бүлеп ҡарала. Беренсе типты дуалистик (дуаль) федерализм моделе тип атарға була. Был модель АҠШ-та ҡулланыла, ул хатта американ федерализмы тигән атама ла ала. Дуалистик федерализмға субъекттарҙың эске суверенитеты, уларҙың бер-береһенән бойондороҡһоҙлоғо һәм эске ойошторолошоноң сағыштырмаса иреклелеге хас. Был моделдә федераль һәм төбәк властары автономиялы һәм үҙ-ара аныҡ бүленгән, шул иҫәптән легитимация мәсьәләһендә лә. Шулай итеп, субъекттар һәм федераль үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәр ныҡлы иерархиялы, федератив, ә субъекттарҙың бер-береһенә ҡарата хоҡуҡтары конфедерацияны хәтерләтә.
Хәҙерге осорҙа икенсе, кооператив тип, өҫтөн күрелә. Ул федератив ҡоролоштоң нығыраҡ либераль тибы тип һанала. Бындай модель өсөн субъекттар араһындағы һәм субъекттар менән федераль үҙәк араһындағы хеҙмәттәшлек ҡиммәтлеге хас. Дәүләттәр араһында горизонталь контакттар урынлаштырыла, федерация эсендә үҙәк менән әүҙем диалог алып барыу йә башҡа маҡсаттарыҙа субъекттар берлектәре, берләшмәләре барлыҡҡа килергә мөмкин. Хатта субъекттарҙа субъекттар һәм федераль үҙәк араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе махсус органдар ойошторолоуы мөмкин. XX быуат аҙағында АҠШ-та үткәрелгән реформалар федерацияның дуалистик моделенән кооператив моделгә күсеүҙе күҙҙә тота. Дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүҙә федераль үҙәктең роле кәметелә, ә штаттарға мәғариф, экология һәм башҡа өлкәләрҙә киң автономия бирелә.
Һуңғы осорҙа ҡайһы бер илдәрҙә конкурентлы федерализм идеяһы тарала, ул бөтә субъекттарҙы тигеҙләү урынына, улар араһында аҡыллы көнәркәшлек тыуҙырыуҙы яҡлай, ә был уларҙың әүҙем үҫешенә этәргес бирергә тейеш була[4]
Башҡортостанда федерализм идеялары Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡорт зыялылары (Ә. Ә. Вәлидов һәм башҡалар) араһында тарала. АСБР «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә РСФСР‑ҙың беренсе федератив берәмегенә әүерелә.
ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәй йәмғиәтендә барған үҙгәрештәр федерализм идеяларын артабан үҫтерә. Милли республикалар араһында суверенитет өсөн көрәш башлана. Федерализмға бәйле Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы менән Рәсәй субъекттары дәүләт власы араһында вәкәләттәр бүлешеү тураһында Федератив договор («Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында») төҙөлә. Күпселек республикаларҙа Президент вазифаһы индерелә, РФ һәм республикаларҙың Конституцияһы ҡабул ителә, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы үҙгәртеп ҡорола, федераль округтар ойошторола, урындағы үҙидара системаһы булдырыла, төбәктәр ҡануниәте федераль ҡануниәткә яраҡлаштырыла[1] 2020 йыл 30 октябрь архивланған..
Әлеге ваҡытта федерализмдың дөйөм идеялары һәм принциптары үҙгәреш кисерә. Мәҫәлән, федералләштереү дәүләттәр үҫешенең популяр моделенә әүерелә бара. Бынан тыш, дәүләтселекте һөҙөмтәле үҫтереү өсөн ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл иткәндә — үҙәкләштереүҙе, ә икенселәрен хәл итеүҙә үҙәкләштереүҙән баш тартыуҙы яраштырыу кәрәклеге асыҡлана. Бынан тыш, айырым осраҡтарҙа субъекттар менән үҙәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙең асимметриялылығы кәрәк тип таныла. Дөйөм алғанда, субъекттар араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр моделдәре арта һәм үҫә.
Федерализм, дәүләттең территориаль ҡоролошо принциптары йыйылмаһы булараҡ, күп ғалимдар тарафынан глобалләшеү осоронда өҫтөнлөк ала. Илде сағыштырмаса үҙ аллы субъекттарға бүлеү уны глобалләшә барған донъяға ҡарата һығылмалыраҡ итә, төрлө субъекттарҙың халыҡ-ара мөнәсәбәттәре спектрын киңәйтә. Был йәһәттән федерализм концепцияһы ҡатынҡы унитаризм моделенә ҡарағанда өҫтөн тора. Сәйәсмәндәр иғтибары үҙәгенә договорҙар нигеҙендә бер нисә дәүләтте берләштергән федератив типтағы структуралар ҙа ингән. Бындай структураның сағыу миҫалы — Европа берлеге.
Хәҙерге сәйәсәт фәне федератив трансформация кисереүсе илдәрҙе ентекле өйрәнә. Бындай илдәре әлегә тулы ҡиммәтле федератив ҡоролошҡа өлгәшмәгән, федерацияның бөтә билдәләренә лә эйә түгел. Нәҡ ошондай дәүләттәрҙә үҙәк менән субъекттар функцияларының приницпиаль яңы ҡатнашмалары килеп сығырға мөмкин.
[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/15136-federalizm/ Федерализм] // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.